Ай пирамидаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ай пирамидаһы
Ай пирамидаһынан Үлеләр Һуҡмағына һәм Ҡояш пирамидаһына күренеш

Ай пирамидаһы — Теотиуакан ҡалаһында ҙурлығы буйынса, Ҡояш пирамидаһынан ҡалышып, Месоамерикала икенсе урындағы бина. Теотиуакан ҡалаһының төньяғын урынлашҡан, үҙенең контурҙары менән Серро-Гордо тауын ҡабатлай.

Ай пирамидаһы б. э. 200—400 йылдарында төҙөлгән. Пирамида антик ғибәҙәтхананың симметрия итеп тамамлай. Пирамиданың баҫҡыстары Үлеләр Һуҡмағы (Calzada de los Muertos) менән тоташа, пирамиданың түбәһендәге майҙансыҡта Ай һәм һыу алиһәһенә арналған ритуаль цереманиялар үткәрелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. 100—500 йылдарында боронғо индейцтар хәҙерге Мехико-Ситинан 40 км алыҫлыҡта Теотиуакан ҡалаһын төҙөгән. Ул заманда Теотиуакан үҙенең 15 монументаль пирамидалары һәм сауҙа маәҙаны менән Европа ҡалаларынан ҙурыраҡ булған. Уның майҙаны 13 км², халҡы 200 000 кеше булған. Теотиуакан, ацтектар Теночтитлан тигән баш ҡалаһын нигеҙләгәнсе, 700 йыл элек төҙөлгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]