Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йыланбалыҡ (лат. Anguilla anguilla, (рус. Речной у́горь) — йыланбалыҡтар ғаиләһендәге балыҡ. Аурасия йылғаларында тереклек итә.
Һыу төбөндә үгербалыҡтар төркөмө
Оҙонлоғо 30-70 см, ауырлығы 500-800 г. Кәүҙәһе ян-яҡтан ҡыҫылған, һирәк кенә түңәрәкләнгән, циклоид һымаҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Йылға йыланбалығының төҫө уның йәшенә бәйле. Һырты ҡара йәшел йәки ҡуңыр ҡара, ҡорһағы аҡ йәки һарғылт, йәшерәктәренең ян-яҡтары һары, енси яҡтан өлгөргәндәрендә тимер һымаҡ ялтырауыҡлы, көмөш һымаҡ аҡ. Арҡа йөҙгөсө ҡойроҡтоҡо менән ҡушылмаған. Оҙон ауыҙлы. Айғолаҡшлығының осонда йотҡолоҡ тештәре бар. Ваҡ балыҡтар, ыуылдырыҡ, баҡалар һәм умыртҡаһыҙҙар менән туҡлана.
Йылға йыланбалығы бөтөн ғүмерен тейерлек сөсө һыуҙарҙа үткәрә, үрсеү өсөн Үҙәк Америка ярҙары буйына китә, 300-400 аҙым тәрәнлектә ыуылдырыҡ һала. Ул диңгеҙҙә туҡланмай. Ыуылдырыҡ һалғандан һуң, оло балыҡтар үлә. Ыуылдырыҡтан сығыу менән ҡарышлауыҡтары ағым эләктереп ала һәм уларҙы Гольфстрим ағымы рурупаына илтә[1]. Кәүҙәһе үтә күренмәле. Оҙон юлдың ахырындҙағында3 йыл) йәш балыҡ олоһона оҡшаш рәүеш ала. Енси өлгөрөү башланғанға ҡәҙәр, 6—10 йыл сөсө һыуҙа йәшәй.
- ↑ Богоров В.Г. Жизнь океана // За тайнами Нептуна : Книга. — М.: Мысль, 1976. — С. 226—277.