Бәндәбикә кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Архитектура ҡомартҡыһы
Бәндәбикә кәшәнәһе
Кэшэнэ Бэндэбикэ
Кәшәнәне һаҡлау өсөн хәҙерге көндә кирбестән ҡорам ҡуйылған
Кәшәнәне һаҡлау өсөн хәҙерге көндә кирбестән ҡорам ҡуйылған
Ил Рәсәй
Урыны Башҡортостандың Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы
Конфессия ислам
Статус 15-16 быуаттың тарихи-архитектура ҡомартҡыһы
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 0310031000объект № 0310031000

Бәндәбикә кәшәнәһе — башҡорт мәҙәниәтенең 15-16 быуат ҡомартҡыһы, Бәндәбикәнең ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма[1].


Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңынан тергеҙелгән кәшәнә ҡыҙыл кирбестән, ҡабырғалары һигеҙ мөйөшлө, дүрт аркалы, бишенсе арка ишек итеп төҙөлгән. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролма.

Кәшәнәнең түбәнге ярусы планда тура мөйөшлө (8,8×6,9 м) булған, өҫкөһө — һигеҙ мөйөшлө. Ҡабырғалары 1,1 м ҡалынлыҡта, һор, ҡыҙыл кирбестән шыршы орнаменты һалынған. Көньяҡтан инеү урыны көмбәҙ түшәмле портал (2,25×1,86 м) булған. Иҙәне саман кирбестән.

Ерләү камераһына тар ишек уйымы бар. Төньяҡ ҡабырғаһы буйында көнбайыш—көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған, яҡтарына һәм төбөнә эзбизташ плиталар түшәлгән ҡәбер соҡоро асыҡланған. Мәйет салҡан ятҡырып, башы менәнн көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбер төбөндә көл һәм туҙ ҡалдыҡтары табылған.

Бәндәбикә кәшәнәһе материалдары МДУ эргәһендәге Антропология Ғилми-тикшеренеү институтында һаҡлана.

Бәндәбикә шәхесе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәндәбикә хәҙерге Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында һәм шул тирәләрҙәге ырыу-аралар менән етәкселек иткән.Нияз Мәжитовтың “Тайны древнего Урала” ти­гән китабында бәйән ителгәнсә, был – ошо ерҙәрҙә ете быуат элек йәшәгән аҡыллы һәм батыр ҡа­тын Бәндәбикәнең мавзолейы [2] Ырыуын әйҙәп, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торған үтә лә аҡыллы, үҙ халҡының берҙәмлеген яҡлаусы, яҡлаусыһы ғына түгел, кәңәшсеһе лә булып, «Ерәнсә сәсән» легендаһында исеме бөгөнгө көндәргәсә һаҡланып ҡалған шәхес. Ул үҙ заманында иң алдынғы исемгә, «Әүлиә» исеменә лайыҡ булып, тарих биттәрендә быуаттар буйына һаҡланған.

Риүәйәт буйынса Бәндәбикә бик зирәк аҡыллы ҡатын булған. Ҡаҙаҡтар менән үҙ-ара һуғышты бөтөрөүгә ҙур көс һалған. 1966 йылда археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге археологтар Мәҡсүт ауылына килеп, ауыл ҡарттарының рөхсәте менән ике йәй кешәнәне ҡаҙалар. 1967 йылда, кешәнәне тергеҙәбеҙ, һөлдәне яңынан ерләтәбеҙ, тип, уның һөйәктәрен алып китәләр. Үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас был эш туҡталып ҡала.

Риүәйәте
«

Бәндәбикә әбей Мәҡсүт ауылы ерендә, Эйеккә һул яҡтан ҡойған Бәндәбикә йылғаһы буйында йәшәгән.

Йылғаның төньяғындағы ҡалҡыулыҡта Бәндәбикә ҡорғаны бар. Ул тирмә өй һымаҡ итеп кирбестән эшләнгән. Бәндәбикәнең ҡыш йәшәй торған өйө -ыҙмаһы булған.

Бәндәбикә үҙенән бик күп йәшкә кесе Ерәнсә сәсәнгә кейәүгә сыҡҡан. Уны үҙ өйөнә алып ҡайтҡан. Үҙе ле бик абруйлы, һынсыл, батыр, тәүәккәл ҡатын булған. Ил аҙаматтары һәр саҡ уның кәңәшен тотҡандар, уны хөрмәт итер булғандар. Берҙән-бер ваҡыт Бәндәбикә әбей ауырыҡһына башлай. Ә Ерәнсә сәсәндең тап ир ҡороңа тулған сағы. Һәр яуҙан еңеп ҡайтыуы арҡаһында, күңеле лә үҫә бара бының. Бәндәбикә ауырыҡһынып киткәс, был айырыуса йүгәнһеҙләнә. Егеттәрең йыя ла бер көн әйтә: -Ҡаҙаҡтар беҙҙең илгә барымта менән күп килделәр. Йәгеҙ әле, егеттәр, бер ҡыҙыҡ булһын, беҙ ҙа уларҙың йәйләүҙәренә барымта яһап ҡайтайыҡ. Егеттәрҙең ҡайһылары икеләнеберәк ҡалғандар, ә ҡайһылары; - Ҡурҡаҡ кеше беҙ түгел, - тип, Ерәнсә сәсәндең һүҙен ҡеүәтләгәндәр. Һүҙҙе төйнәгәс, Ерәнсә сәсән, Бәндәбикә янына ҡайтып, үҙ фекерен әйткән икән, Бәндәбикә уға ҡаршы төшкән. - Һин үҙ илеңдә батыр исемен яуланың. Батырлыҡ янына аҡыл да кәрәк. «Ил һаҡлаған - ирәйеп йәшәгән, ил баҫҡан - иҙелгә таянған», -~ тигәндәр. Ә һин хәҙер, ахмаҡланып, йәштәрҙе насар эшкә ҡотортҡанһың. Ил баҫыу беҙҙең ғөрөфкә һыймай. Исем һатмағыҙ, «Теймәҫте хоҙай һөймәҫ», тигәндәр. Насар уйҙан кире ҡайтығыҙ! - тип өгөтләгән, ти, ул хәл өҫтөндә ятҡан көйө. Халыҡ та уның һүҙен ҡеүәтләгән, ти. Бәндәбикәнең ауырыуы тағы көсәйгән. Ул, туғандарын йыйып: - Хәлем насар, шәбәйә алмам. Әгәр үлеп-нитеп китһәм, өйөмә индереп һалығыҙ ҙа ишек-тәҙрәләрен күмегеҙ. Өйөм минең ҡәберем булһын, - тип васыят әйткән, ти.

Бәндәбикә оҙаҡ та тормай үлгән. Ҡарттар уны, васыяты буйынса, үҙ өйөндә ерләгәндәр. Ә Ерәнсә сәсән егеттәре менән ҡамауҙа ҡалған, күптәре үлгән. Былар йонсоп илдәренә ҡайтыуҙары була, улдары үлеп ҡалған кешеләр Ерәнсә сәсәнгә ташланалар:

- Ҡайҙа беҙҙең улдарыбыҙ? - тиҙәр. - Һүҙ тыңламай ни ҡырҙың? Ил тыңламай хур булдың! Ерәнсә сәсән ҡайғыға ҡала. Хурлығынан ул түҙә алмай атына менеп, көнсығышҡа ҡарай сабып китә да, Кәңшәт тауына барып менә. Шунан ҡырла буйлап йән-фарман елеп килә лә тау битләүендәге ҡаянан һыбай көйө һикерә. Шунда аты ла, үҙе лә һәләк була. Ерәнсә сәсән убаһы ағаслы Үрген йылғаһының уң яғынан, Наҙый йылғаһының Үргенгә ҡойған еренә яҡын, йылғаны уң яҡлап, Ҡоро Урсай уяҙына барған юлдың өҫ яғында, тәпәш кенә һырт өҫтөндә. Уның тирә-яғы һөрөлгән. Ҡәбер өҫтөндә оҙон таш ултыра. [3]

»

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тарихи белешмә 2011 йыл 22 май архивланған.
  2. Бәндәбикә [1] 2018 йыл 8 ноябрь архивланған.
  3. Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән "Алты Алаш" жобасы: Бауыр етім Башқұртым! http://www.abai.kz/node/5660

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видеоматериалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. YouTube сайтында Видео Бәндәбикә кәшәнәһе. Рәсәй-Башҡортостан телеканалы.