Эстәлеккә күсергә

Хойя-де-Серен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хойя-де-Серен
исп. Joya de Cerén
Рәсем
Культура Майя
Дәүләт  Сальвадор[1]
Административ-территориаль берәмек San Juan Opico[d][1]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы[1]
Майҙан 5 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iii)[d][1] һәм (iv)[d][1]
Карта
 Хойя-де-Серен Викимилектә

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 675
рус.англ.фр.

Хойя-де-Серен (исп. Joya de Cerén, эргәләге ауыл исеменән алынған) — Сальвадорҙағы археологик объект. Хойя-де-Серенды Америка Помпейы тип атайҙар.

Беҙҙең эраға тиклем 600 йыл элек Лом-Калдера вулканы атылыу һөҙөмтәһендә майя биләмәһе көл ҡатламы аҫтында ҡала. Объект 1976 йылда Колорадо университеты (ингл. University of Colorado at BoulderUniversity of Colorado Boulder at) профессоры Пайтон Шитс (Payton Sheets) тарафынан асыла. Шул ваҡыттан алып яҡынса 70 ҡоролма ҡаҙып алына. Италияның күмелгән ҡалаһынан айырмалы, ауыл халҡы, күрәһең, ҡотолоп ҡалған — ҡаҙыныуҙар ваҡытында һәләк булғандарҙың һөлдәләре табылмаған. Әммә хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, һауыт-һаба, хатта ашалып бөтмәгән аҙыҡ ҡалдыҡтары табыла. Объект шул ваҡыттағы майя ҡәбиләһенең ябай кешеләренең тормошон сағылдырыуы менән ҙур фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.Объект дәүләттең баш ҡалаһы — Сан-Сальвадорҙан 25 километр төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Хойя-де-Серенды төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш өлкәләргә бүлергә мөмкин[2]. Төньяҡ-көнбайыш өлөштә мильпалар - кукруз баҫыуҙары һәм баҡсалар булған хужалыҡтар урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш өлкәлә мунса (темаскаль), милпас һәм сүп-сар соҡоро (басуреро) булған хужалыҡтарҙан тора. Төньяҡ-көнбайыш өлөштә мильпалар, емеш ағастары һәм тағы бер басуреро булған[3]. Археологик тикшеренеүҙәр барышында 18 ҡоролма табыла. Уларҙың 10-һы ҡаҙыла[4]. Ғалимдар йолалар үткәреү биналары менән ғәҙәти биналарҙы уларҙың бейеклеге, ҡаттарҙың планы, төҙөлөш техникаһы, алтарҙар, йәшерен урындар, ерләү урындары һ.б. аша айыра[5].

Серен общинаһы агаванан туҡымалар, манос һәм метата, шулай уҡ балсыҡ һауыттар етештерә, шул уҡ ваҡытта элиталы баҙарҙарҙан — Хиттан обсидиан, төньяҡтан (Сьерра-де-лас-Минастан) нефрит йәки Копандан керамикаимпорт ихделиелар һатып ала[6]. Ниндәйҙер тауарға эйә булғас, әгәр улар артыҡ булһа, бик йыш ауылдағы башҡа хужалыҡтар менән алыш-бирештә ҡулланғандар[7]. Йорт хужалыҡтары һәм уларҙың һәр ҡайһыһында табылған әйберҙәр ғалимдарға биналарҙың ниндәй маҡсатта ҡулланылғанын асыҡларға ярҙам итә[8].

1993 йылда Хойа-де-Серен ҡаҙылмалары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә.

  • Conyers, Lawrence B. (1996) «Archaeological evidence for dating the Loma Caldera eruption, Ceren, El Salvador», in Geoarchaeology Vol. 11, Iss. 5, pp. 377—391.
  • Lentz, David L.; Beaudry-Corbett, Marilyn; de Aguilar, Maria Luisa Reyna; Kaplan, Lawrence (1996) «Foodstuffs, Forests, Fields, and Shelter: A Paleoethnobotanical Analysis of Vessel Contents from the Ceren Site, El Salvador» in Latin American Antiquity Vol. 7, No. 3 (Sep., 1996), pp. 247—262.
  • University of Colorado at Boulder, (2007) «CU-Boulder Archaeology Team Discovers First Ancient Manioc Fields In Americas», press release August 20, 2007, accessed August 29, 2007.
  • Логотип Викисклада Викимилектә Хойя-де-Серен темаһы буйынса медиафайлдар бар.
  • Сальвадор. Фото.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://whc.unesco.org/en/list/675
  2. Sheets 2013, p. 22
  3. Sheets 2013, p. 22
  4. Castellanos, p. 95
  5. Brown and Sheets, p. 16
  6. Sharer and Traxler, p. 637; Sheets, pp.220-222
  7. Sheets, p. 227
  8. Brown and Sheets 16; Parnell et al. 333