1 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
1 июль | |
![]() |
1 июль — григориан стиле буйынса йылдың 182-се көнө (кәбисә йылында 183-сө). Йыл аҙағына тиклем 183 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Бурунди: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Болгария: Йәштәр Джулая байрамы.
Гана: Республика көнө.
Канада: Канада көнө.
Ҡытай: Ҡытай Коммунистар партияһы ойошторолған көн.
Лесото: Ғаилә көнө.
Руанда: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Сомали: Берләшмә көнө.
Суринам: Азатлыҡ көнө.
Төркиә: ВМС көнө.
Ҡырғыҙстан: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Молдавия: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әрмәнстан: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсми булмаған
Рәсәй: Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1661: Рус-швед һуғышы (1656—1658) тамамлана.
- 1735: Башҡорт ихтилалдары башлана, рәсми мәғлүмәттәр буйынса ихтилалды баҫтырыу барышында 725 ауыл юҡ ителә, 40 меңдән ашыу кеше һәләк була һәм ҡоллоҡҡа оҙатыла.
- 1862: Рәсәйҙә халыҡ өсөн асыҡ китапхана эшләй башлай.
- 1882: Санкт-Петербургта беренсе телефон станцияһы сафҡа инә.
- 1917: Рәсәй беренсе тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсә.
- 1918: Башҡортостан мөхтәриәте территорияһында тәртип һаҡлау өсөн Башҡорт Хөкүмәтенең хәрби бүлеге махсус тәғәйенешле ҡораллы ирекле отрядтар ойоштороу тураһында фарман сығара.
- 1934: Башҡортостан рәссамдары союзы ойошторола.
- 1941: «Внуково» халыҡ-ара аэропортының беренсе сираты асыла.
- 1955: «Иностранная литература» журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 1958: Әбйәлил районында урынлашҡан «Яҡтыкүл» шифаханаһы асыла.
- 1970: Өфөләге хәҙерге «Геофизика» ғилми-производство фирмаһы эш башлай.
- 1994: Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторола.
- 2010: Балаҡатай районында «Урыҫ йыры һәм таҡмағы» тип исемләнгән төбәк-ара байрам асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Саҡаев Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы (1885—3.03.1927), театр актёры, режиссёр. 1919—1925 йылдарҙа Үрнәк татар-башҡорт театрының художество етәксеһе, Башҡорт дәүләт драма театры һәм Башҡорт Күсмә театры режиссёры, 1926 йылдан хәҙерге Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылынан.
- Хәмитова Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы (1890—17.09.2011), хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Әмин ауылында тыуған оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны, ете бала әсәһе.
- Хәкимов Халиҡ Рәүеф улы (тулы исеме Ғәбделхәкимов Халиҡ Ғәбделрәүеф улы; 1895—3.04.1975), дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-инженер. Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1922 йылдарҙа Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы Эске эштәр халыҡ комиссариатының милли эштәр буйынса бүлек мөдире. 1930 йылдан Мәскәүҙәге Н. М. Герсеванов исемендәге Нигеҙҙәр һәм ер аҫты ҡоролмалары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1951 йылдан — свайлы фундаменттар лабораторияһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1956), профессор (1957). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1958, 1961). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Дүсән ауылынан. Дипломат Кәрим Хәкимовтың ҡустыһы.
- Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы (1930—19.10.2001), малсылыҡ алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы «Заветы Ленина» колхозы һауынсыһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР-ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963).
- Мөхәмәҙиев Сабит Әхкәм улы (1935), хеҙмәт ветераны. 1955—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы Чапаев исемендәге колхоз малсыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Дәминев Риф Абдулла улы (1940), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр композитор, йәмәғәтсе. 1988—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡ химик технология техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, СССР Химия сәнәғәте министрлығының почётлы химигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
- Хәзиев Наил Мәғәфүр улы (1940), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, ауыл хәбәрсеһе, крайҙы өйрәнеүсе. 1969 йылдан Балтас районы Үрге Ҡарыш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—2000 йылдарҙа директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), райондың почётлы гражданы (2004). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1955), ғалим-философ, композитор. 2002 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылынан.
- Ғәлиев Венер Зәйнулла улы (1975), спортсы. Универсаль алыш (2003—2008) һәм алыш самбоһы (2008—2011) буйынса Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. Күп тапҡырҙар донъя, Евразия, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Универсаль алыш (2006) һәм самбо (2000) буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы һәм атҡаҙанған (2010) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡырымғужин Ғилметдин Сәйфетдин улы (1927—1.02.1991), ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1954—1990 йылдарҙа Йылайыр районы «Башҡорт» совхозының трактор бригадаһы бригадиры һәм бүлексә идарасыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), ике Ленин ордены кавалеры (1957, 1971). Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975). Сығышы менән Хәйбулла районы Иләс ауылынан.
- Низамов Рәйес Ғилметдин улы (1932—16.08.1978), башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1978).
- Кукубаев Анатолий Кукубаевич (1932—1.08.2002), композитор, 1964—2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы педагогы. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1967).
- Саҡаев Йәүҙәт Әбүбәкер улы (1937), Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозының ветеран-механизаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Колесникова Зоя Васильевна (1942), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1992 йылдарҙа А. П. Завенягин исемендәге Норильск тау-металлургия комбинаты флотаторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). Сығышы менән Баймаҡ районы Йылайыр игенселек совхозының Үҙәк усадьбаһынан.
- Ғәлиев Радик Хөрмәт улы (1952), мәғариф эшмәкәре. 1994—2014 йылдарҙа Кушнаренко һөнәрселек училищеһы директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән Ҡыйғы районының Абзай ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы (1957), ғалим-терапевт, фармокология маркетологы. 2016 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препаратттар тикшереү һәм эшләү федераль фәнни үҙәге директоры, «Ремедиум» һәм «Медицинский совет» журналдарының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы (1957), ғалим-агроном, политолог, юрист, юғары мәктәп уҡыутыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры (2013), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы (2012), Рәсәй юристары Ассоцициаһы (2012), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (2019) ағзаһы, «Архангель яҡташтары» йәмғиәт ойошмаһының идара рәйесе. Сығышы менән Архангел районы Айытмәмбәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хохлов Анатолий Иванович (1918—4.02.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының разведка начальнигы, капитан, Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Бахмут ауылынан.
- Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1938), мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).
- Крючков Валерий Александрович (1943), педагог, 1965—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 10-сы урта мәктәбе һәм 1-се гимназияһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Кутепов Борис Иванович (1948), инженер-технолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы (1953), педагог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2014) һәм мəғариф отличнигы (2009).
- Сафин Хәлил Мәсғүт улы (1963), ғалим-инженер‑гидротехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2016), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006).
- Савельев Игорь Викторович (1983), прозаик, әҙәби тәнҡитсе, журналист, кинотәнкитсе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2013).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡадиров Нурлығаян Хафиз улы (1894—19.7.1956), педагог, 1925 йылдан хәҙерге Ейәнсура районы мәктәптәрендә уҡытыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районынан.
- Ихсанов Ғимат Сөләймән улы (1899—1956), педагог, партия органдары хеҙмәткәре. 1924—1956 йылдарҙа хәҙерге Бөрйән районы мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1941).
- Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (1919—15.01.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Морозов Николай Филиппович (1924—20.03.1994), урман белгесе. 1942 йылдан Туймазы тәжрибә‑үрнәк урман хужалығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән: 1958 йылдан — өлкән урмансы, 1973—1985 йылдарҙа генераль директор урынбаҫары—баш урмансы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған урман белгесе (1968), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән Ырымбур губернаһының Яңы Николаевка ауылынан.
- Ягодкин Василий Максимович (1939—24.01.2015), ғалим-инженер‑конструктор, 1967—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре (2002). Сығышы менән Брянск өлкәһенең Княгинино ауылынан.
- Әхмәтова Венера Мөҙәрис ҡыҙы (1949), табип-невролог, 1994—2013 йылдарҙа 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Сөйәрмәт ауылынан.
- Жиляев Александр Петрович (1959), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1646: Готфрид Лейбниц, Австрия математигы.
- 1750: Иван Миллер, Рәсәй империяһы тарихсыһы, географ.
- 1755: Христиан Фридрих фон Глюк, Германия ғалимы, юрист һәм педагог, Эрланген университеты профессоры.
- 1780: Карл Клаузевиц, Германияның хәрби теоретигы, генерал.
- 1818: Игнац Филипп Земмельвайс, Венгрияның ғалим-табибы, акушер, асептикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1845: Адольф Зильберштейн, Венгрия һәм Германия яҙыусыһы, журналист һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1865: Владимир Кривош-Неманич, Рәсәй империяһы һәм СССР полиглоты, криптограф, стенограф һәм тәржемәсе.
- 1885: Юлдаш Ахунбабаев, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Үзбәк ССР-ын ойоштороусыларҙың береһе, республика Үҙәк Башҡарма Комитетының беренсе (1925—1938) һәм Юғары Советы Президиумының икенсе (1938-1943) рәйесе.
- 1895: Леонтий Кирюков, СССР композиторы, хор дирижёры, Мордовия АССР-ының халыҡ артисы.
- 1900: Курт Фишер, Германия сәйәсмәне, журналист.
- 1905: Ғәни Сәфиуллин, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант (1944), Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1910: Эмилия Штина, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-альгологы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973).
- 1915: Вилли Диксон, АҠШ музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1925: Фарли Грейнджер, Америка актёры.
- 1925: Клара Лучко, киноактриса, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1930: Евгений Птичкин, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1940: Алексей Беручевский, СССР футболсыһы, тренер.
- 1940: Заһит Зарифоглу, Төркиә шағиры, балалар яҙыусыһы.
- 1940: Рәүил Шәймәрҙәнов, СССР һәм һәм Рәсәйҙең ғалим-табибы, профессор.
- 1945: Дебора Харри, Америка йырсыһы, киноактриса, 1975—1983 йылдарҙа «Blondie» төркөмө солисткаһы.
- 1950: Камил Кәримов, яҙыусы-сатирик, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1955: Людмила Казанцева, ғалим-педагог, Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты профессоры.
- 1985: Леа Сейду, Франция актрисаһы, модель.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2002: Михаил Круг, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 2004: Марлон Брандо, Американың театр һәм кино актёры, Оскар премияһы лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]