Эстәлеккә күсергә

Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Айытмәмбәт, Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы), Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө агроном, юрист, яҙыусы, дәүләт хеҙмәткәре, университет уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Юғары партия мәктәбе[d]
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Ғилми исеме профессор[d] һәм академик[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] (2009)
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы

Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы (1 июль 1957 йыл) — ғалим-агроном, юрист, яҙыусы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Тәбиғи белем академияһы академигы (2013), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2013), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2019 ҡабул ителгән, 2023 йылда ағзалыҡтан сығарылған). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2012), Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы эксперты (2020), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы (2020).

Ғарифулла Хәбибулла улы Япаров 1957 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Архангел районы Айытмәмбәт ауылында тыуған.

Архангель районының Аҙау урта мәктәбен 1974 йылда тамалағандан һуң Аксён ауыл хужалығы техникумына «Агрономия» һөнәре буйынса уҡырға инә. Техникумды тамамлап өлгөрмәй, хәрби хеҙмәткә алына.

19761978 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Отделение командиры, взвод командиры урынбаҫары вазифаларын башҡара. Топогеодезист хәрби һөнәренең беренсе класс (I) һәм оҫта (М) квалификацияһын яҡлай, старшина хәрби дәрәжәһе бирелә.

1978 йылда — Аксён ауыл хужалығы техникумын, 1984 йылда хәҙерге Башҡортостан ауыл хужалығы институтын «агрономия» һөнәре буйынса тамамлай.

1970—1998 йылдарҙа Архангел районында бригадир, агроном, колхоз рәйесе, район советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, КПСС район комитетының икенсе секретары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.

1990 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен «политолог, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыһы, совет һәм партия эше белгесе», 2000 йылда — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.

1990 йылда Силәбе өлкәһендә Сыбаркүл дивизияһының зенит-ракета полкы командиры урынбаҫары вазифаһында стажировка үтә. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре капитаны званиеһы бирелә.

2005—2010 йылдарҙа БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Бойондороҡһоҙ бизнес-баһалау», «Кризис менән идара итеү», Башҡорт дәүләт аграр университетында «Ер кадастры инженеры» һөнәрҙәрен ала.

2002—2012 йылдарҙа «Башҡортостан» автономлы учреждениеһының коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ ағзаһы була. РФ комбинаттары, заводтары, холдингылары, колхоздары, совхоздары, МУП-тары һәм дәүләт унитар предприятиелары, Силәбе, Ырымбур, Свердловск һәм Киров өлкәләрендә ауыл хужалығы производство кооперативтары һәм агрофирмалары кеүек 100-ҙән ашыу предприятиела көрсөккә ҡаршы идара итеү процедураһын үткәрә[1].

2016 йылдан Рәсәй Федерацияның хеҙмәт ветераны.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

170-тән ашыу фәнни хеҙмәт, 4 монография һәм 1 уҡыу әсбабы авторы. Аграр мәсьәләләр, төбәк өсөн белем биреү һәм кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре буйынса бер нисә республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми конференцияла ҡатнаша[1].

  • «Күнелемдә ауылым тарихы» (авторҙаш);
  • «Күп милләтле яҙмыш» (авторҙаш);
  • «Притяжение земли», «Честь имею!» китаптарының авторы;
  • «Сабышкан йондоззар»;
  • «Таҡдир»;
  • «Инйәрзаге Париж»;
  • «Париж на Инзере» рус телендә (2019);
  • «Беҙ яратҡан донъя» ;
  • «Ер зары»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәшит Солтангәрәев исемендәге әҙәби премия лауреаты (2017);
  • Мостай Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты (2019);
  • Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты (2019):
  • «Рәсәйҙең Алтын кафедраһы» дипломы ();
  • «Гражданлыҡ батырлығы» ордены ();
  • «Тиңдәр араһында беренсе» ордены ();
  • «Хеҙмәт һәм белем» ордены ();
  • «Рәсәй фәненең абруйын нығытҡан өсөн» миҙалы ()

В. И. Вернадский һәм Н. И. Вавилов исемендәге миҙалдар, Рәсәй һәм Башҡортостандың сәйәси партиялары һәм йәмәғәт ойошмалары билдәләре һәм миҙалдары.

КПСС Үҙәк комитетының Почет грамотаһы, КПРФ Үҙәк комитетының Почет грамотаһы, ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет билдәһе, РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты, БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты, Башҡортостанстаттың Рәхмәт хаты һәм Башҡортостан республика агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Ғ.Х.Япаровҡа Башҡортостан Республикаһында көрсөккә ҡаршы идара итеүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн республиканың көрсөккә ҡаршы идара итеүселәренең үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаһының Почет грамотаһы, республиканың, күрше өлкәләрҙең унға яҡын район Советы һәм хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, шулай уҡ республика министрлыҡтары, ведомстволары, предприятиелары һәм ойошмаларының 60-тан ашыу Почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары тапшырыла[1].