Мәхмүт II

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәхмүт II
ғосм. محمود ثانى‎ — Mahmûd-u sânî
Мәхмүт II
Флаг
Флаг
Ғосман солтаны
18081839
Алдан килеүсе: Мостафа IV
Дауамсы: Ғабдулмәжит I
 
Дине: ислам
Тыуған: 20 июль 1785({{padleft:1785|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Истанбул, Ғосман империяһы
Үлгән: 1 июль 1839({{padleft:1839|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (53 йәш)
Истанбул, Ғосман империяһы
Ерләнгән: Мәхмүт II кәшәнәһе
Династия: Ғосмандар[d]
Атаһы: Ғабдулхәмит I
Әсәһе: Нәҡшидил Солтан[d]
Супруг: Безмиалем-султан[d], Пертевниял-султан[d], Ашубиджан Кадын Эфенди[d], Хаджие Хошьяр Кадын-эфенди[d] һәм Hacıye Pertevpiyale Nevfidan Kadın[d]
Балалары: Әбделмәжит I[d]
Абдул-Азиз[d]
Адиле Султан[d]
Салиха Султан[d]
Атие Султан[d]
Михримах Султан[d]
 
Автограф:
Тугра: Тугра

Мәхмүт II (ғосм. محمود ثانى‎ — Mahmûd-u sânî, төр. İkinci Mahmut; 20 июль 1785 йыл1 июль 1839 йыл) — Ғосман империяһының 18081839 йылдарҙа хакимлек иткән 30-сы солтаны. 1820—1830-сы йылдарҙа прогрессив реформалар (шул иҫәптән янычар корпусын һәм хәрби-лен системаһын бөтөрөү һ. б.) үткәрә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәхмүт ғосман солтаны Абдул-Хәмит I кесе улы була, уның әсәһе — солтандың етенсе ҡатыны, сығышы менән черкес йә грузин Накшидиль (Эме де Ривери). Мостафа Байраҡтар паша етәкселегендәге бола менән тәхеткә ултыртыла. Мәхмүт II үҙенең хакимлығын күп кешеләрҙе, шул иҫәптән үҙенең ағаһын һәм унан алдағы ғосман солтаны Мостафа IV үлем язаһына тарттырыуҙан башлаған.

Ғосман империяһының сәйәси һәм хәрби көсһөҙлөгө илде Европа өлгөһөндә реформалау кәрәклеген күрһәткән, һәм Мәхмүт II ғосман солтаны Сәлим III сәйәсәтен дауам итеү маҡсатында эш иткән.

Мәхмүт II иң мөһим реформаларының береһе — хәрби реформа: 1826 йылда ул янычарҙарҙы юҡ итә һәм йыйылма ғәскәр төҙөй, уларҙы ойоштороу өсөн европа инструкторҙарын, шул иҫәптән Мольткены, саҡыра.

Мәхмүт II Ғосман империяһында донъяуи белем таратырға — китап баҫтырырға, әҙәбиәт һәм журналистика төҙөргә маташҡан. Эске идаралыҡта солтан дөрөҫ хакимиәт индерергә, ришүәтселекте бөтөрөргә, пашаларҙың үҙәк власҡа буйһоноуы фиктив рәүештә түгел ә ғәмәлдә булыуын эшләргә тырышҡан. Империяның граждан һәм енәйәт ҡанундарында ла Мәхмүт II реформаларының эҙҙәрен йөрөткән. Солтандың эшмәкәрлеге руханиҙар, түрәләр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, әммә халыҡ араһында был яҡлау тапмаған.

Хәрби реформалар һөҙөмтәһендә ғәскәрҙәрҙең иң кәрәкле булған осраҡта, Греция һәм Рәсәй империяһы менән һуғыштарҙы тамамлар өсөн Ғосман империяһының бер-ниндәйҙә тәжрибәле армияһы булмай.

Мәхмүт II хакимлығы осоро үҙ-ара низағ һуғыштары менән, шул иҫәптән янина пашаһы Ғәли һәм Мысыр пашаһы Мөхәмәтғәле менән көрәш; Рәсәй империяһы менән ауыр һуғыштар (1806—1812 һәм 1828—1829); был дәүерҙә Ғосман империяһы Грецияны, Сербияны, Молдавия һәм Валахияны, фактик рәүештә Мысырҙы юғалта.

Мәхмүт II үпкә туберкулезы һәм бауыр циррозы яфаланып вафат булған. Мәхмүт II мәйете ғосман солтандарының һуңғы ғаилә төрбәһендә — уның өсөн төҙөлгән Истанбул мавзолейында ята.

Мәхмүт II ике улы — Ғабдулмәжит I (1823—1861) һәм Ғабдулғәзиз (1830—1876) Ғосман империяһының солтаны булғандар.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был исемлек үҙенә бөтә ҡатындарҙы үҙ эсенә ала, улар тураһында һәрәмгә ҡасандыр «ингән», «алынған» йәки «тотолған» тип яҙылған. Ләикн был уларҙың бөтәһе лә йыуанса булған тигәнде аңлатмай[1].

Ҡатындары һәм йыуансалары
  • Акиде-хатун — француз йыуансаһы, 1453 йылдың майында Константинополдә әсир итеп алына[1].
  • Анна Комнина[tr] — император Трапезунд Давида Комнина һәм Елена Кантакузина ҡыҙы. Трапезундта 1460 йылда әсирлеккә эләгә, һуңынан уны Мәхмүт II ебәрә. Ике тапҡыр кейәүҙә була, исдамды ҡабул итә[2].
  • Анна-хатун (1470 йылда язалап үлтерелә) — йәнәһе, губернатор Негропонте ҡыҙы Паоло Эридзо[it], 1470 йылдың июлендә, Негропонте ҡолатылған ваҡытта әсирлеккә эләгә. Солтан һәрәменә инергә баш тарта һәм үлем язаһына тарттырыла[3]. Хроникалар һәм хәҙерге документтар ҡатыны булмаған Паоло Эридзоның ҡыҙы барлығын теркәмәй. Уйҙырма ҡыҙы һәм ғаиләһе Эридзоға, Негропонтеның ҡолауы һәм Эридзоның үлеме тураһында хикәйәне эмоциональ итеү маҡсатында өҫтәп яҙылған[4].
  • Чичек-хатун (1498 майында үлә) — бер мәғлүмәттәр буйынса, төрөк ҡатын-ҡыҙы[5], башҡа мәлүмәттәр буйынса серб кенәз ҡатын-ҡыҙы була[6].
  • Эсмехан-хатун[7]
  • Әминә Гөлбахар-хатун (1492 й. үлә) — никах 1446 йылда төҙөлә. Баязид II ваҡытында вәлидә-солтан титулы кеүек үк титул ала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса славян[8] йәки албан ҡатын-ҡыҙы була[9].
  • Гөлшаһ-хатун (1474 й. ғинуарында үлә) —никах 1449 йылда төҙөлә[7].
  • Елена-хатун[tr] (1442—1470) — деспот Морея Димитрий Палеолог һәм Феодора Асень ҡыҙы. Грек сығанаҡтарына ярашлы, 1458 йылда Мәхмүт II һәрәменә инә, ләкин солтан тарафынан кире ҡағыла, сөнки солтан унан ағыулар тип ҡурҡа[10].
  • Ирина-хатун (1453 й.үлтерелә) — Константинополдә 1453 йылдың майында әчирлеккә алына һәм тиҙҙән үлтерелә[11].
  • Мария-хатун — Лемнос хакимы Дорино I Гаттилузио һәм уның ҡатыны Трапезунд хакимдашы Александра Комнинаның ҡыҙы. 1462 йылда Трапезундта алына[12].
  • Ситти Мюкриме-хатун (1467 й. апрелендә үлә) — Зулькадар хаким Сөләймән-бей ҡыҙы. Никах 1449 йылда төҙөлә. Бабингерҙың «Ислам» китабына ярашлы, Ситти Мюкрименың балалары булмай[13].
  • Тамара-хатун (1441 й. тыуған) — Византия тарихсыһы һәм дәүләт эшмәкәре Георгий Сфрандзи ҡыҙы. Һәрәмгә 1456 йылда эләгә[7].
  • Хатидже-хатун[14]Заганос Мәхмүт-пашаның ҡыҙы. Никах 1453 йылда төҙөлә[7]. 1456 йылда Заганос-паша отставкаға киткәс, Мәхмүд II уның ҡыҙы менән айырылыша[15].
  • исеме билдәһеҙ булған ҡатыны — Ибраһим II Караманоглу ҡыҙы. Никах 1451 йылда төҙөлә[16].
  • исеме билдәһеҙ булған ҡатыны — Мәхмүт-бейҙең ҡыҙы һәм Ибраһим II Караманоглуның ейәнсәре. Был һәм бынан алдағы ҡатыны Мәхмүт II шул уҡ ҡатыны булыуы ихтимал[16].
  • исеме билдәһеҙ булған йыуансаһы/ҡатыны — Лемнос хакимы Дорино I Гаттилузио ҡыҙы, Мария-хатундың һеңлеһе. Һәрәмгә 1455 йылдың февралендә эләгә[7].
  • исеме билдәһеҙ булған йыуансаһы/ҡатыны — шул уҡ исемле кенәзлек мнән идара иткән Тургатир ғаиләһенә ҡараған[7].
Улдары
  • Баязид II (3 декабрь 1447/ғинуар 1448[7] — 26 май 1512[17]; әсәһе — Әминә Гөлбахар-хатун[18][19])
  • Шаһзада Мостафа (1450 — 25 декабрь 1474; әсәһе — Гөлшаһ-хатун[7]) — вәли Караман[20]. Ҡыҙҙары Халы, Бүлбүл һәм Нергисшаһ; Мостафаның тәбиғи үлем менән үлеүе тураһында билдәле булһа ла, ул Гедик Әхмәт-пашаның ҡатынын көсләгәне өсөн язалап үлтерелә, тигән имеш-мимештәр йөрөй[21].
  • Джем солтан (23 ғинуар[6]/22 декабрь[7] 1459/1460[22] — 25 февраль 1495[7]/1496[22]; әсәһе — Чичек-хатун[7]) — вәли Караман[22], атаһының үлеменән һуң ғосман тәхетенә дәғүә итеүсе. Ҡыуылғанға тиклем Севиред-хатунға өйләнә, унан улы Морат ( 1522 йылдың 24 декабрендә үлтерелә) һәм Уғыҙ (1480 — 1482 йылдың декабрендә үлтерелә) һәм ҡыҙы (1474 й. тыуа) була, ул ике тапҡыр кейәүҙә була[7]. Һөргөндә Елена Орсиниға өйләнә, унан шулай уҡ улдары Пьер-Мамед, принца Сәит була. Джем үпкә шешеүенән үлә йәки ағыулана[23].
  • Нуреддин[7]
Ҡыҙҙары

Мәхмүт II сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Операла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинола[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйындарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "Дракула. История любви"(2020), Романтик Клуб персонажы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Alderson, 1956, table XXVII (прим. 4)
  2. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 5)
  3. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 6)
  4. Gullino, 1993
  5. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 7)
  6. 6,0 6,1 Kafadar, 1999, s. 340—343
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 7,16 Alderson, 1956, table XXVII
  8. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 9)
  9. Babinger, 1992, p. 51
  10. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 10)
  11. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 11)
  12. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 12)
  13. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 13)
  14. Sakaoğlu, 2008, s. 131
  15. Stavrides, 2001, p. 101
  16. 16,0 16,1 Alderson, 1956, table XXVII (прим. 15)
  17. Alderson, 1956, table XXVIII
  18. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 9, 13)
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 15
  20. Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 30
  21. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 19)
  22. 22,0 22,1 22,2 Süreyya, 1 Cild, 1996, p. 10
  23. Alderson, 1956, table XXVII (прим. 18
  24. Topkapı Sarayı Müzesi, 1940, p. 172
  25. 25,0 25,1 Peirce, 1993, p. 304
  26. Topkapı Sarayı Müzesi, 1940, p. 275
  27. Первый турецкий исторический блокбастер вызвал волну протестов среди греков и немецких христиан., Diletant (9 февраля 2012).(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]