Кәшәнә
Кәшәнә | |
Кем хөрмәтенә аталған | Галикарнас кәшәнәһе |
---|---|
Кәшәнә Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Кәшәнә — урта быуат мосолман дәүләттәрендә, төбәктәрендә аҡһөйәктәрҙең, атаҡлы, затлы вәкилдәрҙең, мосолман миссионерҙарының ҡәберҙәре өҫтөнә кирбестән йә таштан төҙөлгән архитектура ҡоролмаһы[1] .
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәшәнә һүҙе фарсы теленән ингән, «үлеләр йорто» тип тәржемә ителә[2]. Мемориаль һәм дини тәғәйенләнешле ерләү ҡомартҡыһы.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мотлаҡ элемент — түшәм-ҡыйыҡтың көмбәҙ рәүешле булыуы. Бының өсөн тура мөйөшлө ҡабырғалар өҫтөнә билдәле бер бейеклектә күпмөйөш һалып, өҫтөнә көмбәҙ эшләгәндәр. Бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле, башлыса портал рәүешендә эшләнгән ишекле ҡоролма.
Башҡортостан кәшәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта Азия менән Ҡаҙағстандан ҡала Көньяҡ Урал кәшәнәләрҙең күпләп төҙөлгән урыны булып тора. Тарихи Башҡортостан биләмәләрендә тиҫтәләп кәшәнә бар, улар араһында Бәндәбикә кәшәнәһе, Кесе кәшәнә, Турахан кәшәнәһе, Хөсәйенбәк кәшәнәһе (Башҡортостанда), Варна кәшәнәһе (Силәбе өлкәһендә), Изобильный кәшәнәһе һәм Ҡыҙыл мәсет (Ырымбур өлкәһендә).
Тикшерелгән кәшәнәләрҙә 1—7 ҡәбер табылған. Мәйеттәр ғәҙәттә тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы менән ҡиблаға ҡаратып ерләнгән. Ҡайһы бер кәшәнәләрҙә табут киҫәктәре табылған. Ерләүҙә мосолман йолаһы ҡулланылғаны асыҡланған[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәндәбикә кәшәнәһе
- Варна кәшәнәһе
- Турахан кәшәнәһе
- Хөсәйенбәк кәшәнәһе
- Башҡортостанда мистик урындар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кастанье И. Развалины Болгасын и Челкарская степь //Труды Оренбургской ученой архивной комисии. Вып. XIX. Оренбург, 1907;
- Калимуллин Б. Г. Архитектурные памятники Башкирии. Уфа, 1956;
- Смирнов А. П. Железный век Башкирии //Материалы и исследования по археологии СССР. № 58. М., 1957;
- Юсупов Г. В. Введение в булгаро-татарскую эпитафику. М., 1960; Попов С. А. Тайны пятимаров. Челябинск, 1971.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://encycl.bash-portal.ru/keshene.htm(недоступная ссылка) Кәшәнә. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия]
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге.1-се том — Мәскәү, 1993. −599 бит
- ↑ Кэшэнэ [1]