Хәнәкә

Хәнәкә (фарс. خانگاه;рус. Ха́нака) — суфый ғибәҙәтханаһы. Хәнәкәләр башта дәрүиштәрҙең ябай ғына мәҡамдары булған, ә һуңынан ентекле уйланылған һәм бай итеп биҙәлгән тотош комплекстарға әйләнгән. Хәнәкәләр ижтимағи һәм сәйәси йыйылыштар өсөн урындар булараҡ; мәктәптәр; ҡунаҡханалар һәм юлаусылар йорттары; дауаханалар; хәйриә үҙәктәре функцияларын һ.б. башҡарып, ҙур социаль роль уйнаған
.
Хәнәкәлә мотлаҡ мәсет, ҡайһы берҙәрендә мавзолей (мазар) һәм китапхана ла булған
. Хәнәкәлә урынлашыу һәм сығыу процедураһы бик ябай булғанға күрә ҡайһы берҙә ҡунаҡхана менән сағыштыралар
. Ҡайһы бер хәнәкәләр даими булмаған бүләктәр һәм иғәнәләр (футух) иҫәбенә йәшәгән, күпмеләрелер даими ярҙам алған
.
Суфыйҙар мәҡамын ҡайһы берҙә дергә һәм тәккә (төр. tekke) тип атайҙар. Ҙур һәм үҙәк мәҡамдар аситандар тип йөрөтөлә. Шәйех йәшәгән сағыштырмаса ҙур булмаған хәнәкә зәүиә тип исемләнә
.
Хәнәкә төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙың ахырында ислам донъяһының көнбайышында зәүиәләр формалашҡан . Улар ҙур булмаған мәсет, шәйех һәм мөриттәрҙең торлағы өсөн бүлмәләр, шулай уҡ мосафирҙар (дәрүиштәр) өсөн йәшәр урынды үҙ эсенә алған комплекслы ҡоролмалар булып тора[1][2]. Ҙур һәм үҙәк ғибәҙәтханалар аситандар тип атала[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [751 Такья] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Воронина В. Л. . — 1-е изд. — М: ВНИИТАГ Госкомархитектуры, 1991. — С. 74—75. — 103 с.
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- Стародуб Т. Х. Средневековая архитектура, связанная с суфизмом: ханака, завия, такия // Суфизм в контексте мусульманской культуры : Сборник статей / Отв. ред. и авт. введ. Н. И. Пригарина. — М: «Наука», 1989. — С. 268—280. — 337 с. — ISBN 5-02-016695-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суфийские ордены и братства // Шиммель Аннемари Мир исламского мистицизма / пер. с англ. Н. И. Пригариной, А. С. Раппопорта.. — М.: Алетейа, Энигма, 2001.
- Смагулов Е. Из истории архитектурного комплекса ходжи Ахмеда Ясави // Смагулов Е. Туркестан. Штрихи к историческому портрету.
| Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |