Ҡурай (телеканал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурай-ТВ
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тапшырыу зонаһы

Башҡортостан Башҡортостан

Тапшырыу ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Тапшырыу теле

башҡорт

Тематикаһы

Музыка

Эшләй башланған ваҡыт

2009

Нигеҙләүсе

Дәүләтбаев Рәмис Рәжәп улы

Етәксеһе

Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы

Элекке исеме

БСТ+

Туғандаш каналдар

БСТ

Слоган

«Ҡурай» йыр-моң каналы

Сайт

http://курай.tv

Ҡурай — беренсе башҡорт музыкаль телеканалы. Беренсе исеме «БСТ+». «Ҡурай» исеме «Йәшлек» гәзитендә иғлан ителгән конкурс аша халыҡ тәҡдиме менән һайлана. Бөгөнгө көндә канал директоры Өмөтбаева Рита Ришат ҡыҙы[1].

Канал тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Телеканал 2009 йылдың октябрь айында «БСТ+» исеме менән тест режимында эшләй. Шул уҡ йылдың декабрь айынан «Ҡурай» исеме менән эфирға сыға башлай.

  • Каналдың төп йүнәлеше: музыка, күңел асыу.
  • Тапшырыуҙар башҡорт телендә алып барыла.
  • INTELSAT 15 спутнигынан тапшырыла.
  • Эш режимы: тәүлек әйләнәһенә.
  • Ҡаплау зонаһы: Калинингдартан Көньяҡ Сахалинға тиклем.

Маҡсаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канал башҡорт халҡының музыкаль мираҫын пропагандалау, милли-мәҙәни гөрөф-ғәҙәте һәм сәнғәте менән таныштырыу, хәҙерге башҡорт мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ итеү, ватандың музыка баҙары үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған.

Каналдың сайты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурай (телеканал)(недоступная ссылка)

«Ҡурай даны» милли телевизион премияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылда «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Ҡурай-ТВ» музыкаль-күңел асыу телеканалы башланғысы менән «Ҡурай даны» милли телепремияһы булдырыла. Телепремияның төп маҡсаты — үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙҙы асыҡлау һәм танытыу. Заманса мәҙәниәтте пропагандалау, һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ йолаларын, кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен һаҡлауға ҡоролған проект халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

2020—2021 йылдарҙа телепремияға 45 ҡатнашыусы — «Ҡурай-ТВ» тамашасылары тәҡдим икән замандаштарыбыҙ дәғүә итте. «Ҡурай даны» милли телепремияһы туғыҙ номинацияла: «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», «Эшлекле ханым», «Оҫта кеше», «Ижади ғаилә», «Йыл батыры», «Спорт һөйөүсе ғаилә», «Йыл тренеры», «Йыл режиссеры» уҙғарыла.

Премияның төп принцибы булып еңеүселәрҙе объектив һайлау тора. 2020—2021 йылдар дауамында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдарында дәғүәселәрҙең һәр береһе менән тамашасыларҙы таныштырған тапшырыуҙар эфирға сыҡты[2].

«Ҡурай даны» көмөш миҙалына лайыҡлыларҙы телетамашасылар һайлай — еңеүселәр интернет аша тауыш биреү юлы менән билдәләнә[3][4].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]