20 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 июль | |
![]() |
20 июль — григориан стиле буйынса йылдың 201-се (кәбисә йылында 202-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 164 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Колумбия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Кипр Республикаһы: Тыныслыҡ һәм азатлыҡ көнө.
Греция: Зевс һәм Гелиос байрамы.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1810: Латин Америкаһында бойондороҡһоҙ Колумбия дәүләте төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәжит Ғафури (1880—28.10.1934), шағир һәм яҙыусы, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923.
- Әбүзәров Имам Сәлимгәрәй улы (1925—2018), СССР Аэрофлоты хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1985 йылдарҙа Өфө аэропорты авиатехнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, СССР Аэрофлоты отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ташаҫты ауылынан.
- Субаев Флүр Йосоп улы (1930—28.07.2000), хәрби эшмәкәр. Генерал-майор (1980). Даманский утрауында СССР-Ҡытай ҡораллы бәрелешендә (1969) һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1984) ҡатнашыусы. 1950 йылдан СССР Дәүләт именлеге органдарының Сик буйы ғәскәренең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1953 йылдан — сик буйы заставаһы начальнигы урынбаҫары, застава начальнигы, артабан Алыҫ Көнсығыш сик буйы округының сик буйы отряды начальнигы; 1977 йылдан Байкал аръяғы, 1981—1990 йылдарҙа Кавказ аръяғы сик буйы округтары командующийҙары урынбаҫары. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Ҡыҙыл Йондоҙ (1984), 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1977) ордендары кавалеры.
- Каланов Рим Ғариф улы (1955), ғалим-хирург, онколог. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1992 йылдан — Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1995 йылға тиклем бүлек мөдире, 2012 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Нуғай ауылынан.
- Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы (1955—27.03.2011), ғалим-педагог. 1984 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан психологик эксперименталь лаборатория мөдире. Психология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәшергән ауылынан.
- Артюхов Александр Викторович (1970), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры, 2011—2015 йылдарҙа идара итеүсе директоры; 2015 йылдан «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционер берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009), Почёт ордены кавалеры (2013).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сухоруков Алексей Яковлевич (1916—20.02.1973), 1939–40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында, Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала 1940 йылдағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир. Майор. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы (1961), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған нефтсеһе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы (1932), ғалим-онколог. Медицина фәндәре докторы (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һəм Башҡорт АССР‑ының (1975) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2000), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы (1923—2013), педагог, Кушнаренко районының Талбаҙы ауыл мәктәбенең элекке уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры.
- Мусин Рәзил Ситдиҡ улы (1943—9.03.1994), партия, хужалыҡ, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының элекке 1-се секретары һәм Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының элекке хакимиәт башлығы, 1990—1994 йылдарҙа Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының 10-12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иғмәт ауылынан.
- Фәйезов Ғәли Биктимер улы (1948), ғалим-философ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ованесов Гурген Павлович (1909—9.10.1993), ғалим-инженер‑геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1952—1963 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш геологы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1961). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1959), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1979), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ике Ленин (1955, 1959), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Әзербайжан Республикаһынан.
- Безценный Виктор Николаевич (1924—2.12.1976), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (1924—4.03.1994), нефть сығарыу тармағы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969).
- Садиҡов Рим Хәсән улы (1934—4.08.1999), ғалим-химик‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ишкилдин Люцир Мирзаян улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1962—1983 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ауыр йөк ташыусы автомобилдәр йөрөтөүсеһе, артабан 1997 йылғаса — үҙбушатҡыс машина йөрөтөүселәр бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1979).
- Турунтаева Галина Абдулловна (1939), педагогик хеҙмәт ветераны. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сәлихов Азат Әҡсән улы (1949), ғалим-йылылыҡ энергетикаһы инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. 1998-2001 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1999). Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1995) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Төпкилде ауылынан.
- Сафиуллин Динус Нуриман улы (1949—9.02.2007), ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Сауыҙ ауылынан.
- Усманов Радик Рәғиб улы (1959), алдынғы механизатор, Балтас районының Куйбышев исемендәге хужалыҡ тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1785: Мәхмүт II, Ғосман империяһының 1808—1839 йылдарҙа хакимлек иткән 30-сы солтаны.
- 1800: Александр Вельтман, Рәсәй империяһы картографы, лингвист, археолог, шағир һәм яҙыусы.
- 1850: Элиас Мюллер, Германия философы, эксперименталь психолог.
- 1880: Герман Кайзерлинг, Германия философы, яҙыусы, сәйәхәтсе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]