Судан-Сәхил архитектураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дженне Бөйөк мәсете, Мали.
Бөйөк Агадес мәсете, Нигер.
Ларабанга мәсете, Гана.

Судан-Сәхил архитектураһы —Сәхил һәм Судан африка халыҡтарының архитектура стил. Көнбайыш Африкала, Сахаранан көньяҡтараҡ һәм Атлантик океандың төньяҡ ярҙарында таралған.

Был стиль өсөн ҙур бүрәнә таяуҙары сығып торған, штукатурка һыланған саман ҡулланыу хас, улар мәсет һәм һарай кеүек ҙур биналарҙың стенаһынан күренеп тора. Был һыҙалар ремонт өсөн таяуҙар булып та хеҙмәт итә. Судан-Сәхил стиленең иң тәүге өлгөләре б. э. т. 250 йыл тирәһе Дженне-Дженонан сыҡҡандыр, моғайын, унда төбәктә саманды төҙөлөштә даими файҙаланыуҙың тәүге танытмалары табылған.

Саванна һәм сахель стилдәренең айырмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәхил архитектураһы күрше саванна төҙөлөш стиленән һиҙелерлек айырыла. Саваннаның «ҡарт» кешеләре конус кеүек ҡыйыҡ менән ябылған бер нисә йорттан торама төҙөгән. Был тәү сиратта ҡаланың сауҙа һәм байлыҡ үҙәктәре менән бәйле төҙөлөш стиле була.

Улар ауылдарға һәм ҡалаларға үҙҙәренә хас күренеш бирә. Үҙәктә мәсет, бай торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары кеүек ҙур биналар айырылып тора.

Сәхил короллектәренең көньяҡҡа табан киңәйеүе һөҙөмтәһендә Судан-Сәхил стиле күбеһенсә мәсеттәр, һарайҙар, күренекле кешеләрҙең йорттары йәки ҡала халҡы өсөн файҙаланылған, ә ябай кешеләр араһында иҫке Африка стилдәрен ҡулланып, ауылдары һәм ғаилә биләмәләре өсөн йорттар төҙөү күҙәтелгән.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.