Эстәлеккә күсергә

Теотиуакан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Теотиуакан
исп. Teotihuacan
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы teɪˌoʊtiːwəˈkɑːn
Культура Teotihuacan civilization[d]
Дәүләт  Мексика[1]
Административ-территориаль берәмек Мехико[d]
Урын Теотиуакан-де-Ариста[d][2]
Эра Колумбҡа тиклемге цивилизациялар һәм Мезоамерика
Архитектура стиле Талуд-таблеро[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Cultural property under special protection[d]
Майҙан 250 гектар,
3118,15 гектар
Рәсми сайт inah.gob.mx/zonas/23-zon…
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (i)[d][3], (ii)[d][3], (iii)[d][3], (iv)[d][3] һәм (vi)[d][3]
Современное состояние хәүефле[d][4]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Teotihuacán[d]
Карта
 Теотиуакан Викимилектә

Теотиуакан (аст. Teōtīhuacānаллаһтар тыуҡан урын, йәғни аллалар ҡалаһы) — боронғо ҡала, Мехико ҡалаһы үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 50 саҡрым алыҫлыҡта Сан-Хуан-Теотиуакан муниципалитетында урынлашҡан

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заман тикшеренеүселәре фекеренсә, был боронғо ауылдың майҙаны 26-28 км², ә халҡы 125 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Был Колумбҡа тиклемге Американың боронғо һәм иң эре индеецтар ҡалаһы, донъяла иң ҙур алты ҡала иҫәбенә инә[5]. Ҡала тибындағы ауыл был урында беҙҙең эраға тиклем 3-сө быуаттарҙа барлыҡҡа килгән, ләкин ҡала вулкандар урғылыуынан зыян күргән территорияларҙан халыҡтың күсеп ултырыуы һөҙөмтәһендә б. э. тиклем 2 быуатта барлыҡҡа килгән. Төп монументтар 250 йылдарға тиклем яйлап төҙөлгән[6]. 6 быуат урталарында ҡала тарҡала башлай, ҡаланың үҙәк өлөшөндә булған изге нәмәләр талана һәм яндырыла. 7 быуат уртаһына ҡаланы кешеләр тулыһынса ташлап китә.

Ҡаланың исеме билдәһеҙ. Классик дәүерҙәге майя текстарында ул puh - ҡамыш үҫентеләре тиа аталған. Әммә, һуңынан был исем индеецтарҙың төрлө ҡебиләләр тарафынан Мезоамериканың башҡа ҙур ҡалалырн атау өсөн дә ҡулланылған. Теотиуакан атамаһын ҡала емереклектәренә ул бер нисә быуаттан юҡҡа сыҡҡандан һуң ацтектар бирә.

Ҡаланың этник составын билдәләүе лә ҡыйын. Теотиуакан күп этниклы ҡала булғанлығы билдәле[7], ә унда йәшәгән күп һанлы ҡәбилә төркөмдәре — науа, отоми һәм тотанактар. Үҫеше осоронда ҡалала һәм ҡала ситендәге ауылдарҙа Мезоамериканың яҡын һәм алыҫ төбәктәренән килгән күп һанлы мигранттар (квалификациялы һәм квалификациялы булмаған эшселәр) йәшәгән

Теотиуакан б. э. тиклем II быуатта төбәк -үҙәге була, сөнки Теопанкаско һәм элекке -үҙәк Куикуилько вулкандар урғылыуынан һуң ташландыҡ хәлдә була, ә уларҙың халҡы Теотиуаканға күсенә. Тиҙҙән ул 125 меңдән ашыу халҡы менән Мезоамерикала иҡтисади үҙәге менән иң ҙур ҡала була[8][9]

Үҙәк проспект менән тура мөйөш аҫтында киҫешеүсе урамдарҙың дөрөҫ селтәре Теотиуакандың ентекле уйланылған план буйынса үҫеше тураһында һөйләй. Үҙәк тирәләй бер-береһенә яҡын урынлашҡан ябай халыҡтың балсыҡ йорттары тора, улар тар урамдар менән айырым ҡала кварталын булдыра. Йорттар башлыса бер ҡатлы, яҫы ҡыйыҡтар менән һәм тәҙрәһеҙ. Берҙән-бер яҡтылыҡ һәм һауа сығанағы булып эске асыҡ ихата яғына сыҡҡан ишектәр тора. Ҡалала шулай уҡ күп ҡатлы йорттар ҙа бар[10].

Үҙенең үҫеше дәүерендә Теотиуакан (б.э. 250—600 йй.) Мезоамериканың күп өлкәләләренә ҙур мәҙәни йоғонто яһай. Теотиуакан балсыҡ һауыттары һәм статуэткалар Мексиканың төньяҡ райондарынан алып Гватемала тауҙарына тиклем һәм Тымыҡ океан яр буйҙарынан алып Мексика ҡултығына тиклем осрай. Теотиуакан ныҡ үҫешкән осоронда Мексиканың үҙәк таулы райондарын контролдә тота һәм күрше цивилизациялар һәм майяның ҡала-дәүләттәре менән бәйләнеш тота (Тикаль).

Үҫеше дәүерендә был йәшәү рәүешен аныҡ ойошторған ҡала була, уның башында күп этник элита тора, ул тәү сиратта сеймал тауарҙарҙың импортын контролдә тота. Астрономия белеменә эйә булған руханиҙар йәмәғәт тормошон күҙәткәндәр һәм ҡаты социаль, шул иҫәптән кеше ҡорбандары ярҙамында контроль булдырғандар. Дин һәр ғаиләнең тормошона үтеп ингән. Йорт алтарҙарын иң ярлы йорттарҙа ла тапҡандар. Нигеҙ һалыусыларының бай рухи донъяһын сағылдырған Теотиуакандың сәнғәте һәм мифологияһы, аллалар пантеоны тирәләй тупланған. Мифологияла мөһим урынды Кетцалькоатль, ҡош ҡауырһындары ҡапланған йылан кәүҙәһе менән аллаһ биләй. Ҡала халҡы уға тәбиғәттең төп аллаһына ҡараған кеүек табынған. Ул һуңыраҡ ацтектарҙа Ҡанатлы йылан — Кетцалькоатль мәҙәниәтте ҡурсалаусы була, уны йыш ҡына Венера планетаһы менән тиңләгәндәр.

Теотиуакан цивилизацияһының үҫеше ваҡыты буйынса Боронғо Рим үҫеше менән тап килә, әммә мезоамерика ҡалаһының тарихы оҙайлыраҡ була. Ҡала башлыса хаж ҡылыуҙың төп объекты була. Мехико үҙәне буйынса сәйәхәт итеүселәр сауҙа килешеүе төҙөү өсөн, дини изге әйберҙәргә табыныу һәм эш табыу өсөн Теотиуаканға бара. Меңләгән тау итәгендәге ауылдар билдәле бер көндәрҙә буш тиерлек тороп ҡала, ә уларҙың халҡы ҡаланың сәскә атыуына һәм үҙәндә йәшәүселәрҙең матур киләсәген тәьмин итеүгә тейеш булған дини тантаналарҙа һәм мистик байрамдарҙа ҡатнашыу өсөн Теотиуакан майҙанына ынтыла.

Ҡаланың бөлгөнлөккә төшөүе VI быуаттың уртаһынан башлана, VII быуаттың уртаһына Теотиуакан ташландыҡ хәлдә була. Күпкә һуңыраҡ килгән ацтектар бында мөһабәт емереклектәр генә таба

Башта ғалимдар фаразлауынса, ҡала илбаҫарҙар һөжүменә дусар булған. Ҡала яндырыла, изге әйберҙәр талана, ә изге һындар емерелә. Әммә артабанғы тикшеренеүҙәр емерелеүгә ҡаланың тик элита йәшәгән үҙәк өлөшө генә, шулай уҡ культ ҡоролмалары ғына дусар булған, ә хәрби баҫып алыу билдәләренең эҙе табылмай тип күрһәтә[7][11]. Күрәһең, ҡаланың үҙәгенең емерелеүе йәшәү шарттарының насарайыуы һөҙөмтәһендә эске конфликт эҙемтәһе була. Был осорҙа ҙур вулкан урғылыуҙары һөҙөмтәһендә климаттың ҡот осҡос глобаль үҙгәреүе билдәле. Археологик табылдыҡтар раҫлауынса, был төбәктә кешеләр оҙайлы ҡоролоҡтар арҡаһында аслыҡтан үлә башлай[12] Әммә баҫып инеү версияһын да тулыһынса кире ҡағырға ярамай, сөнки аслыҡ байтаҡ миграцияға булышлыҡ итә[13].

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала үҙәгендә «Цитадель»тип аталған билдәле урын бар. Йөҙ меңгә тиклем һыйҙырышлы эске майҙаны (ҡала халҡының яртыһы) платформала дүрт ауыр пирамида менән сикләнгән. Комплекстың үҙәк өлөшө — Ҡанатлы йылан пирамидаһы (Кетцалькоатль). Уға ике бүлмә йәнәш тора: Көньяҡ һәм Төньяҡ һарайҙар, улар административ үҙәк булып ҡына түгел, шулай уҡ эш һәм торлаҡ өсөн ҡулланылған.

Теотиуакандың төп ҡоролмалары — Ҡояш пирамидаһы һәм Ай пирамидаһы (бейеклеге — 42 метр).

Ай пирамидаһы «Үлеләр юлының» төньяҡ сигендә урынлашҡан. Ай пирамидаһы төпкөлөндә археологтар ерләү камераһын һәм унда 12 кеше кәүҙәһен тапҡандар. Уларҙың бөтәһенең дә ҡулдары артҡа ҡайырып бәйләнгән, баштары юҡ, улар камера уртаһына тәртипһеҙ рәүештә ташланған. Версияларҙың береһенә ярашлы, былар Теотиуакан халҡының дошмандары булған.

Башҡа ике ҡорбан, күрәһең, урындағы элитаға ҡараған, сөнки улар бөхтә ултыртылған, уларҙа нефриттан биҙәүестәр, кеше яңаҡтарына оҡшаған беләҙектәр һәм башҡа юғары ҡатлам билдәләре булған.

Нимә хөрмәтенә был кешеләр ҡорбан итеп килтерелгәнлеге әлегә асыҡланмаған, әммә ритуал был боронғо ҡоролманың яңынан үҙгәртеп ҡороуы ваҡытында башҡарылыуы билдәле. Күрәһең, ул ҡала-дәүләттең үҫеп килгән дини һәм сәйәси йоғонтоһон кәүҙәләндергән. Был турала камераның үҙәге һөйләй, унда 18 обсидиан бысаҡ менән уратып алынған нефриттан эшләнгән ҙур мозаика ҡуйылған. Бындай нәмәләр элек Мезоамерикала табылмай. Шулай уҡ камерала биш бүренең (йәки койоттың) , өс пуманың йәки ягуарҙың һөлдәләре, 13 бөркөттөң ҡалдыҡтары табылған. Бәлки, был хайуандар яугирҙәрҙең (хәрби союзы) символы булған.

Пирамида XX быуаттың беренсе ун йыллығында Леопольд Батрес тарафынан табыла һәм өйрәнелә. Артабанғы ҡаҙыныу эштәре 1992—1993 йылдарҙа Мексика антропология һәм тарих Милли институтынан Эдуард Матос Моктесуа етәкселеге аҫтында үткәрелә.

Ҡояш пирамидаһы б.э. яҡынса 150 йылдар тирәһендә төҙөлгән, яҫы түбәһе менән 5-ҡатлы ҡоролманан ғибәрәт, унда ҡасандыр ҙур булмаған ҡорам булған. Был колосстың бейеклеге — 64,5 метр самаһы, нигеҙе яҡтарынан оҙонлоғо 211, 207, 209 һәм 217 метр, дөйөм күләме — 993 мең кубометр.

Ҡояш пирамидаһы һуйырташтан, тупраҡ һәм балсыҡтан эшләнгән, таш менән көпләнгән һәм ҡорам менән тамамланған

Һүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://goo.gl/maps/NdMMtkjsNyAsJ9hy7
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 http://whc.unesco.org/en/list/414
  4. https://nyti.ms/RAG0Dq
  5. Teotihuacan: Art from the City of the Gods. — Thames and Hudson.
  6. Teotihuacan. Heilbrunn Timeline of Art History. Department of Arts of Africa, Oceania, and the Americas, The Metropolitan Museum of Art.
  7. 7,0 7,1 Linda R. Manzanilla. Cooperation and tensions in multiethnic corporate societies using Teotihuacan, Central Mexico, as a case study 2018 йыл 25 декабрь архивланған., Proceedings of the National Academy of Sciences of the United States of America (PNAS/PNAS Online), July 28, 2015, vol. 112 no. 30 (2015), pp. 9210–9215, DOI:10.1073/pnas.1419881112
  8. Infant Burials And Decapitated Men In Ancient Teotihuacan Neighborhood Reveal Diverse Origins
  9. Учёные: мигранты погубили древний мексиканский город Теотиуакан
  10. Teotihuacan. Heilbrunn Timeline of Art History. Department of Arts of Africa, Oceania, and the Americas, The Metropolitan Museum of Art.
  11. Manzanilla L. (2003) The abandonment of Teotihuacan. The Archaeology of Settlement Abandonment in Middle America, Foundations of Archaeological Inquiry, eds Inomata T, Webb RW (Univ of Utah Press, Salt Lake City), pp 91–101/
  12. Linda R. Manzanilla. Cooperation and tensions in multiethnic corporate societies using Teotihuacan, Central Mexico, as a case study, Proceedings of the National Academy of Sciences of the United States of America (PNAS/PNAS Online), July 28, 2015, vol. 112 no. 30 (2015), pp. 9210–9215, DOI:10.1073/pnas.1419881112
  13. Crazy Travel. Теотиуакан.(недоступная ссылка)