Уашактун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Уашактун
Рәсем
Культура Майя (индей цивилизацияһы)
Дәүләт Flag of Guatemala.svg Гватемала[1]
Административ-территориаль берәмек Флорес[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Northern Lowlands (Guatemala)[d]
Commons-logo.svg Уашактун Викимилектә

Уашактун (Вашактун, Uaxactún) — майя мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Гватемаланың Петен департаментының Форес муниципалитетында Тикалдән төньяҡҡа ҡарай 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уашактун исеме майя телендә «һигеҙ таш» тигәнде аңлата, был исемде ҡомартҡыға Сильванус Морли бер яҙма буйынса бирә, ул Тикаль хакимының Уашактун хакимынан еңелеүенән һуң уға бирелгән бүләк.

Борон ҡала Сиаан К'аан тип аталған (Siaan K’aan), йәғни «күктән тыуған». Классик осорҙан, б.э. тиклем 900 йылдар тирәһендә һәм бөтә классик осор дауамында ҡалала халыҡ йәшәгән. Ҡаланың үҫеше б.э. 500-900 йылдарына тура килә.

9-сы стелала иң боронғо яҙыу 328 йылға, ә иң һуңғыһы 12-се стелала 899 йылға ҡарай. Улар ҡалала майяларҙың өҙөкһөҙлө йәшәүенә күрһәтә. Уашактун Петен биләмәһендә иң ҙур тораҡ пункт була, һәм иң боронғо майя мәҙәниәте ҡалалары Накбе һәм Эль Мирадор табылғанға тиклем, оҙаҡ ваҡыт иң боронғоһо һанала.

Классик дәүерҙең башҡа ҡалалары кеүек, Уашактунды беҙҙең эраның X быуат башында ташлап китәләр һәм ул 1930 йылда асылғанға тиклем тропик урмандар араһында күренмәй тора. Уны егерменсе быуат башында Сильванус Морли таба, ә ҡаҙыныу эштәрен 1924 йылда Джон Ллойд Стивенс һәм Фредерик Катервуд башлай.

Археологтар «Е Төркөмө» майя ҡалаларының астрономик комплекстарын Уашактундағы биналарҙың беренсе комплексы шундай Е Төркөмөндә булыуы менән атайҙар.

Уашактундың иң яҡшы ҡомартҡыһы - Битлектәр Ҡорамы. Уның дүрт яғында ла баҫҡыстар бар, түбәһендә ҡорам урынлашҡан. Бина эсендә кеше һәм һәр яҡта дүртешәр булған юлбарыҫ ҡатнашмаһынан торған ун алты ҙур фигура һаҡланып ҡалған.

Ҡалала стена биҙәктәре табылған. Улар бигерәк тә тораҡ B XIII Ҡоролмаһында күп, ул беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән, унда тарихи темаларға һүрәттәр булған. Башҡарылыуының полихромлылығы буйынса был классик осорға тиклемге иң камил стена һүрәттәре булып тора.

1990 йылдан индеецтарҙың стена биҙәктәрен һаҡлау буйынса Мексикала Мексиканың Милли автономия университетының Колумбҡа тиклем биҙәк һәм яҙмаларҙы өйрәнеүгә арналған Эстетика ғилми-тикшеренеү институты үҙ яҡлауы аҫтына ала.

1983 йылдан бында «Тикаль» Милли проекты сиктәрендә Гватемала археологтары тикшеренеү эштәрен яңырта.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Historia General de Guatemala, 1999, Varios Autores, ISBN 84-88522-07-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. archINFORM — 1994.