Аруба
| |||||
Гимн: «Aruba Dushi Tera» | |||||
![]() | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1 ғинуар 1986 ( Нидерланд Антил утрауҙары) | ||||
Рәсми тел | |||||
Баш ҡала | Ораньестад | ||||
Эре ҡалалар | Ораньестад, | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
193 км² ҙүр түгел | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы |
103 065[1] чел. (195) 534,02 чел./км² | ||||
Валюта | Арубан флорины (AWG,код 533) | ||||
Интернет-домен | .aw[d] | ||||
Код ISO | AW | ||||
МОК коды | ARU | ||||
Телефон коды | +297 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -4 |
Ару́ба (нидерл. һәм папьям. Aruba) — Кариб диңгеҙенең көньяғында Венесуэла ярҙары янында үҙидараһы булған дәүләт төҙөлөшлө утрау.Кесе Антил утрауҙарының иң көнсығышта урынлашҡаны. Нидерландтар Короллеге федерацияһы составындағы субъект. Ҡоро ер майҙаны — 193 км². Халҡы — 103 065 человек (2009). Баш ҡалаһы — Ораньестад ҡалаһы.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аруба климаты — ҡоро тропик климат. Уртаса йыллыҡ температура 28 °C һәм йыл әйләнәһенә үҙгәрмәй тиерлек.[2] Тәүлек температура амплитудаһы, шулай уҡ 4 °C-тан артмай. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 432 мм, күп өлөшө октябрь һәм ноябрь айҙарында ҡойма ямғырҙар булып яуа.[3] Аруба тропик циклондар юлынан көньяҡтараҡ урынлашҡан, шуға күрә циклондар утрау иҡтисанына һирәк зыян уилтерә.[2]
Флора һәм фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яуым-төшөм кимәле бик түбән булыуға арамаҫтан утрау флораһы бик бай. Утрауҙа иң таралған үҫемлек — диви-диви ағасы. Шулай уҡ кактустар киң тралған. Шулай уҡ Алоэ үҫә, тик хәҙер XX быуат башындағы кеүек киң таралмаған. Көньяҡ яр буйлап плюмерия, гибискус, бугенвилия, деллоникс царский, олеандр, кокосовая пальма, папайя, манго, лимон, миндаль һәм башҡа үҫемлектәр үҫә[4].
Аруба утрауында хайуандар юҡ, әммә кәҫәрткеләрҙең 8 төрө осрай — 3 төр тейид (Teiidae) һәм 5 төр геккон (Gekkonidae), йыландарҙың ике төрө — каскавелла, йәки шаңғырауыҡ йыландар (Crotalus durissus) һәм аруба бесәй күҙле йыландар (Leptodeira bakeri), яр буйы һыуҙарында бисса (Eretmochelys imbricata) ташбаҡалары тереклек итә[5].
Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка араһындағы миграция осоронда тиҫтәләгән ҡоштар туҡталып китә. Улар араһында сарҡылдаҡтар, селәндәр, берғаҙандар, аҡсарлаҡтар, бакландар бар. Яр буйҙарындағы һыуҙарҙа диңгеҙ алабуғаһы, балыҡ-попугай, диңгеҙ фәрштәһе, йыланбалыҡ, манта, лобстерҙар тереклек итә.[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Aruba from the CIA World Factbook
- ↑ 2,0 2,1 Aruba Weather (инг.). Visitaruba.com. 17 сентябрь 2008 тикшерелгән. 2011 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
- ↑ Aruba (инг.). Microsoft® Encarta® Online Encyclopedia. 6 июль 2008 тикшерелгән. 2009 йылдың 1 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Aruba Flora and Fauna (инг.). Aruba-travelguide.com. 6 июль 2008 тикшерелгән.
- ↑ The Reptile Database
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Көньяҡ Америка» |
---|---|
![]() |
Аруба Викимилектә |
![]() |
Аруба Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Аруба Викигид |
- Аруба хөкүмәте (нид.)
- Центральное бюро статистики Арубы 2010 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған. (инг.)
- Аруба утрауы. Белешмә 2012 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.)
- Арубаның рәсми турист сайты (инг.) (нид.) (исп.)
- Historia di Aruba (инг.) (нид.)Ҡалып:Ref-pap
![]() |
Был ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |