Эстәлеккә күсергә

Варна кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Некрополь
Мавзолей Кесене
Варна кәшәнәһе
Варна кәшәнәһе
Ил Рәсәй
Өлкә Силәбе
Координаталар 53°22′30″ с. ш. 61°02′36″ в. д.HGЯO
Бөгөнгө хәле реставрацияланған

Варна кәшәнәһе (Күл кәшәнәһе) (рус. Мавзолей Кесене, халыҡ телендә Аҡһаҡ Тимер башняһы — XIV—XVI быуаттарға ҡараған тарихи ҡомартҡы. Башҡорттар кәшәнәне Күл кәшәнәһе тип атаған[1]. Кәшәнә һүҙе һуңғы ваҡыттарҙа ҡаҙаҡ теле йоғонтоһонда кесене тип атала, шул уҡ ваҡытта урыҫ телендә төп мәғәнәһен юғалтып, Кесене мавзолейы, йәғни Кесенә кәшәнәһе тип йөрөтөлә башлаған.

Силәбе өлкәһенең Варна ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта, Оло Кәсәнә күле буйында урынлашҡан.

Кәшәнә һынланышы Варна районы флагында

Кәшәнә 17 метр бейеклектә, бронза осорона ҡараған 6 ҡорған һәм 150-ләп урта быуаттар ахыры ҡорғаны табылған.

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында кәшәнә тирәләй, фаразлауҙарынса, иртә тимер быуат осорона ҡараған 700 ҡәбер барлығы асыҡланған.

Аҡһаҡ тимер башняһы XIV—XVI быуаттар мосолман мемориаль архитектураһы ҡомартҡыһы, ҡатын-ҡыҙ ҡәбере өҫтөндә ҡоролған.

Әйтеүҙәренсә, кәшәнә ҡош йомортҡалары, һөт ҡушылған ҡыҙыл балсыҡтан һуғылған кирбестән төҙөлгән.

Был тирәлә ундай балсыҡ юҡ. Фараз итеүҙәренсә, кирбес хәҙерге Троицк (Силәбе өлкәһе) ҡалаһы янындағы Уй йылғаһы буйында һуғылған. Аҡһаҡ Тимер ғәскәре рәткә теҙелеп тороп, кирбесте ҡулдан ҡулға тапшырып урынына килтереп еткергән тигән легенда бар[2].

Паллас Петер Симон 1786 йылда кәшәнәне Кошена-Куль, йәғни Күл кәшәнәһе тип яҙып алған һәм һүрәтен дә эшләгән булған. Уның сатыры хәҙерге ҡоролманан ныҡ ҡына айырылған булған.

Ҡоролманың нисек төҙөлгәне тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ. Беренсе булып кәшәнә тураһында капитан П. И. Рычков яҙып сыҡҡан, ул бында билдәһеҙ халыҡтың батшаһы ерләнгәндер тип һанаған. Этнограф Р. Г. Игнатьев, Рычков яҙғанға йөҙ йыл үткәс, күскенсе ҡырғыҙҙар һәм мәжүсиҙәр башняны билдәһеҙ дин ғибәҙәтханаһы һәм әүлиә батша кәшәнәһе тип һанайҙар тип хәбәр иткән[3].

1889 йылда профессор Э. Ю. Петри етәкселегендә кәшәнә эсендә ҡәберҙе асҡандар. Ҡабыҡҡа төрөлгән ләхет таҡтаһы менән ҡапланған ҡатын-ҡыҙ һөлдәһе, ебәк туҡыма киҫәге, ғәрәпсә яҙмалы ике алтын йөҙөк һәм һорау билдәһен хәтерләткән ике алҡа табыла. Бындай биҙәүестәр күскенсе халыҡтар араһында XIV быуаттан ҡулланылған.

Бында сатыр рәүешле кәшәнәләр Хорезм һәм Хөрәсән мәҙәниәтенә хас[4].

Кәшәнә төҙөлөү тарихы төрлө легендаларға күмелгән. Әммә бар варианттары ла кәшәнә Аҡһаҡ Тимерҙең иң яратҡан ҡыҙы ҡәбере өҫтөндә төҙөлгән тип бәйән итә. Шуларҙың береһен яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова «Йәшлек» гәзитендә «Сиктәр» тигән очерк-эссеһында (1997. — 16, 18, 23 сентябрь һандары) яҙып сыҡҡайны.

Имеш, Аҡһаҡ Тимер бер ҡыҙын шул тиклем ныҡ яратҡан, үҙенән ҡалдырмай алып йөрөткән һәм гел бикләп тотҡан. Ҡыҙ яңғыҙлыҡтан шул тиклем ялҡҡан, бер төндә ҡасып ҡына тышҡа сыҡҡан. Әммә һаҡсылар һиҙеп ҡалып, уны эҙәрлекләй башлағас, ул күл яғына йүгергән. Шул мәл ҡамыштар араһынан юлбарыҫ килеп сыҡҡан да һаҡсылар килеп еткәнсе, ҡыҙҙы ботарлап ташлаған. Әмирҙең ҡайғыһы шул тиклем ҙур булған, ул ҡәбер тирәләй тәрән итеп ур ҡаҙҙырған һәм кәшәнә төҙөттөргән. Кирбестәрен номер һуғып, хәҙерге Троицк эргәһенән ғәскәре теҙелеп баҫып, ҡулдан-ҡулға биреп килтереп еткергәндәр[5].

Икенсе бер легендала әмирҙең ҡыҙы бер әсиргә ғашиҡ булып, уның менән ҡасып киткән дә, һаҡсылар килеп етеп барғанда ҡасып барып күлдә батып үлгән тип бәйән ителә[6].

XX быуаттың 80-се йылдарында кәшәнә яңынан тергеҙелгән. 1985 йылда реставрация эштәре тамамлана. Кәшәнә эсендә таш иҙәнле бер генә бүлмә[2].

  1. Мавзолей Кесене (Башня Тамерлана)
  2. 2,0 2,1 [1] 2011 йыл 13 декабрь архивланған.
  3. http://nashural.ru/UrBibl/Zag_Mesta/bashnya_tamerlana.htm 2010 йыл 1 июль архивланған.
  4. Институт Истории и Археологии(недоступная ссылка)
  5. Гүзәл Ситдиҡова. «Сиктәр» — Йәшлек, 1997, 16 сентябрь
  6. Мавзолей Кесене
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 7410005000объект № 7410005000