Эйфель башняһы
Иҫтәлекле урын | ||
![]() | ||
Ил | ![]() | |
Ҡала | Париж | |
Төҙөүсе | Гюстав Эйфель | |
Архитектор | Стефан Совестр | |
Төҙөлөшө | 1887—1889 йылдар | |
Бейеклеге | 324 метра | |
Сайт | Рәсми сайт Рәсми сайт | |
| ||
![]() |
Эйфель башняһы – Париждың иң билдәле һәм иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы. Башня үҙенең конструкторы Эйфель, Гюстав исемен йөрөтә һәм донъяға Францияның символы булараҡ билдәле. Туризмдың иң популяр урыны – йыл һайын ул 5,5 миллионға яҡын кеше ҡабул итә. 1889 йылда Парижда XII халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асылырға тейеш була. Француздар баш ҡалаға килеүсе сит ил кешеләрен таң ҡалдырырлыҡ ҡоролма теҙөргә уйлап, махсус конкурс иғлан итә. Унда 700 эш араһынан архитектор Гюстав Эйфелдең 300 метр бейеклегендәгө башня проекты иң үҙенсәлеклеһе тип табыла. Эйфель төҙөләсәк башняны донъяның ул замандарҙағы иң бейек хоролмаларынан өс тапҡыр бейек итергә уйлай. Ләкин өс йөҙгә яҡын.француз мәҙәниәте эшмәкәрҙәре, «Парижды йәмһеҙләп, заводтың гигант торбаһын хәтерләткән тимер ҡолға»ны ҡала уртаһында төҙөүгә ҡаршы протест яҙалар. Эйфелгә үҙенең проектын яҡлап, бик күп көрәшергә тура килә. Төҙөлөш 1886 йылда башлана. Терлө ҙурлыҡтағы 12 мең деталь әҙерләп, өс быуынлы башняны 8 ай эсендә ҡоралар. Был ул замандарҙа иң ҡыҫҡа срок була. Көслө елгә бирешмәһен есөн Эйфель ян-яҡ таяуҙарҙы салыш итеп эшләй, шуға күрә дауылда ла ул вертикаль кимәленән ни бары 15 сантиметрға ғына ауыша. Корос рәшәткәле был хоролманы төҙөү өсөн 8600 тонна металл тотонола. Төҙөлөш 1889 йылдың 31 мартында тамамлана. Уны күреп таң калған сит ил кешеләре алдағы күргәҙмәне лә фәҡәт Парижда үткәрергә харар итә.
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Жорж Пьер Сёра, 1889
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Эйфель башняһы Викимилектә |
---|---|
![]() |
Эйфель башняһы Викияңылыҡтарҙа |