Парфенон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Парфенон
Παρθενών
Парфенон төҙөлгән Акрополь тауы күренеше
Парфенон төҙөлгән Акрополь тауы күренеше
Ил Греция
Конфессия Грециизм
Бина тибы Храм
Архитектура стиле юғары классика
Проект авторы Иктин
Төҙөүсе Калликрат (архитектор)
Төҙөлөшө Б.Э.Т 447—Б.Э.Т 438 йылдар

Парфено́н (бор. грек. Παρθενών — ҡыҙ; таҙа) — Афина Акрополендә урынлашҡан Боронғо Греция ҡорамы архитектураһы, антик архитектура ҡоматрҡыһы, Боронғо Афинанаң төп ҡорамы, был ҡаланың һәм бөтә Аттиканың ҡурсалаусыһы ғиффәтле ҡыҙ алиһә Афинаға (Ἀθηνᾶ Παρθένος) бағышлап төҙөлгән.

Иктин проекты буйынса архитектор Калликрат Б. э. т. 447438 йылдарҙа төҙөгән, Б. э. т. 438431 йылдарҙа Перикл идара иткән осорҙа биҙәлгән. Хәҙерге ваҡытта ярым емерек хәлдә, төҙөкләндереү эштәре алып барыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфенондан алдағы ғибәҙәтханалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афина акрополендә боронғо төҙөлмәләрҙең һәм уларҙың нигеҙҙәренең бик күп һанда архитектура элементтары һаҡланған. Уларҙы сығанаҡтар буйынса билдәле булған теге йәки был бинаға бәйләү, ҡағиҙә булараҡ, бәхәсле.

Яңы заманда Афиналағы тәүге билдәле ҡорам Акрополдә, күрәһең, Писистрат дәүерендә төҙөлгәндер, донъяның күп кенә ғалимдары был ҡоролманың булыуын таный. Ул Гекатомпедон тип аталған. Ҡорам төҙөлөшө Писистраттың Афинаны төҙөҡләндереү һәм үҫтереү буйынса сәйәсәтенең органик өлөшө була. Гекатомпедон Эрехтейондан алда төҙөлгән, тип иҫәпләнә: Афина полисының бөтә төп реликвиялары ла тап унда һаҡланған. Хәҙерге ваҡытта оҙаҡ ваҡыт Гекатомпедондыҡы тип танылған нигеҙ талап ителгән оҙонлоҡта түгел, сөнки йөҙ футлы целланы урынлаштырып булмай. Тимәк, ул атап үтелгән ҡорам була алмай. Әммә ҡорамдың, ысынлап та, булыуы кире ҡағылмай. Фарсы сүп-сары араһында уның ике фронтоны ла һәм башҡа деталдәре табыла.

Марафон һуғышынан һуң Афинаның яңы ҡорамы төҙөлөшө башлана. Сығанаҡтарҙа ул [[Боронғо Парфенон|Опистодом] тип атала. Ғибәҙәтхана хәҙерге Эрехтейон һәм Парфенон араһында урынлашҡан була. Фарсылар менән һуғыш ҡабаттан тоҡанғанға һәм Афинаны талауға бәйле, уны төҙөү, күрәһең, тамамланмағандыр.Е[1]. Был төҙөлөштән ни бары Эрехтейондың төньяҡ стенаһы янындағы колонналар барабандары ғына ҡала. Иҫке Парфенон өлөштәре Перикл дәүерендә Фидий Акрополде төҙөгәндә файҙаланыла.

Төҙөлөш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афина акрополе, 1846 йылғы Лео фон Кленце реконструкцияһы (акрополь өҫтөндә Афина Промахос статуяһы)

Грек-фарсы һуғышы тамамланғас, Перикл идара иткән осорҙа зиннәтле бай ҡорам төҙөргә ҡарар ителә. Төҙөлөшкә ул замандағы иң яҡшы һынлы сәнғәт оҫталарын йәлеп итәләр. Боронғо архитекторҙар Иктин проект авторы һәм Калликрат төҙөлөш эштәре менән идара итеүсе булған.

Төҙөлөш башланған ваҡытты ғалимдар мәрмәр таҡта киҫәгендә яҙылған финанс отчёты буйынса билдәләгән. Афиналылар өсөн был ҡаҙна урлашыусыларға ҡаршы көрәш ысулы булған. Парфенон б. э. т. 446—447 йылда йәйге Ҡояш торошо көнөнән башлап ун йыл буйы төҙөлгән. Беренсе йылда уҡ мәрмәр сығарыу һәм ҡалаға килтереү өсөн аҡса буленгән[2].

Парфенон архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфенон салышлығының гиперболик схемаһы

Парфенон классик архитектураның дорик ордеры архитектураһы.

Ул оҙонлоғо 69,5 м һәм киңлеге 30,9 м стилобатта төҙөлгән. Дөйөм бейеклеге 1,5 м өс мәрмәр күтәрмәнән тора һәм ҡыйығы черепица менән ябылған. Көнбайыш фасад яғынан кешеләр өсөн күтәрмәләр эшләнгән. Ҡорам фасад яғынан 8 һәм ҡырыйҙарынан 17 колоннаға таянған.

Колонна бейеклеге 10,4 м, һәр колонна 10—12 барабандан тора. Һәр колоннала егермешәр каннелюра уйып эшләнгән.

Бинанаң эсендә (оҙонлоғо 56 м, киңлеге 21,7 м) 0,7 м бейеклектә ике баҫҡыстан торған амфипростиль урынлашҡан.

Скульптуралар ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Плутарх[3] билдәләүенсә, Парфенонды скульптуралар менән биҙәү бөйөк оҫта Фидий етәкселегендә һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында алып барыла. Эш дүрт өлөшкә бүленә: тышҡы (доритик) фризының метоптары, тотошо менән көплө ионик (эске) фриз, фронтондарҙың тимпандарындағы скульптуралары һәм киң билдәле Афина Парфеностың статуяһы.

Көньяҡ метоп 30. Кентавр лапифты еңә.

Метоптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Триглиф-метоп фриздың традицион доритик ордеры составына метоптар инә, ул ҡорамдың тышҡы колоннадаһын уратып алған. Парфенонда төрлө горельефтарҙан торған бөтәһе 92 метоп була. Улар, тематик яҡтан берләштерелеп, бинаның төрлө тарафы буйынса ҡуйылған. Көньяҡта кентаврҙарҙың лапифтар менән алышы, көнбайышта — амазономахия, төньяҡта — күрәһең, Троян һуғышынан күренештәр, көнсығышта — гигантомахия һүрәтләнә[4].

57 метоп беҙҙең көндәргә килеп еткән: 42-һе Афинала һәм 15-е Британия музейында. Уларҙың күп өлөшө ҡорамдың көнсығыш өлөшөнә ҡуйылған.

Барельеф фризы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш тараф, 36-37-се плиталар. Ултырған килеш төшөрөлгән аллалар.

Целланың һәм опистодомдың тышҡы өлөштәре өҫтөн тағы ла бер фриз (ионик) уратып ала (иҙәндән 11 м бейеклектә). Уның оҙонлоғо 160 м, бейеклеге 1 м, уға 350 йәйәүле һәм 150 һыбайлы фигуралар ҡуйылған. Барельефта Панафинейҙың һуңғы көнөндә тантаналы рәүештә үтеүе һүрәтләнгән. Төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарҙа һыбайлылар һәм колесницалар, ябай граждандар төшөрөлгән. Көньяҡта шулай уҡ музыканттар, төрлө бүләктәр, ҡорбан малдарын тотҡан кешеләр ҙә бар. Фриздың көнбайыш өлөшөндә ат тотҡан бик күп үҫмерҙәр ҡуйылған, уларҙың берәүҙәре атта һыбай ултыра, икенселәре атҡа менергә тырыша. Көнсығышта (ҡорамға инеү ҡапҡаһы) тантананың аҙағы һүрәтләнгән: аллалар уртаһында торған ҡанбаба Афина ҡыҙҙары алиһә өсөн һуҡҡан пеплосты алып тора. Уның тирәһендә ҡаланың мөһим кешеләре.

Фриздың 96 пластинаһы һаҡланған. Уларҙың 56-һы Британия музейында, 40-ы (башлыса, фриздың көнбайыш өлөшө) — Афинала.

Көнсығыш фронтон. Артемиданың фигураһылыр, моғайын.

Артабанғы тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парфенон. Немец энциклопедияһынан реконструкция, 1891 йыл

Филипп II батша булған дәүерҙә Македонияны күтәргәс, грек сәйәсәте ҡырҡа үҙгәрә. Беҙҙең эраға тиклем 323 йылда Бөйөк Александр, ҡалаға хәрби гарнизон килтереп, демократияһын бөтөрә, шуның менән ул Афинаның ҡеүәтенә ныҡ зыян килтерә. Әммә хатта Александрҙың да Парфенонды хуплауы билдәле. Ул көнсығыш фронтонға 14 ҡалҡан урынлаштырта, шулай уҡ еңелгән 300 фарсы яугирының хәрби кейемдәрен һәм ҡоралдарын Афинаға бүләк итә. Александр үлгәндән һуң күп тапҡырҙар Парфенон мәрхәмәтһеҙ тирандарҙың ҡорбанына әйләнә. Мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем IV быуат аҙағында Деметрий I Полиоркет үҙенең һөйәркәләре менән Парфенонға урынлаша. Беҙҙең эраға тиклем III быуат башында Афина тираны Лахар, һалдаттары алдындағы бурысты ҡаплатыу өсөн, Афина Парфеностың статуяһынан алтын кейемен, шулай уҡ Александрҙың ҡалҡандарын ала. Беҙҙең эраға тиклем II быуат башында бай пергам династияһынан Атталидтар вәкиле Парфенонда үҙенең ата-бабалары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйҙырта. Был монумент ғәйәт ҙур пьедестал формаһында була, бейеклеге Парфенондың ҡыйығына саҡ ҡына етмәй ҡала. Беҙҙең эраға тиклем 31-се йылда, Атталидтар даны күптәнән һүнгәндән һуң, монументтың атамаһын Рим императоры Август хөрмәтенә үҙгәртәләр.

Бер генә антик сығанаҡ та Парфенонда булған янғынды теркәмәгән, әммә археологик ҡаҙылмалар янғындың III быуат уртаһында булыуын раҫлай. Янғын 267 йылда Афинаны талаған герулдарҙың вәхши ҡәбиләһе III быуатта Скифтар баҫып ингән мәлдә сыҡҡандар. Янғын һөҙөмтәһендә Парфенондың ҡыйығы, шулай уҡ эске арматураһы һәм түшәмдәре емерелә. Мәрмәрҙәр сатнай. Көнсығыш ҡоролмала колоннада, ҡорамдың ике төп ишеге һәм икенсе фриз да юҡҡа сыға. Янғындан һуң үткәрелгән реконструкция ҡорамдың элекке ҡиәфәтен кире ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуймай.

Христиан ғибәҙәтханаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Меңәр йылдар буйына Парфенон Афина алиһәһенең ғибәҙәтханаһы булып ҡала. Әммә ҡасан уның христиан сиркәүенә әйләнеүе билдәһеҙ. IV быуатта Афина иҫкерә һәм Рим империяһының провинция ҡалаһына әүерелә. V быуатта ҡорам императорҙарҙың береһе тарафынан талана, бөтә байлығы Константинополгә күсерелә. Патриарх Павел III Константинопольский дәүерендә Парфенондың Изге София ғибәҙәтханаһы итеп үҙгәртелеүе тураһында мәғлүмәттәр бар.

XIII быуат башында, Дүртенсе тәре походы дәүерендә, Афина Промахостың статуяһы зыян күрә һәм емерелә. Афина Парфеностың статуяһы, күрәһең, беҙҙең эраға тиклем III быуатта уҡ янғын ваҡытында, йәки унан да алдараҡ юҡҡа сыҡҡандыр. Рим һәм Византия императорҙары күп тапҡырҙар мәжүси культты тыйыу тураһында указдар сығара, әммә Элладала мәжүси традициялар үтә көслә була. Хәҙерге заманда, яҡынса беҙҙең эраның VI быуатында Парфенон христиан ғибәҙәтханаһына әйләнгәндер, тигән фекер бар.

Византия дәүерендә ул православие диненең Изге Богородица кафедраль Соборына әйләнә, ул Көнсығыш Рим империяһында Константинополь, Эфес һәм Салоникинан һуң әһәмиәте буйынса дүртенсе ғибәҙәт ҡылыу үҙәге була. 1018 йылда император Василий II Болгаробойца болгарҙарҙы еңгәндән һуң, Афинаға Парфенонды хөрмәтләү маҡсатында килә[5].

XIII быуат башында, Латин империяһы дәүерендә, Афинала власҡа бургунд хәрби начальнигы Оттон де ла Рош ултыра, ә соборҙа француз архиепискобы эшләй. Парфенон ҡыҫҡа ғына ваҡытта Notre Dame d’Athenes — Афина Богоматери соборы атамаһы аҫтында католик сиркәүе булараҡ файҙаланыла. Артабанғы ике быуат ярым ваҡытта, баҫып алыуҙар, хәрби түңкәрелештәр һәм дипломатик интригалар осоронда, Афинаға контроллек итеү француздарҙан каталондар ҡулына күсә. Афина һәм уның янындағы биләмәне, Афина герцоглығын, 1311 йылда Арагон короллеге составына индерәләр. 1386 йылға тиклем Афина Каталон компанияһы ҡарамағында ҡала. Каталон теле Афинаның рәсми теле, ә рәсми дине булып — католицизм һаҡлана. 1387 йылда власҡа флорентий банкирҙары Акциайоли ғаиләһе килә, грек теле ҡайтанан рәсми тел булып ҡайта, грек православие сиркәүе яңы хакимдарҙан фатиха ала.

Мәсет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афинаға Франческо Морозини килгәндән һуң Парфенон, 16721676 йылдар һүрәте. Исеме билдәһеҙ Венеция авторы Парфенонды манаралы мәсет булараҡ һүрәтләй.

1458 йылда Афина] ажар яугир, шул уҡ ваҡытта белемле, сәнғәтте юғары баһалаған солтан Мәхмәт II етәкселегендә Ғосман империяһы тарафынан яулап алына. Мәхмәт II Фатих үҙе хакимлыҡ иткән осорҙа бөтә Грецияны һәм Балканды яулап ала, Родосты, Көньяҡ Италияны яулап алыуҙы планлаштыра. Ә икенсе яҡтан, ул китапханалар туплай, алдынғы оҫталарға картиналар һәм скульптурға заказдар бирә. Мәхмәт II Афинаға килеп ингәс, уны Акрополенең мөһабәтлеге һәм матурлығы таң ҡалдыра. Шуға ҡарамаҫтан, убаға төрөк гарнизонын урынлаштыралар, ә флорентий палаццоһына дисдар — ғәскәр коменданты урынлаша. Ҙур булмаған Эрехтейон ғибәҙәтханаһында солтан хәрәме урын ала. Парфенонды шунда уҡ мәсеткә әйләндерәләр. Ҡыңғыраулыҡ манараға әйләнә, христиан диненә ҡағылышлы әйберҙәрҙе алып ҡуялар һәм христиан символдары төшөрөлгән һүрәттәрҙе аҡҡа буяйҙар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Геродот. История 8, 53
  2. Процесс добычи и транспортировки мрамора в Афины отражен в серии рисунков Манолиса Корреса Manolis Korres. From Pentelicon to the Parthenon
  3. Перикл // Плутарх. Сравнительные жизнеописания.
  4. Маринович, Кошеленко, 2000, с. 136
  5. Anthony Kaldellis «A Heretical (Orthodox) History of the Parthenon» 2009 йыл 24 август архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Брунов Н. И. Памятники Афинского Акрополя. Парфенон и Эрехтейон. — М.: Искусство, 1972.
  • Виппер Б. Р. Искусство Древней Греции. — М.: Наука, 1972.