Эстәлеккә күсергә

Арагон короллеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арагон короллеге
араг. Reino d'Aragón
исп. Reino de Aragón
кат. Regne d'Aragó
Флаг Герб
Флаг Герб

 
 
1035 йыл — 1707 йыл (фактик рәүештә 1516 йылға тиклем)
Баш ҡала

Сарагоса

Телдәр

арагон, сардин, каталан

Дин

католицизм

Майҙаны

250 000 км²

Халҡы

5 000 000 кеше (1300)
3 000 000 кеше (1469)

Идара итеү формаһы

ҡатлам-вәкилле монархия

Тарихы
 • 1035 йыл

Арагон графлығы короллек тип иғлан ителә

 • 1707 йыл

Нуэва-Плант декреттары

 Арагон короллеге Викимилектә

Араго́н короллеге (араг. Reino d'Aragón, исп. Reino de Aragón, кат. Regne d'Aragó) — 1035 — 1707 йылдарҙа хәҙерге Испания һәм Франция территорияларында булған дәүләт. Төрлө ваҡытта Арагон, Каталония, Валенсия һәм Руссильон тарихи өлкәләрен үҙ эсенә алған. 1707 йылдан Арагон Испанияның бер өлөшө булып китә. Короллектең баш ҡалаһы Сарагоса була.

Испания 1210 йылда

802 йылдан Памплона (Наварра) короллегенән феодаль буйһоноуҙа торған Арагон (Хак) графлығы буласаҡ короллектең төп нигеҙе була. 943 йылда ир-егеттәр яғынан төбәктәге династия өҙөлгәс, Арагон графлығы Наварра составына инә. Наварра короле Гарсия I Санчес Арагон графлығы вариҫы булған графиняны кәләш итеп ала. Наварра королдәре Арагон графтары титулдарын 1035 йылға тиклем йөрөткән, был ваҡытта король Бөйөк Санчо III биләмәләре бүленә. Арагон Санчоның нихахтан тыш улы Рамиро I мираҫ булып эләккән айырым короллек булып китә.

Рамиро I хакимлығы осоронда уҡ Арагон биләмәләренең киңәйеүе башлана. 1045 йылда ағаһы Гонсало Санчес вафат булғас, уның биләмәләре — Собрарбе һәм Рибаргос графлыҡтары Рамироға мираҫ булып ҡала. 1076 йылда уның улы Санчо I Рамирес шулай уҡ Наварра короле итеп һайлана, Наварраның ерҙәре Арагондың составында шәхси уния хоҡуғында 1134 йылға ҡәҙәр була.

1150 йылда король Рамиро II Монах үҙенең ҡыҙын һәм вариҫын Петрониланы Барселона графы Рамон Беренгер IV кейәүгә бирә. Уларҙың улдары Альфонсо II 1164 йылда Арагон тажын кейә. Был ваҡытта Арагон составына шулай уҡ Каталонияның күп өлөшө инә.

1172 йылда Арагонға Руссильон графлығы ҡушылған.

1229—1235 йылдарҙа Реконкиста барышында маврҙарҙан (мосолмандарҙан) Балеар утрауҙары яулап алына, бында 1276 йылда Арагон королдәренә вассал булған Майорка короллеге барлыҡҡа килә. Был короллек Арагон тарафынан 1344—1349 йылдарҙа йәнә баҫып алына.

1238 йылда Валенсия короллеге яулап алына, бынан һуң Арагон королдәренең титулатураһына тағы ла «Валенсия короле» титулы өҫтәлә.

1282—1302 йылдарҙа Арагон королдәре Сицилия утрауында нығына, бында уларға вассал булған Сицилия короллеге ойошторолған. Һуңыраҡ Сицилия йәнә Арагон составына керә. 1326 йылда Арагон короллеге составына Сардиния утрауы, ә 1442 йылда — Неаполь короллеге инә.

Король Католик Фердинанд II һәм королева Изабелла I Кастилия никахынан һуң, Кастилия һәм Арагон 1516 йылда берҙәм Испания короллегенә берләшә.

«Арагон короле» титулы Испания королдәренең титулатураһына 1707 йылға ҡәҙәр йөрөтөлә.

  • Корсунский А. Р. История Испании IX — XIII веков (Социально-экономические отношения и политический строй Астуро-Леонского и Леоно-Кастильского королевства). Учебное пособие. — М.: Высшая школа, 1976. — 139 с.
  • Альтамира-и-Кревеа, Рафаэль. История Средневековой Испании / Перевод с испанского Е. А. Вадковской и О. М. Гармсен. — СПб.: «Евразия», 2003. — 608 с. — 1 500 экз. — ISBN 5-8071-0128-6.