Ҡатын-ҡыҙ
Ҡатын-ҡыҙ1 һәм Ҡатын-ҡыҙ мәҡәләләрен берләштерергә! |
Ҡатын | |
![]() Сәба батшабикәһе • Магуба Сыртланова • Жанна д’Арк • Эва Перон • Мария Склодовская-Кюри • Индира Ганди • Венера Виллендорфская • Вангари Маатаи • Mother Teresa • Грейс Хоппер • Mamechiho, гейша • Тибет фермеры • Мэрилин Монро • Опра Уинфри • Аун Сан Су Чжи • Жозефина Бейкер • Исида • Лаверна Кокс • Елизавета I • Кечуа халыҡ |
Ҡатын - (фарс. خاتون — Khātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан) - (рус. Женщина) — айырым тәбиғи сифаттарға эйә булған енес кешеһе, кеше төрөнә ҡараған ике заттың береһе, иргә ҡапма-ҡаршы булған зат, никахлы ғаилә иптәше[1], бисә, кәләш, йәмәғәт, ефет[2], ҡатын-ҡыҙ затына ҡараған оло кеше. Башҡа затҡа ҡараған кеше ир тип атала.
Йөкмәткеһе
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
"Ҡатын (Хатун)" һүҙе — борон ир-аттың "хан" тигән титулына тап килгән дәрәжә, титул. Был төшөнсә Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштағы «императрица», «батшабикә», «королева» тигән титулға тура килә.
Төрки-монгол донъяһында таралған бик күп башҡа титулдар кеүек, «хатун» титулы икенсе бер һинд-европа тел төркөмөнән, согди тамырлы[3][4][5].
Ислам дине Үҙәк Азияға килеп етмәҫ элек «хатун» титулын Бохара батшабикәһе йөрөткән. «Энциклопедия ислама»:[4].
![]() |
Хатун — согди сығышлы титул, уны Ашин хандың, артабанғы төрки ил башлыҡтарының ҡатындары һәм апай-һеңлеләре һәм йөрөткән | ![]() |
Урта Азия халыҡтарынең ҡайһы берҙәренең телендә шуғалыр ҙа "ҡатын" һүҙе көндәлек тормошта ҡулланылмай. Үзбәктә ул - айол, ҡырғыҙҙа - аял, ҡаҙаҡта - әйел, монголда - эмэгтэй хүн. Әзериҙә, төрөктә генә кадын (qadın) һүҙе ҡулланыла.
Йөкмәткеһе үҙгәреүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Осман империяһында солтан әсәһенә вәлидә титулы бирелгәс, ҡатындар тип солтандың кәнизәктәрен атай башлағандар.
Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Боронғо замандарҙан ҡатындың төп тәғәйенләнеше - бала табыу һәм тәрбиәләү, шулай уҡ йорт эсендәге эштәр булған тигән фекер бар. Мәгәр башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙ араһынан ханбикәләр булыуы ла билдәле. Тарихыбыҙҙа Бәндәбикә кеүек олуғ шәхес булыуы ла күпте һөйләй. Ирҙәр менән рәттән яу сабыуҙары ла мәғлүм.
Тарихтағы атаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәндәбикә
- Киҫәнбикә Байрасова
- Мәғүбә Сыртланова
- Зәйтүнә Әлибаева
- Банат Батырова
- Сәғиҙә Мөхәмәтдинова
«Ҡатын» мәғәнәһе булған башҡа һүҙҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбей — оло ҡатын
- Бисә — ирҙең ғаилә иптәше булған ҡатын
Енесте аңлатҡан символика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡул ишаралары символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Япониялажестом, означающим «ҡатын-ҡыҙ», шулай уҡ «хужабикә» йәки «һөйәркә» тигәнде аңлатҡан фамильяр ишара - алған һонолған ҡулда башҡа бармаҡтарҙы бөгөп, сәтәкәйен генә тура ҡалдырып күрһәтеү [6].
- Урыҫтарҙа «ҡатын-ҡыҙ» тигәнде ике тапҡыр ҡыҫҡа ғына итеп ҡул һырты менән сикәгә тейеп алыу; баш бармаҡ усҡа табан бөгөлгән була [7].
График символика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Венера көҙгөһө — Венера планетаһы символы ♀, биологияла ҡатын-ҡыҙ енесен билдәләү өсөн ҡулланыла
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Abdülkadir Özcan Hatun // Islam Ansiklopedisi — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1997. — Vol. 16. — P. 499—500.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Словарь синонимов башкирского языка (З. Г. Ураксин, 2000)
- ↑ Carter Vaughn Findley, «Turks in World History», Oxford University Press, 2005, p. 45: «… В тюркской государственной структуре использовалось множество элементов нетюркского происхождения […] как, например, в случае с титулами „хатун“ […] или „бек“ […] оба термина имеют согдийское происхождение и до сих пор широко используются в турецком языке…»
- ↑ 4,0 4,1 Fatima Mernissi, «The Forgotten Queens of Islam», University of Minnesota Press, 1993. pg 21: «… „Хатун“ — титул согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами… последующих тюркский правителей…»
- ↑ Leslie P. Peirce, «The Imperial Harem: Women and Sovereignty in the Ottoman Empire», Oxford University Press, 1993. pg 312: «… О титуле „хатун“ см.: Бойль. „Хатун“, 1933., согласно ему, титул, — согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами различных тюркских правителей…»
- ↑ Тумаркин П. С., Жесты и мимика в общении японцев: лингвострановедческий словарь-справочник, — М.: Русский язык-Медиа, 2008, С. 80, ISBN 978-5-9576-0480-8.
- ↑ Русский жестовый язык. Занятие по теме «Люди»