Ушмаль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ушмаль
Рәсем
Дәүләт Flag of Mexico.svg Мексика[1]
Административ-территориаль берәмек Юкатан[d]
Мираҫ статусы Cultural property under special protection[d] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙаны 3758,64 гектар,
87,45 гектар
Commons-logo.svg Ушмаль Викимилектә

Ушмаль (исп. Uxmal) — майяларҙың ҙур ҡалаһының емереклектәре. Юкатан ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында, хәҙерге Мексиканың Юкатан штаты биләмәһендә, Мерида ҡалаһынан көньяҡҡа табан 68 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Мексикала Паленке, Чичен-Ица һәм Калакмуль, Белизда Караколь һәм Шунантунич, Гватемалала Тикаль менән бер рәттән, Ушмаль майя мәҙәниәтенең иң мөһим археологик ҡомартҡыларының береһе булып иҫәпләнә. 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

Ушмаль төбәктең иң үҙенсәлекле архитектура стиленә эйә булған майя ҡалаларының береһе тип иҫәпләнә. Ҡала биналары үҙенең ҙурлығы һәм биҙәлеше менән билдәле. Сакба тип аталған боронғо юлдар биналарҙы тоташтыра һәм был райондың башҡа ҡалалары менән бәйләнеш булдыра. Биналар Пуук стиле өсөн хас. Улар майя аласыҡтары өсөн хас булған фриздар менән биҙәлгән шыма тәпәш стеналы. Мәҫәлән, «Тылсымсы пирамидаһы» һәм Хакимдар һарайы кеүек ҡайһы бер биналар урындағы рельефты башҡа ҡаралтыларҙан юғарыраҡ күтәрелер өсөн файҙалана.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ушмаль тигән атама майя телендә «ox-mal» — «өс тапҡыр» тигәнде аңлата (бәлки, ҡаланың өс осоро күҙ уңында тотолалыр, йәғни нигеҙ һалынғандан һуң тағы ике тапҡыр тергеҙеү булған).

Эргәләге Лабна цермониаль комплексы һәм Сайиль һарай комплексы менән бергә 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Пуук стиле архитектураһы өлгөһө булып тора.

Ушмалдә һарай емереклектәре

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юкатан ярымутрауында боронғо майяларҙың мәҙәни һәм сәйәси үҙәктәренең береһе. Ушмалдең нигеҙ һалыныу ваҡыты һәм боронғо тарихы әлегә билдәһеҙ. Беҙҙең эраның Х быуатының аҙағында Ушмалде тольтектар менән бәйләнгән тутуль-шив ҡәбиләһе баҫып алған. XIII—XV быуттарҙа Ушмаль Юкатанда сәйәси хакимлыҡ өсөн Майяпан һәм Чичен-Ица менән үҙ-ара һуғыш алып бара. Был ваҡиғаларҙың теүәл хронологияһы сығанаҡтарҙың ҡапма-ҡаршылығы арҡаһында билдәһеҙ, әммә, күрәһең, беҙҙең эраның XIII быуат башында булған. Ул Майяпан ғәскәре тарафынан ҡыйратыла. Тутуль-шив үҙенең баш ҡалаһын Мани ҡалаһына күсерә. Һуғыштар 1441 йылда Майяпандың ҡолауы менән тамамлана. Испандар ҡаланы күргәс, ул күптән инде ташландыҡ хәлда булған[2].

Ғалимдар фаразлауынса, ҡалала 25 меңгә яҡын кеше йәшәгән. Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған биналарҙы беҙҙең эраның 700—1000 йыл арауығына индерергә мөмкин.

«Тылсымсы» пирамидаһы

Ушмалгә ҙур, квадрат майҙандар хас, уларҙың ситтәрендә Пуук классик стилендәге биналар урынлашҡан, шулай уҡ бында ғына ошо стилдең һуңғы варианты осрай.

Һулда «Ҡатын-ҡыҙҙар монастыре», алыҫта «Тылсымсы» пирамидаһы

Тикшеренеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урындағы халыҡ һәр ваҡыт боронғо емереклектәр хаҡында белһә лә, Европа фәне өсөн тәүгеләрҙән булып уларҙы ике сәйәхәтсе һәм майя цивилизацияһын асыусы — инглиз рәссамы һәм археологы Фредерик Кезервуд, Америка юрисы һәм дипломаты Джон Ллойд Стефенс тапҡан һәм тасуирлаған. 1840 йылда, Копан менән Паленкены тикшергәндән һуң, улар Ушмалдәге емереклектәрҙе ҡарап сыға. Был емереклектәр уларға ҙур йоғонто яһаған. 1841 йылда Нью-Йоркта Казервудтың һүрәттәре менән биҙәлгән Стивенс китабы сыға, унда Ушмаль, уның ҡоролмалары һәм ҡорамдары һүрәтләнә[3].

Һуңыраҡ 6 төркөмгә бүленгән Ушмаль емереклектәре XIX быуаттан алыр күп тапҡыр АҠШ һәм Мексика археологтары (Дж. Стивенс, У. Холмс, К. Рупперт, А.Рус, Х. Акста, С. Саэнс һәм башҡалар) тарафынан өйрәнелә.

1 — ҡаралтыларҙың төньяҡ төркөмө, 2 — «Ҡатын-ҡыҙҙар монастыре», 3 — төньяҡ -көнбайыш төркөм,
4 — Ҡоштар йорто, 5 — «Тылсымсы пирамидаһы»,
6 — стадион, 7 — Гөбөргәйелдәр йорто, 8 — Хаким һарайы (Губернаторҙар һарайы), 9 — «Күгәрсен кетәге»,
10 — Ҙур Пирамида, 11 — Көньяҡ ҡорам

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытҡа биналар өлөшләтә реставрацияланған.

Күп һанлы монументаль архитектура ҡомартҡылары араһында иң мөһимдәре:

  • «Хаким һарайы» — 20 мең айырым пластинанан торған скульптура һәм мозаика фризы менән бай биҙәлгән иң матур биналарҙың береһе
  • «Тылсымсы пирамидаһы» йәки «Карлик замогы»[4]. Пирамиданың 38 метр бейеклегендәге түбәһендә ғибәҙәтхана урынлашҡан. Пирамида овал формала һәм майяларҙың әлеге торлаҡтарын хәтерләтә.
  • «Күгәрсен кетәге»
  • «Ҡатын-ҡыҙҙар монастыры» — эске ихатаны уратып алған 4 бинанан торған комплекс, уның көньяҡ яғында арка бар
  • «Гөбөргәйелдәр йорто».

«Хаким һарайы» артында өлөшләтә таҙартылған йәки тулыһынса балсыҡлы тупраҡ ҡатламы аҫтында йәшерелгән башҡа пирамидалар урынлашҡан.

Емерелеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалимдар билдәләүенсә, Ушмалдең биналар диуарҙарында Xenococcus кеүек эрозия процесын булдырыусы күп кенә фототрофтар йәшәй. Шулай уҡ диуарҙарҙың емерелеүе Gloeocapsa һәм Synechocystis бактерияларының популяциялары бик ҙур булыуына бәйле[5], ә насар яҡтыртылған биналар цианобактериялар йәшәгән урын булып тора[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Antonio de Ciudad Real: Tratado cuirioso y docto de las grandezas de Nueva España. hrsg. v. Josefina García Quintana, Victor M.Castillo Farreras. México, UNAM 1976. Band 2, S. 358—362.
  3. Чарльз Галленкамп. Майя. Загадка исчезнувшей цивилизации. М.: Наука, 1966 г. Глава 3. Джон Ллойд Стефенс — первооткрыватель древних городов.
  4. Ушмаль - древний город майя. osoznanie.org. Дата обращения: 14 июнь 2016.
  5. Ortega-Morales O; Guezennec J; Hernández-Duque G; Gaylarde CC; Gaylarde P.M. Phototrophic biofilms on ancient Mayan buildings in Yucatan, Mexico (инг.) // current microbiology : journal. — 2000. — Т. 40. — № 2. — С. 81—5. — PMID 10594218.
  6. Gómez-Pompa, Arturo. Chapter 9 / Interaction of Microorganisms with Maya Archaeological // The Lowland Maya area: three millennia at the human-wildland interface (инг.). — Binghamton, NY: Food Products Press, 2003. — P. 175—192.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]