Архитектура стиле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Архитектура стиле архитектураның үҙенсәлеге, айырым бинаны йәки архитектура ансамблен характерлаусы художестволы биҙәү сараларының, алымдарҙың тотороҡло бөтөнлөгө, дөйөмлөгө; был дөйөмлөктө аныҡлаусы билдәләр системаһы. А.с. билдәле бер осорҙоң мәҙәниәтенә хас алымдар һәм стилдәр нигеҙендә барлыҡҡа килә.

18-се быуаттан алып Башҡортостан архитектураһының эволюцияһы Рәсәй Империяһы архитектураһы үҫешенә бәйле. Тәүгеләрҙән булып грандиозлығы, ҡупшылығы, күләм һәм ритмдың, материал һәм фактураларҙың, яҡтылыҡ һәм күләгәнең контраслығы, бина һәм архитектура комплекстары композицияһындағы тантаналы асыҡлыҡ һәм бөтөнлөк менән айырылып тороусы бароккоһы стилдәрҙең архитектура формалары тарала. Стиль Уралдың сәнәғәт архитектураһында айырыуса аныҡ сағылыш таба (ҡара: Воскресенка заводы, Ташлы заводтары, Верхотор заводы).

Һүрәтләү инструменты булараҡ архитектура стиле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архитектура стиле һәр төбәк архитектураһының тарихын өйрәнеү өсөн уңайлы.

Ләкин төрлө региондарҙы сағыштырыу өсөн тулыһынса ярамай. Мәҫәлән Ҡытай архитектураһының тарихи осорҙары Европаныҡы менән оҡшаш түгел.

Милли исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1762—1840 йылдағы архитектура стилен Рәсәйҙә (Германияла) Классицизм тип атайҙар, ләкин Францияла классицизм — XVII быуатта килгән стиль һанала.

Рәсәйҙәге модерн стилен АҠШ-та — «тиффани, Францияла — «ар-нуво» һәм «fin de siècle» , Германияла— «югендстиль» тип йөрөтәләр.

Иң билдәле архитектура стилдәре (европа архитектураһы тарихынан)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стилдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]