Күпер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Күпер

Күпер — йылға, соҡор йәки башҡа бер ҡаршылыҡ аша сығыу өсөн һалынған ҡоролма. Юл аша һалынған күпер юл үткәргес тип атала.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға аша бүрәнә һалып күпер эшләү боронғо заманда уҡ билдәле булған. Һуңынан төҙөлөш материалы итеп таш ҡулланғандар. Бындай күперҙәрҙе ҡол биләүселек ҡоролошонда төҙөгәндәр. Баштараҡ күпер терәген, һуңғарак бөтә конструкцияны таштан эшләгәндәр. Күпер төҙөүҙә Боронғо Римлеләр ҙур уңыштарға ирешә. Улар көмбәҙ формаһындағы күпер төҙөй һәм төҙөлөштә цемент ҡуллана. Күперҙәр (дөрөҫөрәге акведуки) Рим ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланылған. Боронғо Рим күперҙәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған.

Урта быуаттарҙа ҡалалар һәм сауҙа үҫеше күперҙәр төҙөүгә ихтыяжды арттыра. Инженер аҡылы киң арала һөҙәк көмбәҙле, тарыраҡ терәүле күперҙәр төҙөргә мөмкинлек бирә.

XVIII быуат аҙағында күпер төҙөлөшөндә металл ҡулланалар. Беренсе металдан эшләнгән күпер Бөйөк Британияла Северн йылғаһы аша 1779 йылда һалына.

XIX быуатта тимер юлы үҫеше юғары йөкләмәле күперҙәр төҙөүзе талап итә. Күпер төҙөүҙә ҡорос һәм тимер ҡулланалар.

Күперҙәр проеклау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күперҙәрҙә ортотроп плиталар ҡулланыла[1].

Бөрйән районының Байназар ауылындағы күпер

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [http://www.gosthelp.ru/text/RekomendaciiRekomendaciip305.html РЕКОМЕНДАЦИИ ПО ПРОЕКТИРОВАНИЮ СТАЛЬНЫХ ОРТОТРОПНЫХ ПЛИТ ПРОЕЗЖЕЙ ЧАСТИ АВТОДОРОЖНЫХ МОСТОВ]