Эйгенсон Александр Генрихович
Уҡыу көйләүҙәре
Эйгенсон Александр Генрихович (19 июль 1914 йыл — 12 май 1979 йыл) — нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1947—1956 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе «Башнефтегазразведка» тресының бүлек етәксеһе, быраулау контораһының, артабан трестың баш инженеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Генрихович Эйгенсон Әзербайжан индустриаль институтын (АзИИ) тау инженеры һөнәре буйынса 1938 йылда отличие менән тамамлай[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1938—1946 өлкән инженер, быраулау цехы начальнигы, «Пермнефть» берекмәһенең геолог-разведка быраулау контораһында баш инженер;
- 1946—1947 БАССР-ҙың № 417 (Черниковка) заводының Үҙәк лабораторияһы начальнигы;
- 1946—1954 Өфө ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория начальнигы, институт директоры урынбаҫары;
- 1954—1956 Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводында баш инженер;
- 1947—1956 бүлек начальнигы, быраулау контораһының баш инженеры, «Башнефть» берекмәһенең «Башнефтегазразведка» тресында баш инженер;
- 1956—1958 СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Газ сәнәғәте баш идаралығының (СССР Главгаз) баш инженеры;
- 1959—1963 Башсовнархоз техник идаралығында начальник; Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү иснститутын өйоштороусы һәм уның беренсе директоры (1956—1959, 1963—1976)
- 1967—1979 СССР нефть сәнәғәте министрлығының быраулау техникаһы һәм технологиялары буйынса идаралығының начальнигы урынбаҫары.
300 ғилми хеҙмәттең һәм 30 уйлап табыуҙың авторы. VIII—X Халыҡ-ара нефть конгресында ҡатнашыусы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР нефть Халыҡ комиссариатының социалистик ярыш отличнигы (1941), РСФСР-ҙың социалистик ярыш отличнигы (1964), ер аҫты разведкаһы отличнигы (1974).
- Почетлы нефтсе.
- Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,
- РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1959),
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1945),
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1951),
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Чеблаков Е. А., Рустамбеков Т. Ф., Гирбасов Г. П., Акатьев В. А., Зверева Л. М, Гундорцев И. В., Назаретов М. Б., Соколова А. В., Тараканов В. А.;. Шульга Г. П.: ПРОФЕССИОНАЛЫ НЕФТЕГАЗОВОЙ ОТРАСЛИ. libed.ru С. 13. ОАО Типография «Нефтяник» (1996). Архивировано 19 апреля 2015 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://turlenta2.ru/books/v-n-dakhnov/edelman-yakov-aleksand.php(недоступная ссылка)
- Открытое акционерное общество «Татнефть»
- ЭЙГЕНСОН АЛЕКСАНДР ГЕНРИХОВИЧ (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ). elibrary.ru. ЗАО «Издательство „Нефтяное хозяйство“» (2004).
- Большая энциклопедия нефти и газа (том № 3). ngpedia.ru С. 251.