Мәшһәд (ерләү урыны)
Уҡыу көйләүҙәре
Мәшһәд (ғәр. مشهد; рус. Машхад (место погребения)) — шиғыйҙарҙа шәһиттәрҙе ерләү урыны.
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәшһәд һүҙе абруйлы кешеләр, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең туғандары һәм көрәштәштәре — сәхәбәләр, шиғый имамдары, ҙур дин әһелдәре, әүлиәләр һ.б. ҡәберҙәре өсөн киң таралған атамаһына ҡушымта булып тора. Мәшһәдтең икенсе атамалары ла бар — ҡүббә, маҡам, мазар, имамзада. Ғәҙәттә, мәшһәд зыярат ҡылыу объекты булып тора[1].
Топонимикала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәшһәд һүҙе «изге» ҡәберлектәр урынлашҡан ҡалаларҙың атамаларында ҡулланыла:
- Али ибн Әбү Талип мәшһәде (Ән-Нәжәф);
- Әл-Хөсәйен мәшһәде(Кәрбәлә);
- Әр-Риза мәшһәде (Мәшһәд).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кушев В. В. Машхад // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 164. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Mas̲h̲had // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |