Ғиззәтуллин Баязит Хаммат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиззәтуллин Баязит Хаммат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Суйынсы-Супан, Дмитриевка ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 ноябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Күмертау, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы, саңғы уҙышсыһы
Спорт командаһы ағзаһы СССР
Спорт төрө саңғы спорты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғиззәтуллин Баязит Хаммат улы (рус. Гизатуллин Баязит Хаматович; 1 июль 1936 йыл — 13 ноябрь 2011 йыл) — СССР спортсыһы. Саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1966). СССР чемпионы (1964, 1974), РСФСР чемпионы (1968), СССР кубогы чемпионаттарының көмөш призёры (1969), СССР чемпионаттарының бронза призёры (1964, 1965, 1969, 1969—1970 — эстафетала), «Төньяҡ байрамы» халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1971). Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1964), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1962—1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баязит Хаммат улы Ғизәтуллин 1936 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Суйынсы-Супан утарында тыуған.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1961 йылдан спорт мастеры;
  • 1966 йылдан саңғы ярыштары буйынса Халыҡ-ара класлы СССР спорт мастеры;
  • 1962—1971 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы;
  • 1964 йылда уҙғарылған Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы;
  • 1964 йыл «Труд» ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе, СССР саңғы ярышы чемпионатында 50 км алыҫлыҡтағы ярышта СССР чемпионы;
  • 1971 йылда эстафетала СССР чемпионы;
  • 1968 йылда эстафетала РСФСР чемпионы;
  • 1963 йылдағы, 1965 йылдағы СССР саңғы ярышы чемпионаттарында, 1969 йылда уҙғарылған СССР кубогы ярышында 50 км уҙышта көмөш призеры;
  • СССР чемпионаттарында 1964 йылдағы 15 км араға уҙышта, 1965 50 км араға уҙышта, 1969 йыл 30 км араға уҙышта, шулай уҡ ошо йылдағы 70 км уҙышта бронза призеры.
  • 1971 йыл «Төньяҡ байрамы» халыҡ-ара ярыштарҙа эстафетала еңеүсе була.

Спортта һирәк осрай торған хәл: ул бар ярыштарға ла үҙ аллы әҙерләнә. Йәғни үҙе өсөн эшләй[1].

Башҡортостан спорты тарихына көслө саңғысы булып инә. Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһында йәшәй. 2011 йылдың 13 ноябрендә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Баязит Хаматдинович ГИЗАТУЛЛИН » Кумертауское Время. Дата обращения: 31 ғинуар 2014. Архивировано из оригинала 3 февраль 2014 года. 2014 йыл 3 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]