Пирамида (архитектура)

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пирамида (боронғо Мысыр aahu-t, офоҡ; грек. πυραμις — pyramis, pyramidos пирамида, πυρα — pyra ут + μιδες — mides урта)[1]) — пирамида кеүек архитектура ҡоролмаһының киң таралған формаһы, бик һирәк утилитар функцияға эйә. Боронғо донъяның төрлө мәҙәниәттәре тарафынан ҡорамдар йәки монументтар сифатында төҙөлгән бик күп пирамидалар билдәле.

Иң ҙур пирамидаларға Мысыр пирамидалары (иң бейектәре) һәм Латин Америкаһының (ацтектар, Майя, Теучитлан традицияһы) Колумбҡа тиклемге цивилизация пирамидалары инә. 1997 йылда Андаларҙа табылған Норте-Чико мәҙәниәте пирамидалары, күрәһең, Боронғо Мысырҙыҡына ҡарағанда йәшерәктер[2]. Дәүмәле буйынса бәләкәйерәк һәм аҙ билдәле пирамидалар Нубияла (Мероэ) һәм Римда (Цестий пирамидаһы) һаҡланған.

Норвегия тикшеренеүсеһе Тур Хейердал Тенерифе утрауындағы (Гуимар пирамидалары) һәм Мальдив утрауҙарындағы аҙ габаритлы ҡоролмаларҙы пирамида тип атай.

Күптән түгел төҙөлгән пирамидаларҙан Парижда Лувр пирамидаһы, Астанала Тыныслыҡ пирамидаһы һәм Рәсәйҙә Аслыҡ пирамидаһы.

Боронғо пирамидалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Месопотамия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зиккура́т (вавилон һүҙе sigguratu — «түбә», шул иҫәптән «тау түбәһе») — Боронғо Месопотамияла шумер, ассирия, вавилон һәм эламск архитектураһы өсөн хас булған күп баҫҡыслы ғибәҙәт йорто. Тәүратты өйрәнеүсе ғалимдарҙың ҡайһылары Вавилон башняһын төҙөү тураһындағы легендала Месопотамияла зиккурат тип аталған бейек ҡорам-башнялар төҙөү араһында бәйләнеш күҙәтә[3].

Мысыр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеопс пирамидаһы

Мысыр пирамидалары — Боронғо Мысырҙың бөйөк архитектура һәйкәлдәре. Улар араһында «донъяның ете мөғжизәһе»нең береһе булған — Хеопс пирамидаһы һәм "донъяның яңы ете мөғжизәһе"нә лайыҡлы кандидат — Гиза пирамидаһы бар. Пирамидалар пирамидаль формалағы ҙур таш ҡоролманы тәшкил итә. Улар Боронғо Мысыр фараондары өсөн кәшәнә булып тора. Грек теленән алынған «пирамида» һүҙе күп ҡырлы тигәнде аңлата. Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, бойҙайҙың ҙур өйөмө пирамиданың прообразы булып тора. икенселәрҙең фекеренсә, был һүҙ пирамида формаһындағы иҫкә алыу бәлешенең атамаһынан килеп сыҡҡан. Мысырҙа барлығы 118 пирамида табылған[4] (на ноябрь 2008 года).

Мысыр пирамидалары араһында Джосер пирамидаһы менән Һыныҡ пирамидаһы айырылып тора: Джосера пирамидаһының баҫҡыстары күп булһа, һыныҡ пирамида, легенда буйынса, фараон Снофруҙың вафатынан һуң, төҙөлөштө тиҙерәк тамамлау өсөн, махсус рәүештә шулай төҙөлә. Сөнки ул быуаттарҙағы технологиялар менән бик ҙур булмаған пирамидаларҙы төҙөү ҙә бер нисә тиҫтә йылға һуҙылған.

Хеопс пирамидаһы өс мең йылдан ашыу донъяның иң бейек ҡоролмаһы титулын һаҡлап килә, сөнки техника камил булмағанлыҡтан, башҡа илдәрҙә төҙөлгән пирамидалар бары тик билдәле бер бейеклеккә генә еткән, беренсенән, таш әҙ булған, икенсенән, был илдәрҙә йәшәүселәр физика буйынса аҙыраҡ белгән, өсөнсөнән, төҙөлөш майҙаны сифатында ҡом булмаған, ә ғалимдар иҫәпләүенсә, ҡомһоҙ майҙанда пирамида төҙөүе бөтөнләй мөмкин түгел.

Судан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суданда (боронғо Нубия) батшаларҙың һәм батшабикәләрҙең кәшәнәһе булып хеҙмәт иткән 220 самаһы пирамида булған[5].

Нигерия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нигерияла иң бейектә йәшәй тип һаналған Ала (Ala/Uto) Аллаһы хөрмәтенә балсыҡ пирамидалар төҙөлгән. Улар даими реконструкция талап итә[6].

Греция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Греция пирамидалары — Арголидала табылған бер нисә структура. Уларҙың тәғәйенләнеше тураһында бер нисә күҙаллау йәшәй[7]. Есть упоминание пирамиды II быуат пирамидаһы — һалдаттарҙың ҡәберлеге тураһында иҫкә алынған сығанаҡ бар[8].

Испания[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гуимар пирамидалары

Гуи́мар пирами́далары (исп. Pirámides de Güímar) — Канар утрауҙарына ингән Тенерифе утрауының көньяҡ-көнсығыш ярында урынлашҡан Гуимар ҡалаһындағы алты баҫҡыслы пирамида. Ғалимдар фекеренсә, был ҡоролмалар урындағы фермерҙар тарафынан өйөлә, йәғни улар ер һөргәндә килеп сыҡҡан таштарҙы баҫыу ситенә һалып барған. Был Канар утрауҙарында, бигерәк тә XIX быуаттың икенсе яртыһында киң таралған тәжрибә була. Урындағы халыҡ әйтеүенсә һәм боронғо рәсемдәрҙә һүрәтләнеүенсә, бындай пирамидалар утрауҙың күп урындарында булған, әммә бер файҙаһыҙ булғанлыҡтан юҡ ителгән йәки арзан төҙөлөш материалы булараҡ файҙаланылған. Гуимарҙа туғыҙ пирамида булған, шуларҙың алтыһы ғына һаҡланған.

1991 йылда үҙенең бәхәсле теориялары менән билдәлелек алған сәйәхәтсе Тур Хейердал пирамидаларҙы өйрәнеп, уларҙың ябай таш булмағанлығын белдерә. Мәҫәлән, пирамидаларҙың мөйөштәрендәге таштарҙы эшкәртеү эҙҙәре, шулай уҡ пирамидалар аҫтындағы ерҙең тигеҙләнеүе быны раҫлай. Материал да урындағы баҫыуҙарҙа табылған түңәрәк һарыҡташ түгел, ә лава киҫәктәре. Хейердал шулай уҡ пирамидаларҙың астрономик йүнәлеше тураһындағы фекере менән дә сығыш яһай. Ул Канар утрауҙары борон Америка менән Урта диңгеҙ буйы араһындағы туҡталыу урыны булыуы тураһындағы теорияны тәҡдим итә. Ысынлап та, ошо ике ҡитға араһындағы иң тиҙ маршрут тап Канар утрауҙары аша үтә — был юлды Христофор Колумб та файҙалана. 1970 йылда Хейердал Төньяҡ Африка менән Кариб диңгеҙе араһында суднолар йөрөүе мөмкин булыуын раҫлап, Марокконан Барбадосҡаса боронғо ысул менән — папирус кәмәләрҙә йөҙөп үтә[9][10][11].

Ҡытай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Ҡытайҙың ҡурғандары — Чжоу, Чжао, Цинь, Хань, Суй, Тан династияларының һәм Мин империяһының беҙҙең эраға тиклем V быуаттан алып беҙҙең эраның XVII быуатына тиклем хакимлек итеүселәренең һәм башҡа арҙаҡлы вәкилдәренең ҡәберлектәре. Ҡытай императоры Цинь Шихуандиҙың хәҙерге Сиань ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан ғәйәт ҙур кәшәнәһе пирамида формаһына эйә. Боронғо Ҡытай тарихын өйрәнеүсе Сыма Цяньдың был ҡоролманы ентекләп ҡылыҡһырлауы һаҡланған. Ул периметры 2,5 километр булған[12] бейеклеге 166 метрға еткән убаны хасил итә.

Сиань ҡалаһының карталағы күренеше

XXI быуат башына яҡынса йөҙгә яҡын ошондай ҡомартҡы билдәле. Уларҙың күпселеге Шэньси провинцияһының Сиань ҡалаһынан 100 километр радиуста табылған. Сиань боронғо замандарҙа Чанъань исемен йөрөткән, Көнбайыш Хань, Суй һәм Тан династиялары ваҡытында империяның баш ҡалаһы булған. Популяр баҫмаларҙа һәм телевизион фильмдарҙа был ҡоролмалар йола буйынса «пирамида» тип йөрөтөлә.

Ҡытайҙа табылған бындай ҡоролмаларҙың тәүгеләре хуншаньдарҙың неолит мәҙәниәтенә хуншань йәғни беҙҙең эраға тиклем 4700—2900 йылдарға ҡарай. Улар Пекин ҡалаһынан төньяҡта, Эске Монголия автономлы районында (Аохан-Ци округы) һәм Ляонин провинцияһында урынлашҡан. Улар ҡәберҙәр өҫтөндәге түңәрәк йәки квадрат формалағы таш ҡоролмалар, икенсе төрлө әйткәндә, ябай таш өйөмдәре. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөштәре йәһәтенән ҡатмарлыраҡ таш ҡоролмаларҙың булыуы ла билдәле, улары инде тағы ла һуңыраҡ барлыҡҡа килгән приамидалы кәшәнәләрҙең алдағы өлгөләре(Pyramidal structure). Бар яҡтан да яҡшы ғына һаҡланып ҡалған пирамида табылыуы хаҡында ҡытай матбуғаты 2001 йылда хәбәр итә. Ул Аохань-Ци округына ҡараған Сиджази ҡалаһынан бер километр алыҫлыҡтағы тауҙа урынлашҡан. Трапецияға оҡшаш өс баҫҡыслы ҡоролманың бейеклеге 30 метрға яҡын булһа, нигеҙендәге киңлеге 15 метрға тиң.[13]

Цинь Шихуанди ҡәберендәге ҡурған

Сиань ҡалаһы янындағы пирамидаларға килгәндә инде, Европала улар хаҡында сәйәхәтселәрҙең юлъяҙмаларынан билдәле була: 1667 йыл — иезуит Афанасий Кирхерҙың China monumentis Illustrata исемле китабы донъя күрә; 1908 йыл — Артур де Карл Соуэрби менән Роберт Стирлинг Кларк был тарафтарға махсус экспедиция ойоштора; 1912 йыл — Австралия сауҙагәрҙәре Фрэд Мейер Шродер менән Оскар Мэман Ҡытайҙың ошо төбәгенә барып ҡайта; 1913 йыл — француз табибы, этнограф, археолог, яҙыусы һәм шағир Виктор Сегален телгә алынған ҡомартҡыларҙы күрергә сәйәхәт ҡыла. Һүҙ ыңғайына Ҡытайҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Синьцзян-Уйғур автономлы районындағы кирбестән һалынған эре кәшәнәләр булғанлығы тураһында ла әйтеп китергә кәрәк, тик улар пирамида формаһында түгел.

Был серле объекттар тураһында Икенсе донъя һуғышынан һуң тағы ла хәбәрҙәр ҡуйыра. Уларҙың тәүгеһе 1947 йылда баҫылып сыға һәм АҠШ Хәрби-Һауа Көстәре полковнигы һәм «Транс Уорд Эйрлайн» компанияһының Алыҫ Көнсығыш бүлеге директоры Морис Шихан докладына бәйле була. Ул Сиань ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә яҡынса 65 километр алыҫлыҡта ятҡан Цинблин һырты итәктәрендәге үҙәндә ғәйәт ҙур «Аҡ пирамида», шулай уҡ тағы ла бәләкәйерәк пирамидалар һәм ҡалҡыулыҡтар табыуы тураһында хәбәр итә. Быға тиклем билдәле булған кәшәнәләрҙең күптәре Сиань ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәре менән сикләнгән секторҙа, тик аҙҙары ғына башҡа тарафтарҙа урынлашҡан була. Приамидаларҙы төрлө фантастик нескәлектәр менән һүрәтләп, Морис Шихан уларҙың Мысыр приамидаларынан күпкә бәләкәйерәк икәнлеген билдәләй һәм яҡынса бейеклеген 1000 фут, нигеҙҙәре оҙонлоғон 1500 фут тип әйтә, һуңыраҡ хаталаныуына һылтанып, бейеклекте 500 футҡа төшөрә. Йәнәһе был пирамида тип шул уҡ 1947 йылда баҫылған икенсе фотоһүрәттә ғәмәлдә быға тиклем билдәле «Маолин мавзолейы» булып сыға. Брюс Кейси үҙенең һуңыраҡ нәшер иткән китабында пирамидаларҙы тәүге асҡан осоусыны «Джеймс Гауссман» тип атауы бөтә был тарихты тағы ла ҡатмарландыра.

Янлин мавзолейы —император Цзин-ди кәшәнәһе

«Һалҡын һуғыш» йылдарында Ҡытай Халыҡ Республикаһы көнбайыш сәйәхәтселәре өсөн ғәмәлдә ябыҡ була. 1978 йылда Яңы Зеландия авторы Брюс Кейси[14] Ҡытай властарынан пирамидалар хаҡындағы һорауына уларҙың «пирамида түгел, ә ҡәберле ҡалҡыулыҡтар йә Көнбайыш Хань династияһы императорҙарының кәшәнәләре, һәм улар әлегә бик аҙ тикшерелгән» тигән рәсми яуап алыуға өлгәшә. Бынан тыш улар йыһандан Американың шпион спутниктарына бик асыҡ күренгән була. 1994 йылда Германия операторы һәм яҙыусыһы Хартвиг Хаусдорф[15] Европа вәкилдәренән беренсе булып Ҡытай пирамидаларын барып күреүгә өлгәшә. Быға ҡәҙәр ул бары тик тейешле фотоһүрәттәр күрһәтеп кенә Ҡытай ғалимдарының пирамидалар юҡлығын раҫлауын еңә ала[16][17]

Корея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корея ярымутрауы территорияһындағы боронғо пирамида өлгөһө булып полководец Чангун "Чангунчхон"дың 412 йыл менән билдәләнгән кәшәнәһе тора. Мавзолей дөйөм бейеклеге 11,3 метр тәшкил иткән ете баҫҡыстан тора. Пирамиданың нигеҙе дәүмәле — 29,3 метрға 29,3 метр[18]

Үҙәк Америка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мезоамерикан пирамидалары — ҡағиҙә булараҡ, Боронғо Мысыр пирамидаларына ҡарағанда Месопотамияның зиккураттарына оҡшағаныраҡ, түбәһендә ҡорамы булған баҫҡыслы структура. Үғәк Американың иң ҙур пирамидаһы — Бөйөк Чолулы пирамидаһы күләме буйынса донъяла иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Мексика пирамидалары бик йыш кешеләрҙе ҡорбанға килтереү урыны сифатында файҙаланылған. Ацтектарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1487 йылда Теночтитлан Бөйөк пирамидаһын ҡабаттан изгеләндереү өсөн дүрт көн эсендә 80400 кеше ҡорбанға килтерелә[19].

Тағы ла боронғораҡ пирамидаларҙың береһе булып Мехико үҙәнендә урынлашҡан, йәше беҙҙең эраға тиклем 500 йыл менән билдәләнгән Куикуилько пирамидаһы иҫәпләнә. Тәүҙә ул түңәрәк ике баҫҡыстан тора. Аҫтағыһының дивметры 135 метрға етә. Һуңынан тағы ла ике баҫҡыс өҫтәлә һәм ҡоролманың бейеклеге 20 метрға етә. Пирамиданың түбәһендә миһрап урынлаштырыла, уға көнсығыштан һәм көнбайыштан ике баҫҡыс менә. Конструкцияһы яғынан пирамида балсыҡ менән нығытылған ҙур таштарҙан ғибәрәт.

Теотиуакан ауылында ҡаланың ғибәҙәт үҙәге булдырыла һәм унда пирамидаларҙың тотош комплексы күтәрелә. Уларҙың иң ҙуры Ҡояш пирамидаһы була. Уның дәүмәле 210-ға 220 метр, дүрт һикәлтәһе бар, дөйөм бейеклеге 65 метр тирәһе. Пирамида адобдан төҙөлә һәм һарыҡташтар менән йөҙләнә. Ҡояш пирамидаһы ансамблдең тотош композицияһын билдәләй. Бик күп бәләкәй пирамидалар, шулай уҡ ике ҙур Ай пирамидаһы һәм Кетцалькоатль пирамидаһы төҙөлә. Һуңғы икәүһенең конструкцияһы Ҡояш пирамидаһыныҡы менән сағыштырғанда күпкә камиллаша, уларҙың үҙәге рәшәткәле система рәүешендәге туфтан күтәрелә, һуңынан ул бут ташы һәм балсыҡ иҙелмәүе менән тултырыла[20].

Төньяҡ Америка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Индеетарҙың пирамидалары

Боронғо Төньяҡ Американың бик күп Колумбҡа тиклемге индеецтар йәмғиәте ҙур пирамидаль мтруктуралар төҙөгән. Улар араһында иң ҙуры һәм иң билдәлеһе — Монкс-Маунд, уның нигеҙе Гизалағы Бөйөк пирамиданыҡынан да ҙурыраҡ. Пирамидалар, күрәһең, халыҡтарҙың дини тормошонда мөһим роль уйнаған, уларҙың юлбашсыларҙың йорто, кәшәнәһе, бейеү майҙандары һ.б. маҡсатта файҙаланыуы документтар менән нығытылған[21][22][23].

Рим империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Це́стий пирами́даһы (итал. Piramide di Caio Cestio или Piramide Cestia) — Римдәге Сан-Паоло ҡапҡалары эргәһендә Авентиндағы дөрөҫ булмаған пирамида формаһындағы Боронғо Рим мавзолейы.

Цестий пирамидаһы Римдә берҙән-бер генә түгел. Дәүмәле буйынса ҙурыраҡ ҡоролма XVI быуатҡа тиклем Ватиканда һаҡлана. Быуат уртаһында Цестий пирамидаһында — Рем, ә Ватикан пирамидаһында уның туғаны Ромул ерләнгән тигән фараз йәшәй. Был хаҡта Петрарка яҙа. Бары тик папа Александр VII бойороғо буйынса 1660 йылдарҙағы ҡаҙыныу эштәре барышында пирамидаға инеү блы асыла һәм статуялар нигеҙендә уларҙы күтәреү шарттарын раҫлаусы фрескалар һәм мәрмәр яҙыуҙар табыла. Рим эпохаһының тағы бер пирамидаһы Францияла, Фаликон[24] эргәһендә һаҡланып ҡала.

Урта быуат Европаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Овьедо соборы

Пирамидалар биналарҙың архитектура элементы булараҡ урта быуат Европа тарихында киң ҡулланыла (мәҫәлән, Овьедо соборында).

Көньяҡ Азия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндостанда бик күп пирамидаль ҡорамдар төҙөлә (ҡарағыҙ гопура); уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Махабодхи, ЮНЕСКО исемлегенә индерелгән.

Индонезияла Боробудур комплексы пирамида формаһына эйә. Уның өс кимәле өс сфера торған урынды символлаштыра — Камадхату (теләк сфераһы), Рупадхату (форма сфераһы) һәм Арупадхату (формаһыҙ сфера)[25].

Перу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карал пирамидалары ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[26].

Хәҙерге пирамидалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда ла пирамидалар төҙөү дауам ителә. Мәҫәлән, Лувр пирамидаһы, Тыныслыҡ һәм татыулыҡ һарайы, Калифорния университеты стадионы, Мемфистағы спорт-күңел асыу комплексы, Лас-Вегастағы «Луксор» ҡунаҡхана-казиноһы, шул иҫәптән Рәсәйҙә «Форум» Мәскәүҙәге «Экспоүҙәк» Үҙәк күргәҙмәләр комплексы һәм Ҡаҙандағы мәҙәни-күңел асыу комплексы һ.б. кеүек ҙур, шулай уҡ Трансамерика, Рюгён ҡунаҡханаһы һ.б. кеүек һуҙылған формалағы пирамидалар төҙөлгән.

Пирамидалар[һәйкәл булараҡ та күтәрелә — мәҫәлән, Карлсруэ пирамидаһы, Ҡаҙан ҡамауҙа ҡалғанда башын һалыусыларға һәйкәл.

Төрлө боронғо һәм хәҙерге донъяның эре пирамидаларын сағыштырыу

Луврға ингәндәге конструкцияларҙа пирамида формаһын файҙаланыу отошло. Ҡоролма ҡорос каркастан эшләнгән һәм быяла менән тултырылған. Пирамида 21 мм ҡалынлығындағы 603 ромб һәм 70 өсмөйөш быяланан тора[27]. Мысырҙың донъя мөғжизәһе формалары менән илһамланған америка архитекторы Бэй Юймин XX быуаттың 80-се йылдары башында Франция президенты Франсуа Миттеран тарафынан Луврҙы модернизациялауға бәйле ҡатмарлы мәсьәләне пирамида формаһы ярҙамында хәл итә. Пирамиданың дүрт яғы ер аҫты коридорҙары йүнәлешен символлаштыра, ә берегеү формаһы матдилыҡтан — рухиәткә, ерҙән йыһанғаса булған юлға ишара. Шул уҡ ваҡытта конструкцияларҙың еңеллеге Луврҙың архитектура ансамблен ҡатмарлаштырмай һәм үҙенә артыҡ иғтибар талап итмәй[28].

Замандың тағы бер ғәҙәти булмаған пирамидаль конструкцияһы булып Невада штатындағы Парадайз ҡунаҡханаһы һәм казиноһы тора. 1993 йылда асылған ҡунаҡхана үҙенең формаһы арҡаһында Лас-Вегас-Стрипта иң күренекле ҡоролмаларҙың береһе булып ҡала. Бина 30 ҡатлы, ҙур казинолы (11000 квадрат метр) отелде тәшкил итә. Пирамиданың бейеклеге 111 метр, нигеҙенең майҙаны 4,45 гектар. Ул "гибрид мөғжизәле архитектура"ның (Hybrid Fantasy Architecture)[29] сағыу вәкиле булып тора. Был стилдең үҙенсәлеге — классик популяр һәм еңел танылған формаларҙы ҡулланыуҙа. Шул уҡ ваҡытта төҙөлгән ҡоролмалар бик ҙур һәм улар ҙур финанс сығымдары талап итә. Бөтөн донъяға билдәле булған пирамиданың формаһын файҙаланыу, атама (Луксор — Мысырҙа үҙенең иҫтәлекле урындары менән билдәле туристик мәккә) — былар барыһы ла пирамида эсендә урынлашҡан ҡунаҡхана, казино һәм коммерция предприятиеһын рекламалау маҡсатында талап ителгән башҡа урындарға иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Америка Луксоры менән был планда Ҡазандағы «Пирамида» мәҙәни-күңел асыу комплексы ла оҡшаш. 31,5 метр бейеклектәге һәм дөйөм майҙаны 14400 квадрат метр булған ете кимәлле был бина 2500 кешене һәм 500 хеҙмәткәрҙе һыйҙыра. Унда 1375 квадрат метр майҙанлы ике кимәлле төп концерт залы бар. «Пирамида» эргәһендә «Мираж» ҡунаҡханаһы урынлашҡан һәм улар ҡалала беренсе шәхси инвестицияның эре проекты булараҡ, «ТАИФ» холдингы тарафынан төҙөлгән. Пирамиданың боронғо формаһы хай-тек стилендә тормошҡа ашырылған, уның функциональ тәғәйенләнеше күп төрлө — комплекста ҡала, республика, Рәсәй һәм донъя кимәлендәге рәсми-дәүләт, мәҙәни-йәмғиәт һәм спорт ярыштары уҙа.

Пирамидалар башҡорт әҙәбиәтендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирә Гүзәл Ситдиҡованың «Мәр» тигән поэмаһында боронғо архитектура ҡоролмалары — Мысыр пирамидалары һәм совет йәмғиәте үҫешендәге кинәйәле мәғәнәләге пирамидалар, Мавроди барлыҡҡа килтергән финанс пирамидалары образдары һүрәтләнгән. Мәр[30] — боронғо мысырса «пирамида» тигәнде аңлата[31]/

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Пирамиды. — Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2012 йыл 4 июнь архивланған.
  2. Haas, Jonathan; Winifred Creamer, Alvaro Ruiz (23 December 2004). «Dating the Late Archaic occupation of the Norte Chico region in Peru». Nature 432: 1020-1023. DOI:10.1038/nature03146. Проверено 2007-01-31.
  3. William W. Hallo. Origins: The Ancient Near Eastern Background of Some Modern Western Institutions. Brill Academic Publishers, 1996. Page 279.
  4. Discovery News: New Pyramid Found in Egypt 2009 йыл 6 август архивланған. (11 ноября 2008 г.)
  5. Necia Desiree Harkless. Nubian Pharaohs and Meroitic Kings: The Kingdom of Kush. — AuthorHouse, 2006. — ISBN 1425944965.
  6. Basden, G. S(1966). Among the Ibos of Nigeria, 1912. Psychology Press: p. 109, ISBN 0-7146-1633-8
  7. Louis E. Lord, Watchtowers and Fortresses in Argolis, American Journal of Archaeology, Vol. 43, No. 1 (January — March, 1939), pp. 78-84 [1]
  8. Mary Lefkowitz. Archaeology and the politics of origins // Archaeological Fantasies: How Pseudoarchaeology Misrepresents the Past and Misleads the Public / Garrett G. Fagan. — Routledge, 2006. — P. 188. — ISBN 978-0415305938.
  9. Juan Francisco Navarro Mederos: Arqueología de las Islas Canarias", in: Espacio, Tiempo y Forma, Serie I, Prehistoria y Arqueología, Bd. 10, 1997, S. 467.
  10. Antonio Aparicio Juan/César Esteban López, Las Pirámides de Güímar: mito y realidad. Centro de la Cultura Popular Canaria, La Laguna 2005, ISBN 978-84-7926-510-6, p. 35-52.
  11. Antonio Aparicio Juan/César Esteban López, Las Pirámides de Güímar: mito y realidad. Centro de la Cultura Popular Canaria, La Laguna 2005, ISBN 978-84-7926-510-6, p. 30-31.
  12. Всеобщая история архитектуры, Том 1. «Архитектура Древнего мира». Москва, 1970 год. с.427, 451
  13. Коппенс Ф. Новая эра пирамид / Пер. с англ. — Смоленск: Русич, 2010. — С. 197, 198. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-1-84694-046-0  (инг.), ISBN 978-5-8138-0958-3  (рус.).
  14. В 1983 г. выпустил книгу на эту тему «Мост в бесконечность» (The Bridge to Infinity).
  15. Автор книги «Белая пирамида» (Die Weisse Pyramide).
  16. Коппенс Ф. Новая эра пирамид / Пер. с англ. — Смоленск: Русич, 2010. — С. 169—175. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-1-84694-046-0  (инг.), ISBN 978-5-8138-0958-3  (рус.).
  17. China’s Great Pyramids Controversy, Philip Coppens, 26. Juni 2008.
  18. Всеобщая история архитектуры, Том 1. «Архитектура Древнего мира». Москва, 1970 год. с.427, 441
  19. «The Enigma of Aztec Sacrifice». Natural History, April 1977. Vol. 86, No. 4, pages 46-51.
  20. Всеобщая история архитектуры, Том 1. «Архитектура Древнего мира». Москва, 1970 год. с.450, 451
  21. (1997) «{{{title}}}». Journal of Archaeological Research 5. Проверено 2011-11-02. 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  22. Raymond Fogelson. Handbook of North American Indians : Southeast. — Smithsonian Institution. — P. 741. — ISBN 978-0160723001.
  23. (September 1960) «The Etowah Site, Mound C :Barlow County, Georgia». Florida Anthropologist 8: 37–39.
  24. Henri Broch (1976), La mystérieuse pyramide de Falicon, Éditions France-Empire, ISBN B0000E80JW
  25. Tartakov, Gary Michael. Lecture notes for Asian Art and Architecture: Art & Design 382/582. Iowa State University. Draws heavily from Sherman Lee’s History of Far Eastern Art, 5th d.[2] 2015 йыл 31 ғинуар архивланған. accessed 21 May 2006
  26. Sacred City of Caral-Supe — UNESCO World Heritage Centre
  27. Данные о пирамиде 2002 йыл 12 ғинуар архивланған.
  28. Сартан М. Н., Сартан Я. Н. Прогулки по Парижу. 2014 йыл 13 ғинуар архивланған. — Вокруг света, 2010 г. ISBN 978-5-98652-309-5
  29. Shelly Errington. The Death of Authentic Primitive Art and Other Tales of Progress. University of California Press, 1998, стр. 191
  30. Пирамида 2020 йыл 27 июль архивланған.
  31. Гүзәл Ситдиҡова. Ағып килә мәңгелек. «Мәр» (поэма) -Өфө, «Китап», 2019, 297—311 бб. — ISBN 978-5-295-07217-8

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коппенс Филип. Новая эра пирамид — Смоленск: Русич, 2010. — 384 с. ISBN 978-5-8138-0958-3, 978-1-84694-046-0
  • Ганс Райхард. Пирамиды. — М.: Слово, 1978. — 48 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]