Хай-тек (стиль)
Хай-тек | |
Хай-тек Викимилектә |
Хай-тек (ингл. high-tech) — архитектура һәм дизайнда стиль, 1970-се йылдарҙа ахырғы модернизм ҡуйынында тыуған һәм 1980-се йылдарҙа киң таралыу тапҡан. Хай-тектың төп теоретиктары һәм ҡулланыусылары нигеҙҙә инглиздәр — Норман Фостер, Ричард Роджерс, Николас Гримшоу, ижадының бер осоронда — Джеймс Стирлинг менән итальян Ренцо Пиано.
Тамырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хай-тек концепциялары барлыҡҡа килеүҙә «Аркигрэм» төркөмөнөң эшмәкәрлеге әһәмиәтле, ул 1960-сы йылдарҙағы поп-арт һәм фәнни фантастика фекерҙәрен архитектураға күсерә. Технологик йәһәттән Б. Фуллерҙың (геодезик көмбәҙҙәр; 1960-сы йылдар аҙағынан 1983 йылға тиклем Н. Фостер менән хеҙмәттәшлек итә), О. Фрайҙың эштәре мөһим, улар кинетик структуралар эшләй.
Хай-тек, Чарльз Дженкс классификацияһына ярашлы, ахырғы модернизмға ҡарай, йәғни уға прагматизм, архитекторҙы элиталы профессионал тип ҡарау, ҡатмарлы ябайлыҡ, скульптур форма, гипербола, технологиклыҡ, орнамент һымаҡ структура һәм конструкция, тарихҡа ҡаршы булыу, монументаллек хас[1]. Бөтә архитектура тәнҡитселәре, Дженксҡа эйәреп, хай-тек архитекторҙарын модернистарҙың яңы быуыны тип атай, сөнки улар Европа архитектураһы традициялары менән араны өҙмәй, Витрувий менән бәхәскә инмәй: ижад емештәре ҡулайлы, уңайлы, уларҙың үҙ матурлығы бар. Әммә хай-тек модернизм үре булһа, уны тотош дәүерҙең шиғри осланышы тип һанарға була.
Хай-тектың стиль сиселештәре нәҡ ҡала архитектураһынан башланғыс ала. Минимализмға һәм формалар ябайлығына, материалдар һайлағанда ғәҙәти булмаған сиселештәргә өҫтөнлөк биргән стиль заман архитекторҙарына тиҙ арала оҡшай башлай, һиҙелмәй генә мәҙәниәттең һәм йәшәйештең бөтә өлкәләренә үтеп инә[2].
Иртә хай-тек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хай-тек ҡоролмаларының тәүге мөһимдәренең береһе тип Париждағы Помпиду үҙәге (1977) һанала, уны Ричард Роджерс менән Ренцо Пиано төҙөй. Башта проект ҡаты тәнҡиткә дусар була, әммә 1990-сы йылдарға бәхәстәр тына, һәм үҙәк Париждың танылған урындарының береһенә әйләнә (заманында Эйфель башняһы кеүек).
Англияла ысын мәғәнәһендәге хай-тек биналары һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Хай-тек стилле беренсе Лондон ҡоролмалары 1980—1990-сы йылдарҙа ғына төҙөлә (Ллойдз компанияһының бинаһы, 1986). Хай-тек рухындағы заман проекттарының Англияла һуңлап тормошҡа ашыуы ниндәйҙер кимәлдә принц Чарльз сәйәсәтенә бәйле була. Ул заманында Paternoster Square'ны реконструкциялау өсөн архитектура конкурсы үткәреү буйынса әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерә (1988). Архитектура дебаттарында ҡатнашып, принц яңы классицистарҙы хуплай һәм хай-тек архитекторҙарын яманлай, улар төҙөгән биналар Лондонды йәмһеҙләй тип һанай. Ч. Дженкс «королдәрҙе архитектураны архитекторҙарға ҡалдырырға» саҡыра[3].
Ахырғы хай-тек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980-се йылдарҙан хай-тек абруйлылыҡ билдәһе булып тора (бөтә хай-тек биналары бик ҡиммәтле), Ч. Дженкс уларҙы «банк соборҙары» тип атай, хатта хәҙерге заманда хай-тек эре коммерция фирмаларының имиджын хасил итә тип тә әйтергә була. Лондонда хай-тек тирәләй архитектура дебаттары тына, ә уның сағыу вәкилдәре танылыу ала (Норман Фостерға рыцарь исеме бирелә).
1990-сы йылдарҙан башлап био-тек һәм эко-тек — хай-текҡа ҡаршы торған стилдәр, унан айырмалы, тәбиғәт менән берләшеүгә ынтылған стилдәр үҫеш ала.
Төп һыҙаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы проектлауҙа, төҙөүҙә һәм тармаҡ инженерлығында юғары технологиялар ҡулланыу.
- Тура һыҙаттар һәм формалар ҡулланыу.
- Быяла, пластик, металды киң ҡулланыу.
- Бинаның тышына сығарылған функциональ элементтар (лифттар, баҫҡыстар, елләтеү системалары һ. б.) ҡулланыу.
- Яҡтылыҡты уртала түгел, ситтә урынлаштырыу һәм шуның менән киңлек, һәйбәт яҡтыртылғанлыҡ эффекты булдырыу.
- Көмөшһыу металл төҫөн киң ҡулланыу.
- Арауыҡты планлаштырғанда юғары прагматизм.
- Конструктивизм һәм кубизм элементтарын киң ҡулланыу.
- Дизайн хаҡына ҡайһы берҙә ҡулайлылыҡты ҡорбан итеү.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Jenks C. Current architecture. London, 1982.
- ↑ Кухни с стиле хай-тек .
- ↑ Architectural Design. № 1/2. London, 1988.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Modern British architecture since 1945. Лондон, (1984).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Хай-тек (стиль)