Белиз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белиз
Belize
Белиз гербы
Флаг
Девиз: «Sub Umbra Floreo»
Гимн: «Land of the Free»
Үҙаллылыҡ датаһы 21 сентябрь 1981Бөйөк Британия)
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Бельмопан
Эре ҡалалар Белиз
Идара итеү төрө конституцион монархия
Королева
Генерал-губернатор
Премьер-министр
Елизавета II
Колвилл Янг
Дин Барроу
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
150
22 966 км²
0,70%
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

307 899 чел. (177)
14 чел./км²
ИЧР (2011) 0,699[1] (юғары) (93 урын)
Валюта Белиз доллары (BZD, код 84)
Интернет-домен .bz
Код ISO BZ
МОК коды BIZ
Телефон коды +501
Сәғәт бүлкәте -6

Белиз (ингл. Belize [bɛˈliːz]) — Үҙәк Америкалағы дәүләт. 1973 йылдың июненә тиклем Британия Гондурасы исемен йөрөткән.

Төньяҡтан Мексика, көнбайыштан Гватемала менән сиктәш. Илдең көнсығыш ярын Кариб диңгеҙе йыуа. Тымыҡ океанға сығыу юлы булмаған берҙән-бер Үҙәк Америка дәүләте.

Майҙаны — 22 966 км², халҡы — 430 131 кеше (2021 йылға ҡарата).

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиз атамаһының барлыҡҡа килеүе тулыһынса асыҡланмаған. Версияларҙың береһе буйынса, был майя телендә be’lix — «болотло һыу» тигәнде аңлата һәм Белиз йылғаһының атамаһына йүнәлтелә. Икенсе фараз буйынса, был исем конкистадорҙарҙың XVIII быуат пираты Питер Уоллес исемен дөрөҫ әйтмәүенән килә. Бәлки, Конгонан Африка ҡолдары был исемде үҙҙәре менән алып килгәндер, сөнки Анголала ла Белиз (Belize, Angola) бар.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең ҙур өлөшөн уйһыулыҡтар, күп һанлы күлдәрҙән һәм диңгеҙ ҡултыҡтарынан торған һаҙлыҡлы тигеҙлекәр алып тора. Көньяғында бейеклеге 1122 метрға еткән Майя тауҙары һуҙылған. Был илдең халыҡ иң аҙ йәшәгән өлөшө. Ер аҫты байлыҡтары ныҡлап өйрәнелмәгән, нефть ятҡылыҡтарын эҙләү бара.

Белиз климаты — тропик пассатлы. Уртаса айлыҡ температура 26° тирәһе тәшкил итә, миҙгелдәр дауамында ул бер аҙ үҙгәрә. Төньяҡ-көнсығыш пассат күп яуым-төшөм килтерә. Уларҙың һаны төньяҡтан көньяҡҡа табан йылына 1300-ҙән 3500 миллиметрға тиклем арта. Ямғырҙар миҙгеле майҙан июлгә тиклем, ә ҡоро осор ғинуарҙан майға тиклем дауам итә. Кариб диңгеҙенән дауылдар, көслө ҡойма ямғырҙар һәм ташҡындар менән бергә, илгә ауыр бәлә-ҡазалар килтерә.

Ил территорияһының яртыһын тиерлек дымлы тропик урмандар ҡаплаған. Белиздең көньяҡ-көнбайышында һәм төньяғында байтаҡ майҙандарҙы ҡойолоусы киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар биләй. Яр буйлап мангр ҡыуаҡлыҡтары һуҙыла. Урмандар ҡиммәтле ағас тоҡомдарына бай, улар араһынан махагони (ҡыҙыл ағас) һәм ҡарағайҙар иң ҙур хужалыҡ әһәмиәтенә эйә.

Белиздең хайуандар донъяһы күп төрлө. Унда киң моронло маймылдар, ягуарҙар, броненосецтар, эре игуандар һәм башҡа хайуандар йәшәй. Ҡоштар, шул иҫәптән тутыйғоштар һәм колибриҙар бик күп. Яр буйындағы диңгеҙ һыуҙары балыҡҡа, ҡыҫала һымаҡтарға һәм гөбөргәйелгә бай.

Кайо быуаһы (плотина)

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колониялар яуланыуға тиклемле осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек хәҙерге Белиз биләмәһенең бөтөн көнбайыш өлөшөндә лә тиерлек майя индейҙары йәшәй ине. Майя цивилизацияһының һуңғы классик осоронда (б. э. т. I мең йыллығы аҙағына) хәҙерге Белиз дәүләте территорияһында 400 меңгә яҡын кеше йәшәгән. IX быуатҡа майя мәҙәниәте сәскә атҡан. X быуатта бөтә майя индейҙары ла тиерлек, был төбәктән Юкатан ярымутрауының (хәҙерге Мексиканың көньяғы) төньяғына күсенгән.

XVI быуат башында, бында тәүге тапҡыр европалылар (испандар) ултырған саҡта, ҡайһы бер майя ҡәбиләләре яр буйындағы уйһыулыҡтарҙа йәшәгән. Испания вәкилдәре Белиздең эске өлкәләренә лә үтеп инергә тырышҡан, әммә майяларҙың көслө ҡаршылыҡ күрһәтеүе уларҙы был ниәттән баш тартырға мәжбүр булған.

Шунантунич

Испандар Үҙәк Американы яулағандан һуң (1509—1524 йылдар) хәҙерге Белиздең төньяҡ өлөшө номиналь рәүештә Яңы Испанияның (Мексика) вице-короллеге составына, ә көньяҡ өлөшө — Гватемала генерал-капитанлығына индерелгән. Әммә испандар был төпкөл, кеше йәшәмәгән, районды колониялаштырыу менән шөғөлләнмәй тиерлек, һәм унда инглиздәр үтеп инә башлай. Был районда йәшәгән майя индейҙары Гватемала менән хәҙерге Белиз сигендә урынлашҡан таулы райондарға күсеп киткән. XVII быуат аҙағына тиклем тауҙарҙа испан колониаль властарына буйһонмаған майяларҙың Тип торамаһы булған. Төбәктәге майяларҙы испандар 1697 йылда һуңғы тапҡыр яулаған.

Белиз ярҙары буйында тәүгеләрҙән булып, испан караптарына ҡаршы һөжүм итеү өсөн уңайлы база булараҡ, инглиз һәм шотланд пираттары торамалар төҙөй башлай. Ошонан һуң пираттар көньяҡ Юкатандағы Испания колонияларына һөжүм итә һәм, бында испан контролен юҡҡа сығарып, уларҙы бөлгөнлөккә төшөрә[3].

Файл:Физ. карта Белиза.png
Белиздең физик картаһы

Колониаль осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиз йылғаһы буйында беренсе инглиз колонияһы 1638 йылда барлыҡҡа килә. XVII быуат уртаһында башҡа инглиз ауылдары ла барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ Британиянан килгән кешеләр кампешев ағасын әҙерләү менән шөғөлләнә, унан туҡымалар буяуҙарын булдырыуҙа ҡулланылған һәм Европала йөн иләү сәнәғәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған матдә алынған.

Инглиз күскенселәренең төп өлөшөн Ямайка утрауындағы пираттар һәм колонистар тәшкил иткән, ағас әҙерләү һәм плантацияларҙа эшләтеү маҡсатында, улар африкан ҡолдарҙы алып килгән. 1800 йылға уҡ Африка халҡы иҫәп буйынса Европала тыуып үҫкән күскенселәрҙән дүрт тапҡырға күберәк булған. Был ваҡытҡа төп экспорт статусы статьяһы булып һандал ағасын икенсе урынға ҡыҫырыҡлаған (1950-се йылдарға тиклем шулай һаҡланған) ҡыҙыл ағас була.

XVIII быуатта Испания күп тапҡырҙар ҡорал көсө менән инглиздәрҙе Белиздән ҡыҫырыҡлап сығарырға маташҡан, әммә колонистар бөтә һөжүмдәрҙе уңышлы кире ҡаҡҡан, был күскенселәргә Англиянан бойондороҡһоҙ хөкүмәт ойошторорға, үҙ закондарын урынлаштырырға мөмкинлек биргән. Был осорҙа урындағы закондар сығарыу власы органын — Халыҡ йыйылышын — урман һәм ерҙәрҙең күпселек өлөшөн биләгән бай колонистар контролдә тотҡан. Беренсе бындай йыйылыш 1738 йылғы һайлауҙар һөҙөмтәһендә ойошторолған.

Британия, Испания менән ыҙғыштан ҡурҡып, XVII һәм XVIII быуаттар буйына был районда үҙ суверенитетын рәсми иғлан итеүҙән тыйыла.

1784 йылда Британия хөкүмәте тәүге тапҡыр Белизгә үҙенең рәсми вәкилен — суперинтендант тәғәйенләй. Испания менән Британия араһында 1786 йылда хәҙерге Белиз биләмәһенең Испания суверенитеты аҫтында булыуын рәсми рәүештә таныған конвенцияға ҡул ҡуйыла. Бында инглиздәрҙең Белиз территорияһында йәшәргә, унда ағас әҙерләү менән шөғөлләнергә хоҡуғы була, әммә нығытмалар төҙөргә, ҡораллы көстәр тоторға йәки ниндәй ҙә булһа үҙидара формаһын булдырыу хоҡуғы булмай. Ошо килешеүгә ярашлы, Британия үҙенең Никарагуа буйындағы колонияһын — Москито-Бэйҙы юҡ иткән. Яҡынса 2 мең күскенсе һәм уларҙың ҡолдары Белизгә 1787 йылда күсеп килә. Килешеүгә ҡарамаҫтан, колонияла ҙур плантациялар булдырыла һәм һайланылған магистрат йәшәүен дауам итә. Эре плантаторҙар Британия суперинтендантына буйһонорға теләмәй, һәм колония ярым бойондороҡһоҙ булып ҡала.

1798 йылда испандар, Белизды кире ҡайтарыу маҡсатында, Юкатан генерал-губернаторы етәкселегендә 2000 һалдаттан торған флот ебәрә. Сент-Джордж Кей янындағы ике сәғәт ярым дауам иткән алыш һөҙөмтәһендә испандар еңелде.

XIX быуат башында Бөйөк Британия Белиз тораҡ пункттарына ҡаршы ҡатыраҡ административ контроль урынлаштырырға маташҡан, атап әйткәндә, Халыҡ йыйылышы эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡурҡынысы аҫтында, Бөйөк Британия хөкүмәтенең ҡоллоҡто бөтөрөү тураһындағы күрһәтмәләрен үтәүҙе талап иткән. 1838 йылда ҡоллоҡ рәсми рәүештә бөтөрөлә.

1840 йылдан алып инглиздәр был биләмәне Британия Гондурасаһы тип йөрөтә башлаған. 1862 йылда Британия рәсми рәүештә Британия Гондурасын үҙенең колонияһы тип иғлан итә, ә хакимиәт башлығы вазифаһында суперинтендант урынына вице-губернатор ҡуйыла.

XIX быуат башында Британия Гондурасы халҡы башлыса инглиз-негритян сығышлы креолдарҙан һәм инглиздәр Кариб диңгеҙе утрауҙарынан күсерелгән (африкан-индей сығышлы) гарифундарҙан, шулай уҡ инглиздәрҙән торған. Һуңынан Белиз биләмәһенә Мексика һәм Гватемаланан испан-индей метистары һәм майя индейҙары күсенә башлай. Майя индейҙарының күбеһе Белизгә 1847—1852 йылдарҙа Юкатанда алып барылған Касталар һуғышы һөҙөмтәһендә ҡасаҡтар сифатында эләккән. Һуңғараҡ инглиздәр Белизгә арзан эш көсө сифатында һиндтарҙы, ҡытайҙарҙы һәм Азиянан сыҡҡан башҡа кешеләрҙе индерә башлаған.

1930-сы йылдарҙағы иҡтисади көрсөк ваҡытында, Бөйөк Британияла ағас материалдарға ихтыяждың ҡырҡа кәмеүе һөҙөмтәһендә, колония иҡтисады бөлгөнлөк сигенә етә. Күмәк халыҡтың эшһеҙ ҡалыуы арҡаһында тыуған бәләләргә 1931 йылғы емергес дауыл эҙемтәләре лә өҫтәлә. Колонияның иҡтисади хәле Икенсе донъя һуғышы ваҡытында яҡшырһа ла, һуғыштан һуң иҡтисад йәнә торғонлоҡ хәлендә ҡала.

1959 йылда Белизгә Канаданан бер нисә мең меннонит (немецтар һәм голландтар) күсеп килә.

1964 йылда колония эске үҙидараға эйә була, 1973 йылда ул Белиз тип үҙгәртелә.

1966 йылда президенты Хулио Сесар Мендес Монтенегро булған Гватемаланың Белизды үҙенең көнсығыш департаменты тип иғлан итеүе һәм Британиянан уны «кире ҡайтарыуҙы» талап итеүе арҡаһында, Бөйөк Британияның Белизға бойондороҡһоҙлоҡ биреүе оҙаҡ ваҡытҡа кисектерелгән.

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылдың 21 сентябрендә Белиз бойондороҡһоҙлоҡ ала. Өҫтәүенә, 1992 йылда Гватемала Белизға дәғүәләренән баш тартыуы тураһында иғлан иткәнгә тиклем, унда Британияның ҡораллы контингенты (1,5 мең кеше) торған. Белиз — 1981 йылдан алып Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1991 йылдан Кариб берләшмәһенә, Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә.

1970 йылға тиклем Белиз йылғаһы тамағында Кариб диңгеҙе буйында урынлашҡан Белиз Сити ҡалаһы ил баш ҡалаһы була. Илдең был иң ҙур ҡалаһы күп тапҡырҙар көслө дауылдарҙан һәм һыу баҫыуҙарҙан яфаланған. 1961 йылғы көслө Хатти ғәрәсәтенән һуң, баш ҡаланы илдең эске биләмәһенә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә[4]. 1962 йылда хөкүмәт яңы баш ҡаланы төҙөү урынын билдәләй. 1967 йылда Белиз Ситиҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан 80 саҡрым алыҫлыҡта яңы административ үҙәк — Бельмопан ҡалаһы төҙөлә башлай. 1970 йылда ул милли хөкүмәт резиденцияһына һәм Белиздең баш ҡалаһына әүерелә.

Сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиздең дәүләт ҡоролошо Вестминстер системаһының парламент демократияһы принциптарына нигеҙләнә.

Монархия, дәүләт башлығы — генерал-губернатор аша күрһәтелгән Бөйөк Британия короле.

Башҡарма власты премьер-министр етәкселегендәге хөкүмәт тормошҡа ашыра. Ул — 5 йылға бер тапҡыр үткәрелгән парламент һайлауҙарында күпселекте алған партия лидеры.

Закондар сығарыу власы ике палаталы Милли йыйылышҡа ҡарай. Юғары палата — Сенат Senate (Belize) (идара итеүсе партия лидеры, оппозиция лидеры, дини һәм йәмәғәт ойошмалары тәҡдиме буйынса 5 йылға генерал-губернатор тарафынан тәғәйенләнгән 12 ағза). Түбәнгеһе — Вәкилдәр палатаһы (халыҡ һайлаған 31 депутат).

Сәйәси партиялар:

  • Берләшкән Демократик партия — консерватив, парламентта 25 урын;
  • Белиздең Берләшкән халыҡ партияһы — үҙәк (центрис), 6 урын.
  • Парламентта күрһәтелмәгәнләр — Белиз халҡының хоҡуҡтары өсөн Милли Альянс, Милли реформалар партияһы, Халыҡ Милли партияһы һәм башҡалар.

Тышҡы сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ бүленеше һәм ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиз округтары

Административ яҡтан Белиз территорияһы 6 округка (district) бүленгән:

  1. Белиз (округ)
  2. Кайо (район)
  3. Коросаль (округ)
  4. Ориндж-Уолк (округ)
  5. Станн-Крик
  6. Толедо (округ)

Артабан округтар 31 һайлау округына бүленә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиз халҡының 2020 йылға йәш-енес пирамидаһы

Халыҡ һаны — 324,5 мең (2010 йылғы йәниҫәп).

Йыллыҡ артым — 2,1 % (түллеге (фертильность) — бер ҡатынға — 3,3 тыуҙырыу)

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 68 йәш

Ҡала халҡы — 52 % (2008 йылда)

Иммун дефициты вирусы (ВИЧ) менән зарарланыу — 2,1 % (2007 йылғы баһа).

Этно-раса составы (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса):

Белизда меннониттар
  • метистар (испан-индей сығышлы) — 150,9 мең 49,7 %,
  • креолдар (инглиз-африкан сығышлы) — 64,2 мең 22,2 %,
  • индейҙәр (майя (халыҡ) — 30,1 мең 9,9 %,
  • гарифуна (афро-индей сығышлы) — 14 мең 4,6 %,
  • аҡ тәнлеләр (башлыса немец-меннониттар) — 14 мең 4,6 %
  • Азиянан сығыусылар (һиндтар, ҡытайҙар, ғәрәптәр) — 10 мең 3,3 %
  •  — 19 мең 6,2 %,
  • башҡалар — 1,2 мең 0,4 %

Диндәре: бөтә халыҡ һанынан католиктар — 40,1 %, протестанттар — 31,5 % (Алла Ассамблеяһы пятидесятниктары — 8,4 %, етенсе көн адвентистары — 5,4 %, англикандар — 4,7 %, меннониттар — 3,7 %, баптистар — 3,6 %, методистар — 2,9 %, назаряндар — 2,8 %), башҡалар — 10,5 %, атеистар — 16,1 % (2010 йылғы йәниҫәп буйынса). 2010 йылғы статистика буйынса Иегова шаһиттары — 1,7 % тәшкил итә.

Телдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиздың рәсми теле булып инглиз теле тора, халыҡтың күпселеге уны яҡшы белә, әммә халыҡтың тик 4 % ғына инглиз телен туған тел тип иҫәпләй[5]. Халыҡтың белем кимәле 70 % тәшкил итә.

Белиз креоль теле белизлыларҙың 33 % өсөн беренсе тел булып тора[5]. Халыҡтың 75-80%-ы был телде белә.

Испан теле Белиздә, 1840 йылдан, метис ҡасаҡтары Мексиканан килгән осорҙан алып, таралған. Был белиздәрҙең 46 % өсөн тәүге тел, уны халыҡтың күпселеге яҡшы белә[5].

Майя телдәре халыҡтың яҡынса 9%-ы өсөн туған тел тип иҫәпләнә[5].

Халыҡтың яҡынса 3%-ына гарифуна теле туған тел булып тора[6]. 2001 йылда ЮНЕСКО гарифуна телен ауыҙ-тел һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы (шедевр) тип иғлан итте.

Мәктәптәрҙә уҡытыу инглиз телендә алып барыла, испан теле башланғыс һәм урта мәктәптә өйрәнелә. Ике теллелек (билингвизм) бик йыш осрай

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиз мәҙәниәте тамырҙары менән хәҙерге осорҙа ла илдә йәшәүсе майя индейҙары сығанаҡтарына барып тоташа. Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған иң ҙур майя үҙәктәре Шунантуничта (Гватемала менән сиктә), Алтун-Хала, Караколела, Куэйола, Ламанайҙа һәм башҡа урындарҙа урынлашҡан. Был боронғо мәҙәни үҙәктәр аҙағынаса өйрәнелмәгән әле һәм тарихсылар, археологтар өсөн ҙур ҡиммәткә эйә. Баҫҡыслы пирамидалар, Ламанай ҡорамы диуарҙарында төшөрөлгән ҙур битлектәр һәм рельефтар, серле һәм хозур Лубаантун. Кахаль-Печ биҫтәһендә майя архитектураһы йомаҡтарының һәм үҙенсәлектәренең береһен тәшкил иткән «ялған аркаларҙы» күрергә мөмкин. Илдең иң ҙур археологик үҙәктәренең береһе Алтун-Ха, йәшмәнән һәм диңгеҙ ҡабырсаҡтарынан нәфис биҙәүестәр табылған ҡәберҙәре менән билдәле.

Илдең милли парктары һәм ҡурсаулыҡтары, улар араһында донъяла берҙән-бер ягуар ҡурсаулығы, шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Белиздең баш ҡалаһы — Бельмопанда Белиз университеты, банктарҙың үҙенсәлекле архитектуралы биналары, һәйкәлдәр, «Арт-Бокс» күргәҙмәһе һәм Ҡала музейы, шулай уҡ бик күп бына тигән парктар урынлашҡан.

Илдең элекке баш ҡалаһы Белиз дә иҫтәлекле урындарға бай. XVIII быуат уртаһынан ҡалған элекке колониаль төрмә бинаһында урынлашҡан Белиз музейында майяларҙың балсы көршәкселек сәнғәте менән танышырға мөмкин. Диңгеҙ музейы диңгеҙҙә йөҙөү үҫеше хаҡында һөйләй, ә Яр буйы Зона музейы рифтар экологияһы буйынса уникаль экспозицияһын тәҡдим итә. Ҡалала шулай уҡ Милли һөнәрселек кәсебе изделиелары үҙәге бар. Үҙәк Америкалағы боронғо англикан сиркәүе — Изге Иоанн соборы ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Был ерҙә изге эштәре менән дан тотҡан барон Блисстың маяҡ-монументы ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белиз — халыҡ-ара хеҙмәттәр буйынса махсуслашҡан насар үҫешкән аграр дәүләт[7]. Белиздең валюта килемдәренең төп статьяһы — туризм. Унан һуң диңгеҙ ризыҡтары, цитрус, ҡамыш шәкәре, банан, кейем-һалым экспорты. 2006 йылда нефть ятҡылыҡтары асыла, 2007 йылда уҡ уны сығарыу һәм экспортлау башлана. Йән башына эске тулайым продукт (ВВП) 2009 йылда — 8,3 мең доллар (донъяла 119-сы урын). Эшләүселәрҙең 72%-ы — хеҙмәтләндереү өлкәһендә, сәнәғәттә — 18%-ы, ауыл хужалығында 10%-ы мәшғүл.

Сәнәғәт — кейем-һалым етештереү, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш, нефть сығарыуҙан ғибәрәт.

Ауыл хужалығы — банан, какао, цитруслылар, шәкәр ҡамышы; балыҡсылыҡ, диңгеҙ ҡыҫалалары (креветка) үрсетеү; ағас әҙерләү.

Белиз — халыҡ-ара оффшор зонаһы.

Тышҡы сауҙаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2017 йылда тышҡы сауҙа күләме 11 миллион $:[8] экспорт — 457,5 миллион $, импорт — 845,9 миллион $, тышҡы сауҙаның кире сальдоһы 143 миллион $ тәшкил иткән.

Төп экспорт тауарҙары: шәкәр, банандар, емеш-еләк һуттары, тәмәке сеймалы, диңгеҙ ҡыҫалалары, диңгеҙ продукттары, нефть сеймалы. Төп һатып алыусылар: Бөйөк Британия — 33,9 %, Америка Ҡушма Штаттары — 22 %, Ямайка — 6,7 %, Италия — 6,4 %, Барбадос — 5,9 %, Ирландия — 5,5 %, Нидерланд — 4,3 %.

Төп импорт тауарҙары: нефть продукттары, тәмәке һәм сигаралар, машиналар һәм ҡорамалдары, шул иҫәптән транспорт саралары, химикаттар, ҡулланыу тауарҙары. Төп тәьмин итеүселәр: Америка Ҡушма Штаттары — 35,6 %, Мексика — 11,2 %, Ҡытай — 11,2 %, Гватемала — 6,9 %.

Тышҡы бурысы — 1,315 миллиард доллар (2017 йылда).

Ҡораллы көстәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби бюджет 19 миллион $ (2005 йылға ҡарата). Даими ҡораллы көстәре 1,05 мең кеше тәшкил итә. Комплектлау — ирекле нигеҙҙә. Резервта — 700 кеше. Мобилизация ресурстары 68,5 мең кеше, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткә яраҡлы 40,6 мең кеше.

Ҡоро ер ғәскәрҙәре 1,05 мең кешене, 3 пб, ярҙам төркөмөн, 3 резерв ротаһын тәшкил итә. Ҡоралланыуы: 81 миллиметрлы 6 миномёт, 8 «Карл Густав (Carl Gustaf)» безоткатный орудиеһы.

Хәрби-һауа көстәренән Ҡоро ер ғәскәрҙәре составына ингән авиация тармағынан ғибәрәт. Самолёттары: 2 еңел патруль самолёты — BN-2B (Britten-Norman Islander) 1 йөрөргә өйрәтеү самолёты — Cessna 180 Skywagon, 1 Т-67-200 транспорт самолёты.

Оборонаның диңгеҙ көстәре (Ҡоро ер ғәскәрҙәре составында): 50 кеше, 3 ПКА, 9 катер, 3 ДКА.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Belize Country Profile: Human Development Indicators
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  3. Country study. Belize. Дата обращения: 23 август 2010. Архивировано 6 февраль 2012 года.
  4. История Белиза(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Belize 2000 Housing and Population Census. Belize Central Statistical Office (2000). Дата обращения: 24 июнь 2011. Архивировано из оригинала 28 июнь 2012 года. 2012 йыл 28 июнь архивланған.
  6. Ethnologue report for Belize. ethnologue.com (2006). Архивировано 2 февраль 2012 года.
  7. Белиз // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 79. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  8. Внешняя торговля Белиза на atlas.media.mit.edu. Дата обращения: 27 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Белиз в темах

Ҡалып:Британия империяһы территориялары Ҡалып:Милләттәрҙең дуҫлыҡ берләшмәһе

Ҡалып:Төньяҡ Америка Ҡалып:Үҙәк Америка