Эстәлеккә күсергә

Мәхмүт II кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәхмүт II кәшәнәһе
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Çemberlitaş[d]
Архитектор Мимар Кәмәлетдин
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в мавзолее Махмуда II[d]
Карта
 Мәхмүт II кәшәнәһе Викимилектә

Мәхмүт II кәшәнәһе — Истанбулдың иҫтәлекле урыны, ғосман солтандарының һуңғы ғаилә төрбәһе. Уның янында — билдәле ғосман сәйәсмәндәренең һәм яҙыусыларының ҡәберҙәре менән зыярат.

Архитектураһы һәм биҙәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мавзолейҙа.

Планда һигеҙ мөйөшлө булған ампир стилендәге кәшәнә бинаһы аҡ мәрмәр менән көпләнгән. Көмбәҙе һылап яһалған сәскәләр менән биҙәлгән. Бинаның эсендә мәрмәр табличкала каллиграф Мәхмүт Хашим эшләгән яҙма бар. Кәшәнә көмбәҙенә эленгән гәлсәр шәмдәл королева Викторияның бүләге. Алтын ялатылған сәғәт — француз императоры Наполеон III бүләге.

Кәшәнә солтан Әбдел-Мәжит I бойороғо буйынса уның атаһы Мәхмүт II кәүҙәһен күмеү өсөн ғосман архитекторҙары-әрмәндәр Богос һәм Оганес Дадяндар тарафынан төҙөлә. 1840 йылда төҙөү тамамлана.

Һуңғараҡ кәшәнәлә солтан Абдул-Әзиз һәм Хәмит II-нең — Мәхмүт II-нең улы һәм ейәненең төрбәләре барлыҡҡа килә.

1920 йылға тиклем кәшәнә өсөн кәртәләп алынған биләмәлә билдәле сәйәсмәндәр һәм яҙыусылар ерләнә, шуның арҡаһында кәшәнә янында барлыҡҡа килгән зыяратта байтаҡ һуңғы ғосман мәҙәниәтенең сағыу вәкилдәре бар.

2009 йылда кәшәнә эргәһендә Ғосман Эртогрулдың, ғосман тәхете вариҫтарының береһенең ҡәбере барлыҡҡа килә.

Мавзолейҙағы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мәхмүт II
  • Солтан Безмиалем
  • Ғәбделәзиз
  • Ғәбделхәмит II
  • Йософ Иззеддин-әфәнде

Зыяратта билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
зыяратта


  • Бәдреддин Симави
  • Гёкальп Зия
  • Хәлил Рыфат-паша
  • Сәид Хәлим-паша
  • Өмәр Фарук
  • Эртогрул Ғосман