Ацтектар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ацтектар
Рәсем
Валюта какао-бобы[d][1]
Башланыу датаһы прибл. 1200
Тамамланыу датаһы 1521
Commons-logo.svg Ацтектар Викимилектә

Ацтектар — Мексикала йәшәүсе, бигерәк тә нахуатль теле туған теле булған халыҡ. Ацтек (Ацтекатль) нахуатль телендә «берәү Ацтландан» тигәнде аңлата. Ацтлан — шул ваҡыттың нахуатль телендә һөйләшеүсе халыҡ мәҙәниәте өсөн мифологик урын.

Ацтектар цивилизацияһы XIV—XVI быуаттарҙа, Месоамерика хронологияһында һуңғы пост-классик дәүерендә Урта Американың байтаҡ ҙур өлөшөн биләп торған.

Мехикаларҙың ышаныуҙары буйынса Мехико-Теноститлан күл уртаһындағы утрауҙа, Ацтланда урынлашҡан, һәм уның халҡы ацтекатль тип аталған. Бынан ацтек һүҙе килеп сыҡҡан. Йыш ҡына «ацтек» төшөнсәһе Теночтитлан (хәҙерге ваҡытта Мехико ҡалаһы урынында) Мехика кешеләрен аңлата.

Ҡайһы ваҡыт төшөнсә шулай уҡ Теночтитландың ике мөһим ҡала-дәүләтен — Техкокодағы Акольхуа һәм Тлакопандаг Тепанекты үҙ эсенә ала, был ҡалалар бөтәһе бергә ацтектарҙың өслөк альянсын — «Ацтек империяһын» тәшкил иткән.

XIII быуаттан башлап Мехико үҙәне Ацтек цивилизацияһының йөрәге булып тора: бында Техкоко күлендәге утрауҙарҙа ацтектарҙың өс альянсының баш ҡалаһы Теночтитлан урнаша. Өслөк альянсының сәйәси гегемонияһы Мехико Үҙәненән бик алыҫ ерҙәргә тиклем етә.

Халыҡ какао эсемлеген ярата, шунан тыш какаоны төрлө ризыҡтар яһауҙа ҡуллана. Ацтектарҙа аҡса ролен дә какао орлоҡтары үтәгәне билдәле. Хатта аҡсаны ялғанлап ерҙән, йәки балсыҡтан яһау осраҡтары ла була. Миҫал өсөн: бер ҡорбан өсөн «сифатлы» ҡолдоң баһаһы 4000 какао орлоғо була.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Астектарҙың Астлан мифик үҙәненән килеп сығыуын һүрәтләгән Ботурини Кодексынан бер бит

Ацтек империяһының барлыҡҡа килеү хронологияһы бер нисә сығанаҡ нигеҙендә төҙөлә. Археологик ҡаҙылмаларҙа табылған ғибәҙәтханалар пирамидаларынан алып һалам ҡыйыҡлы өйҙәргә тиклемге күп кенә табыштарҙы ацтектар донъяһының нимәгә оҡшауын аңлау өсөн файҙаланырға мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан археологтарға башҡа сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә лә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ацтек цивилизацияһы шуның менән үҙенсәлекле: ул үҙенән һуң Ацтек империяһының аяҡҡа баҫыуын, үҫешен һәм күрше дәүләттәр менән нисек аралашыуын ентекле рәүештә тасуирлаған бик күп яҙма сығанаҡтар ҡалдыра. Был текстарҙа ҡайһы бер ацтек ҡала-дәүләттәренең сәйәси тарихы һәм уларҙа етәкселек итеүсе элитаһы тарихы тасуирлана. Бындай хроникалар кодекстарҙа глифлы (графюра) һүрәттәр итеп төшөрөлә. Испандар колонизацияһынан һуң ацтек тарихсылары, латин алфавитын өйрәнеп, хроникаларҙы текстар формаһында яҙып ҡалдыра. Испан монахтары ла был эшкә үҙ өлөшөн индерә: улар индеецтарҙың мәҙәниәттәре һәм көнкүреше тураһындағы телдән һөйләүҙәрен яҙма рәүештә теркәй бара. Испан Мексикаһының беренсе наместнигы хөрмәтенә аталған Мендос Кодексы XVI быуат башында яҙылған бик мөһим яҙма текст булып тора. Ә, бәлки, Ацтек империяһының сәйәси һәм иҡтисади структураһы тураһында испан коронаһына еткереү өсөн наместник Мендос ҡушыуы буйынса яҙылғандыр был Кодекс. Кодекста өсяҡлы алъянс яулап алған ҡала-дәүләттәр, айырым ҡалаларға һалынған яһаҡ, ацтек йәмғиәтенең синфи/гендер структураһы тураһында мәғлүмәттәр бар[2]. Тарихи хроникаларҙы төҙөүҙә шулай уҡ Чимальпаин, Фернандо Альварадо Тезозомок, Фернандо де Альва Иштлильшочитль, Хуан Баутиста де Помар, Диего Муньос Камарго кеүек һәм башҡа индеец йылъяҙмасылары ла мөһим рол уйнай[3].

Испан монахтары ла мезоамерикан мәҙәниәте һәм хронологияһы тураһында документаль хроникалар төҙөй. Мексикаға 1524 йылда килеп төпләнгән 12 францискандың береһе булған Торибио де Бенавенте был йәһәттән төп ролде уйнай. «Monarquia Indiana» китабы авторы Хуан де Торквемада ла билдәле урын тотҡан францисканлы була. Доминикан орденына ҡараған Диего Дуран шулай уҡ ацтек диненең асылын һәм Теночтитландға [4] нигеҙ һалыу тарихын ентекле итеп тасуирлай. Мексика индеецтары фекеренсә, ацтектарҙың дине, сәйәси һәм социаль структураһы, шулай уҡ испандарҙың яулап алыу тарихы тураһында Флорентия кодексы баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәт сығанағы булып тора. Ул 1545 йылдан алып 1576 йылға тиклемге осорҙа ацтектарҙың динен, календарын, уларҙың ботаника һәм зоология, һөнәрҙәр һәм тарих тураһындағы мәғлүмәттәрен тасуирлаусы этнографик энциклопедия формаһында яҙыла. Кодексты францисканлы Бернардино де Саагун индеецтар тарихсылары [5] ярҙамында испан һәм науатель телендәрендә яҙа.

Хәҙерге заман науатель телендә аралашҡан кешеләрҙең мәҙәниәте һәм йолалары икенсе бер мөһим сығанаҡ булып тора, тап ошо мәғлүмәттәр испандарға тиклемге дәүерҙә индеецтарҙың көнкүреше һәм ғаиләһе ниндәй ҡағиҙә буйынса ҡоролоуын күҙалларға мөмкинлек бирә. Ацтек цивилизацияһын фәнни тикшереү йыш ҡына археологик табыштарҙы этнотарихи һәм этнографик [6] мәғлүмәттәр менән бәйләгән ғилми һәм төрлө фән йүнәлештәре ысулдарына нигеҙләнә.

Классик һәм унан һуңғы осорҙа Үҙәк Мексика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1519 йылда Мехико үҙәнен һәм ҡалаларҙы картала сағылдырыу

Науа телендә аралашҡан халыҡ йәшәгән боронғо Теотиуакан ҡалаһының булыу-булмауы, шулай уҡ науаларҙың ата-олаталары Мехикоға Теотиуакан сәскә атҡан осорҙа килеп төпләнеүе тураһындағы мәсьәлә әле лә ғалимдар араһында бәхәс тыуҙыра. Әммә ғалимдар һәм тарихсылар науаларҙың үҙәк Мексиканың төп халҡы булмауын таный һәм улар төньяҡтан, хәҙерге ваҡытта Мексиканың төньяҡ төбәктәре һәм АҠШ-тың көньяҡ төбәктәре урынлашҡан ерҙәрҙән килеүе буйынса бер үк фекерҙә. VI быуатта Теотиуакан ташландыҡ хәлдә ҡала, үҙәк Мексика власы Сан-Педро-Чолула һәм Шочикалько кеүек ҡала-дәүләттәргә күсә, был ҡалалар, моғайын, науа халҡы килеп төплөнеү сәбәпле барлыҡҡа килгәндер. Ғилми тикшеренеүҙәрҙең береһендә, тәүҙә науа халҡы хәҙерге ваҡытта Мексиканың Гуанахуато штатына ҡараған Бахио төбәгенә килеп ултырғандыр, тигән фараз әйтелә. VI быуатта был төбәк иң күп халыҡ йәшәгән төбәк була, ләкин оҙайлы ҡоролоҡ арҡаһында халыҡ икенсе ерҙәргә китергә мәжбүр була. Тап ошо осорҙа Мехико үҙәненә яңы халыҡтар килеп төпләнә башлай. Ошо осорҙа науатель телле халыҡтың үҙәк Америкаға килеп төпләнеүе фаразлана [7]. Улар, яңы ерҙәрҙе үҙләштергәндә ото-манг телендә һөйләшкәндәрҙе был ерҙәрҙән ҡыҫырыҡлап сығара һәм көньяҡта үҙҙәренең сәйәси йоғонтоһон тиҙ арала урынлаштыра. Элек күсмә тормошта йәшәгән һәм һунар менән көн иткән халыҡтар тиҙ арала мезоамерикан мәҙәниәтен, уларҙың йолаларын һәм динен үҙләштерә, шулай итеп, ацтек мәҙәниәтен үҫтереү өсөн нигеҙ булдырыла. IX быуаттан, йәғни классик осорҙан һуң, бөтә эре ҡала-дәүләттәрҙә күбеһенсә науа халҡы йәшәй. Ул заманда Тула, Тенайука, Колуакан һәм Куэрнавака кеүек ҡалалар була [8].

Мешикаларҙың миграцияһы һәм Теночтитланға нигеҙ һалыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Колониаль дәүерҙең этнотарихи сығанаҡтарында мешикалар (ацтектар үҙҙәрен шулай атай) Мехико үҙәненә килеүҙәрен ентекләп тасуирлап яҙа. Ацтектар (Ҡалып:Lang-nah)ацтлан этнонимы — мифик төньяҡ төбәк кешеләре тип тәржемәләләнә. Тимәк, «ацтектар» термины үҙҙәренең сығышын ошо мифик урындан сығыуҙары тураһында раҫлаған бөтә халыҡтарға ҡарата ла ҡулланыла. Хроника яҙыусылар араларында мешика, тлашкальтек, тепанек, акольуа кеүек төрлө халыҡтарҙың Тескоко күле тирәһендәге үҙәндәргә төньяҡтан килеп ултырыуы тураһында бәйән итә. Был үҙәндәрҙең һәм күлдең ҡайҙа урынлашыуы яҡшы билдәле — ул хәҙерге заман Мехико ҡалаһының йөрәге. Риүәйәттәрҙә мешикаларҙың ата-олаталары төньяҡтан, Ацтлан тип аталған урындан килеүҙәре һәм ете науатлактың береһенә ҡарауы тураһында тасуирлана.

Мешикалар Мехико үҙәненә килгәндә төбәктә бик күп ҡала-дәүләттәр була. Көньяҡтағы Колуакан һәм көнбайыштағы Аскапоцалько ҡалалары иң ҡеүәтле дәүләттәр иҫәбенә инә. Мешикалар Чапультепек төбәгендә төпләнергә тырышып ҡарай, әммә уларҙы тепанектар үҙ ерҙәренән ҡыуып ебәрә. 1299 йылда Колуакан хакимы Кошкоштли мешикаларға вассал хоҡуҡтарында буш торған Тизапана үҙәнендә төпләнергә рөхсәт бирә. Мешикалар колуакан мәҙәниәтен һәм динен ҡабул итә [9]. Мешикалар, Колуакандың аҡһөйәктәре вәкилдәренә өйләнеп, Колуакан дәүләте составында үҙ йоғонтоһон арттырыуға өлгәшә. Ә аҡһөйәктәр үҙ тамырҙарын легендар Тула ҡалаһы менән бәйләй. Әммә дипломатик конфликт һөҙөмтәһендә Колуакан мешикаларҙы Типазандан ҡыуып сығарырға ҡарар итә, мешикалар тағы ла бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөргә мәжбүр була [10]. Шул мәлдә мешика халҡына Уицилопочтли («көньяҡ калибриһы») тип аталған Илаһ (Аллаһ) килә (Ҡалып:Lang-nah). Күл уртаһындағы утрауҙа үҫкән кактуста йылан ашап ултырған бөркөт тураһында киң билдәле риүәйәт бар. Бөркөт — күрәҙәселәр атап үткән образ, тимәк, ул халыҡҡа тап ошо урында төпләнергә кәрәклеген ишаралай. Ошо күренеш — йылан ашап торған бөркөт Мексика флагында ла һынландырылған.

Шулай итеп, 1256 йылда мешикалар саф шишмә һыуы һәм ауэуете ҡыуаҡлыҡтары менән уратып алынған ҡая өҫтөндә туҡталырға ҡарар итә. Был Чапультепек урманы була. Улар алдында даръялай булып Тескоко күле йәйрәп ята. Күл тирәһендәге ерҙәр мешикалар килгәнсе үк яр буйында ятҡан ҡала-дәүләттәр тарафынан бүленеп алынған була. Аскапоцалько ҡалаһының юғары власын танып, мешикалар ҙур булмаған ике утрауға урынлаша һәм Тлателолько ҡалаһын барлыҡҡа килтерә. Теночтитлан (Теноча) ҡалаһына нигеҙ 1325 йылда һалына. Аҙаҡ ул ғәйәт ҙур яһалма утрауға әйләнә, хәҙерге ваҡытта Теночтитлан Мехико ҡалаһының үҙәге. Риүәйәттәргә ярашлы урындағылар мешикаларҙы наҙан халыҡ тип иҫәпләй. Ләкин мешикалар башҡа халыҡтарҙан — бигерәк тә бик боронғо халыҡ булған тольтектарҙан бөтә белемде алырға тырыша. Тольтектарҙы улар бик боронғо Теотиуакан цивилизацияһы менән бутауы ла ихтимал. Мешикалар өсөн тольтектар бөтә мәҙәниәтте булдырыусылар булып тора. 1376 йылда мешикаларҙың батша династияһы барлыҡҡа килә. Атаһы мешика, әсәһе сығышы менән колуакан булған Акамапичтли Теночтитлан ҡалаһының тәүге хакимы (тлатоани) итеп һайлана[11].

Мешикаларҙың тәүге хакимдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мешика династияһына нигеҙ һалынғандан һуң тәүге 50 йылда Теночтитлан ул заманда Мехико үҙәнендә иң көслә дәүләт булған Аскапоцалькоға (хакимы Тесозомок) яһаҡ түләй. Мешикалар тепанектарҙы хәрбиҙәр менән тәьмин итә һәм уңышлы хәрби кампаниялар мәлендә яуланған дәүләттәрҙән килгән яһаҡтың бер өлөшөн ала. Был Теночтитланға иҡтисади һәм демографик үҫеш тәьмин итә[12].

1396 йылда Уитцилиуитль икенсе хаким (тлатоани) итеп һайлана, ул Аскапоцалько менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн Тесозмоктың ҡыҙына өйләнә. Уларҙың улы Чимальпопока 1417 йылда Теночтитлан хакимы итеп һайлана. 1418 йылда Аскапотцалько мешикалар менән союздаш булған Акольуа ҡалаһы менән һуғыша башлай һәм уның хакимы Иштлильшочитль Беренсене үлтерә. Иштлильшочитль мешика хакимы Чимальпопокиның ҡыҙына өйләнгән булыуына ҡарамаҫтан, Теночтитлан Тесозмокты яҡлап сығыш яһарға мәжбүр була. Тесозмок 1426 йылда үлә, һәм уның улдары Аскапотцалько тәхете өсөн үҙ-ара талаша башлай. Ошо талаш-тартыш ваҡытында Чимальпопок үлә, уны Тесозмоктың улы Маштла ла үлтергән булырға тейеш, сөнки Чимальпопок уның иң хәүеф янаған дошманы була[13]. Уитцилиуитлдең Чимальпопоктың ағаһы Ицкоатль артабанғы хаким (тлатони) итеп һайлана. Теночтитлан башлыҡтары Маштла булған Аскапотцалькоға һуғыш аса һәм Тескоко һәм Тлакопандың үлтерелгән хакимы Иштлильшочитль Беренсенең улы Несауалькойотлды (хаким) союздаш итеп ала. Ицкоатль да Тлакопан ҡалаһында тепанектарҙың хакимы булған Маштла менән союз төҙөй. Шулай итеп, Теночтитлан, Тескоко һәм Тлакопандың өсяҡлы союзы барлыҡҡа килә, улар бергәләп 1428 йылда Аскапотцальконы буйһондора, ҡаланы юҡҡа сығара һәм Маштланы ҡорбан итә. Ошо еңеүҙән һуң Мехико үҙәнендә иң көслә ҡалаға әйләнә, ә өсяҡлы союздан Ацтекская империяһы барлыҡҡа килә[14].

Ицкоатль ерҙәр яулап алыу сәйәсәтен дауам итә, Кульякан, Сочимилько, Куитлауак һәм Микскик кеүек ҡала-дәүләттәрҙе үҙенә буйһондора һәм уларға яһаҡ һала, был байлыҡ тотошо менән Теночтитланда туплана. Был төбәктәрҙә иҡтисад һай ғына Сочимилько күле тирәһендәге ере бай булған яһалма участкаларҙа алып барылған ауыл хужалығынан юғары уңыш алына. Артабан Ицкоатль Морелос үҙәнендәге ерҙәрҙе яуларға ынтыла, Куаунахуак (хәҙер Куэрнавака) ҡала-дәүләтен үҙенә буйһондора[15].

Монтесума I хакимлыҡ иткән дәүер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монтесума Беренсене тәхеткә ултыртыу, Кодекс Товар

1440 йылда Монтесума Илуикамина Теночтитландың хакимы (тлатоани) итеп һайлана. Ул — Уитцилиуитлдың улы һәм Чимальпопоктың ҡустыһы, элек бабаһы Ицкоатлдың тепенактарға ҡаршы алып барған хәрби походтарында хәрби башлыҡ булып хеҙмәт иткән була. Теночтитланда яңы хаким һайланыу менән, ғәҙәттә, уға буйһонған ҡалаларҙа, яһаҡ түләүҙән баш тартып, баш күтәреүҙәр булып тора. Шулай итеп, яңы тлатоани һайланғандан һуң тәхеткә ултыртыу церемонияһы ғына түгел, ә боласыларға ҡаршы үҙенең хәрби ҡеүәтен күрһәтеү һәм яңы ерҙәр яулап алыу ҙа була. Был юлы Монтесума вассал дәүләттәрҙең тоғролоғон икенсе төрлө ысул менән һынап ҡарарға була, ул Теночтитландың Бөйөк ғибәҙәтханаһын үҙгәртеп ҡороу өсөн ҡалаға эшселәр ебәреүҙе талап итә. Тик Чалько ҡалаһы ғына эшселәр ебәреүҙән баш тарта, һәм Чалько һәм Теночтитлан араһындағы низағ 1450 йылға тиклем дауам итә[16][17]. Монтесума Морелос һәм Герреро ҡалаларын буйһондара, артабан төньяҡта Веракрус штатында йәшәгән уакстектар төбәгендә, миштектар йәшәгән Койхтлахуак төбәгендә, Оахаки төбәгенең ҙур ғына өлөшөндә баҫып алыу һуғыштарын алып бара, артабан ҡайтанан Веракрус төбәгенең үҙәк һәм көньяҡ өлөштәрендә Косамалопан, Ауилизапан һәм Куетлаштлан кеүек ҡалалар буйһондорола. Был осорҙа Тласкалан, Чолула һәм Уэшоцинко ҡалалары ацтектарҙың төп дошмандары була, улар ацтектар яулап алған ҡалаларға үҙҙәренең яунирҙәрен ебәреп тора. Шуға күрә Монтесума «һалҡын һуғыш» аналогын уйлап таба: әкренләп был ҡалаларҙың хәлен бөтөрөү маҡсатында, улар араһында низағтар тыуҙыра[18][19].

Монтесума шулай уҡ өсяҡлы союздың сәйәси структураһын һәм Теночтитландың эске сәйәси ойошоуын нығыта. Уның ағаһы Тлакаелель Монтесуманың төп кәңәшсеһе һәм хакимлыҡ иткән власты нығытып, (Ҡалып:Lang-nah) юридик закондар йыйылмаһын булдырып һәм Теночтитланға тоғро булырға ант биргән ҡалаларҙа буйһондоролған хакимдарға хоҡуҡтарын ҡайтарып биреү практикаһын ҡулланып, шул осорҙағы сәйәси реформаларҙың төп ойоштороусыһы була[10][20][18].

Империяны артабан киңәйтеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүерҙең тамамланыуы һәм испандарҙың баҫып алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтек империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтек империяһы
Ацтектарҙың территориаль биләмәләренең эволюцияһы

Ацтек империяһы, күпселек империялар кеүек үк, этник йәһәттән күп төрлө була. Йәш дәүләт берләшмәһе булғанға күрә, ул үҙенең структураһы буйынса боронғо Яҡын Көнсығыштың классик хәрби деспотияһын хәтерләтә — берҙәм идара итеү системаһы булыуға ҡарағанда ул күбеһенсә яһаҡтарҙы берҙәм йыйыу системаһы булып тора, шуға ла Арнольду Тойнбито уны Ассирия империяһы менән сағыштыра[сығанаҡ 2344  көн күрһәтелмәгән].

Ҡала ацтектарға ҙур яһаҡ түләһә лә, археологик ҡаҙылмаларҙан күренеүенсә, был ҡалалар буйһондоролғандан һуң ябай халыҡтың тормош-көнкүреше яҡшыра. Хатта дошманлашҡан ҡалалар менән дә сауҙа бәйләнештәре урынлаштырылған була. Ацтектарҙы еңгән берҙән-бер халыҡ, — пурепеча (Ҡалып:Lang-nah) — баҡыр балталарҙы төп етештереүсе булып тора.

Ацтектар яуланған ҡалалар араһында элемтә системаһын булдыра. Месоамерикала йөк ташыу хайуандары һәм тәгәрмәсле транспорт саралары булмай, юлдар тик йәйәүлелер өсөн төҙөлә. Ғәҙәттә юлдар төҙөүгә яһаҡтың бер өлөшө тотонола. Юлдар даими күҙәтеү аҫтында тотола, шуға күрә хатта ҡатын-ҡыҙ бер үҙҙәре генә сәйәхәт итеүҙән ҡурҡмай; сәйәхәтселәр 10 — 15 саҡрым һайын махсус рәүештә яраҡлаштырылған урындарҙа ял итә, ашай һәм хатта шәхси ихтыяждарын үтәй ала. Ошо юлдар буйлап шулай уҡ ацтектарға иң һуңғы хәбәрҙәрҙе ваҡытында еткереп тороусы сапҡындар (пайнани) йөрөй.

Ацтектар империяһын булдырыу иң эре демографик «шартлау» тыуҙыра: Месоамерика халҡы 10 миллиондан 15 миллион кешегә тиклем арта[сығанаҡ 2344  көн күрһәтелмәгән].

Теночтитлан хөкүмәтендәге иң мөһим чиновникты европалылар ацтек императоры тип атай. Император титулы Уэй Тлатоани (Ҡалып:Lang-nah) науатель теленә яҡынса «Бөйөк Оратор» кеүек тәржемәләнә: тлатони (Ҡалып:Lang-nah, «ораторҙар») йәмғиәттең аристократияһы, юғары класы була. Ауицотля хакимлыҡ иткән дәүергә «тлатоани» титулы император титулына тап килә, ләкин, Изге Рим империяһындағы кеүек үк, ул титул нәҫел буйынса тапшырылмай.

XV быуат уртаһында империяла Тлакаелель (Tlahcaélel науатель теледә — «батыр йөрөкле») мөһим роль уйнай. Ул хаким (тлатоани) (Ҡалып:Lang-nah) була алыр ине, әммә күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә. Ул ҡаты ҡуллы реформатор була; ул илгә идара итеү өсөн яңы структура уйлап таба, Ацтек кодекстарын яндырта, йәнәһе улар тотошо менән ялған һәм ацтектар тарихын ҡайтанан яҙа. Бынан тыш Тлакаэлель диндә лә реформа индерә, ҡәбилә аллаһы Уицилопочтлины боронғо аллаһтар Тлалоко, Тескатлипок һәм Кетцалькоатль менән бер кимәлгә ҡуя. «Сәскәләр һуғышы», Кешене ҡорбан итеү йолаларын да ул булдырған, тип баралар</ref>. Ошо һәм башҡа «яңылыҡтар» Конкиста һәм Кортестың хәрби походтары дәүерендә ацтек империяһының тиҙ арала ҡолауына килтерә.

Конкиста мәлендә ацтектар дәүләте Мексика ҡултығынан Тымыҡ океанға тиклемге, Бальсас һәм Панукодо йылғаларынан Майя цивилизацияһына тиклемге ерҙәрҙе биләгән була. Әммә Пуэбло үҙәнендәге Тласкала ҡала-дәүләте ацтектарға буйһонмаған була.

Ацтек йәмғиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтекский яугир-ягуар

Синыфтар стуктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙәттә йәмғиәт төрлө социаль ҡатламдарға, йәки синыфтарға бүленә, түбәндәгеләр шулар иҫәбенә инә: масеуалли (Ҡалып:Lang-nah «кешеләр»), йәки крәҫтиәндәр, һәм пилли (Ҡалып:Lang-nah), йәки аҡһөйәктәр[сығанаҡ 2344  көн күрһәтелмәгән]. Тәүге осорҙарҙа аҡһөйәк статусы нәҫел буйынса тапшырылмаған була, хатта аҡһөйәктәрҙең (пилли) улдарына белем алыу ресурстарын ҡулланыу еңелерәк булһа ла, сөнки улар бик еңел генә аҡһөйәк булып китә ала. Ваҡыт үтеү менән социаль статус нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла башлай. Ацтек яугирҙары ла үҙҙәренең хәрби ҡаҙаныштары арҡаһында аҡһөйәк (пилли) булып китә. Һуғышҡан саҡта әсирҙәр алған яугир генә даими рәүештә яугир булып ҡала ала; ваҡыт үтеү менән хәрби даны һәм талап алынған байлығы уларҙы Пилли исемлегенә индерә. Ацтек яугиры дүрт йәки биш әсирҙе ҡулға алһа, уны текиуа (Ҡалып:Lang-nah) тип атайҙар, һәм ул Бөркөт йәки Ягуар рангына эйә була[21]; аҙағыраҡ тлакатеккатль (Ҡалып:Lang-nah), йәки тлакочкалькатль (Ҡалып:Lang-nah) рангын алырға хоҡуҡлы. Тлатоани булыу өсөн кәмендә 17 дошман яугирын әсирлеккә алырға тейеш[сығанаҡ 2344  көн күрһәтелмәгән]. Үҫмер егет бәлиғ булғандан һуң, тәүге әсирен ҡулға алмай тороп, сәсен алдырмай; ҡайһы берҙә ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ике-өс егет берләшә, уларҙы ияк (Ҡалып:Lang-nah) тип атайҙар. Әгәр ҙә билдәле бер ваҡыт үткәндән һуң — ғәҙәттә өс яуҙан һуң — улар дошман яугирын ҡулға төшөррә алмаһа, улар масеуаллиға әйләнә (Ҡалып:Lang-nah); әсиргә ала алмаған яугирҙар, ни тиклем генә мәсхәрәле хәл булмаһын, оҙон сәс менән йөрөргә мәжбүр була; әммә масеуалли булырға теләүселәр ҙә табыла.

Бай хәрби табыш ацтектарҙың ғәҙәти йәмғиәтенә хас булмаған өсөнсө синыфты: почтека (Ҡалып:Lang-nah), йәки һатыусылар синыфын барлыҡҡа килтерә. Уларҙың эшмәкәрлеге тик коммерция менән генә бәйле булған, тип әйтеп булмай; почтекалар шулай уҡ бик яҡшы лазутчиктар ҙа була. Яугирҙар уларға ерәнеп ҡарай, әммә нисек кенә булмаһын, яу мәлендә талап алынған әйберҙәрҙе юрған, ҡауырһын, ҡол һәм башҡа тауарҙарға алмаштырып алырға мәжбүр булалар.

Империяның һуңғы йылдарында масеуалли төшөнсәһенең мәғәнәһе үҙгәрә. Эдуардо Ногера иҫәпләүенсә, халыҡтың тик 20 проценты ғына ауыл хужалығы эштәре һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереү менән шөғөлләнә. Чинампа (Ҡалып:Lang-nah) тип аталған хужалыҡ итеү системаһы бик эффектив була, ул 190 000 тирәһе кешене аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә[сығанаҡ 2344  көн күрһәтелмәгән]. Аҙыҡ-түлектең байтаҡ өлөшө яһаҡ булып килә, йәки сауҙанан алына. Ацтектар ерҙәр яулап алыу менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, ә оҫта ҡуллы һөнәрмән дә һәм булдыҡлы сауҙагәр ҙә була. Аҙағыраҡ масеуаллиларҙың күбеһе үҙҙәрен сәнғәткә арнай һәм оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр була, уларҙың эше ҡала өсөн мөһим табыш сығанағы ла була.

Ацтек ҡалаларының ҡайһы берҙәрендә үткәрелгән археологик ҡаҙылмалар биҙәнеү әйберҙәренең ҙур ғына өлөшөнөң Теночтитланда етештерелеүен раҫлай.

Ҡоллоҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡолдар, йәғни тлакотин шулай уҡ хәрби әсирҙәрҙән айырылып торған мөһим синыфты тәшкил итә. Бындағы ҡоллоҡ Европа илдәре колонияларында күҙәтелгәндән ныҡ айырылып тора, боронғо замандағы ҡоллоҡ менән уның уртаҡлыҡтары күп була. Беренсенән, ата-әсәһе ҡол булһа ла балалары ирекле була. ҡолдоң шәхси мөлкәте, хатта үҙенең ҡолдары булыуы ихтимал. Ҡолдар үҙ иркен һатып алырға хоҡуҡлы була, әгәр ҙә уға ҡарата рәхимһеҙлек, шәфҡәтһеҙлек күрһәтелеүен иҫбат итә алһа, йәки хужаларҙан балалары булһа, йәки хужаһында кейәүҙә булһа, ҡолдарға ирек бирелә.

Хужаһы вафат булғандан һуң ғәҙәттә эштәре юғары баһаланған ҡолдарға ирек бирелә. Ҡалған ҡолдар мираҫтың бер өлөшө булараҡ вариҫҡа тапшырыла.

Мануэль Ороско-и-Берра (исп. Manuel Orozco y Berra) ҡолдарға ирек биреүҙең икенсе бер ғәжәп юлын тасуирлай: баҙарҙа саҡта ҡол, хужаһының күҙәтеүенән ҡасып, баҙар диуарҙарынан тышҡа сыҡһа һәм унда кеше экскрементына баҫһа, ул был турала судьяларға еткерә ала, һәм уға ирек бирелә. Артабан ҡол булған кешене йыуындыралар, уға яңы кейем бирәләр (ул элекке хужаһыныҡы булған кейемде кеймәһен өсөн) һәм ирекле тип иғлан итәләр. Европа илдәрендәге колонияларына бөтөнләй хас булмаған һыҙат: әгәр бер кеше ҡолдоң ҡасырға тырышыуына ҡаршы төшһә (әгәр ул ҡол хужаһы нәҫеленән булмаһа), уны ҡол тип иғлан итәләр, шуға ла бер кем дә хужаға ҡолон тоторға ярҙам итмәй.

Ороско-и-Берра шулай уҡ түбәндәгеләрҙе яҙа: ҡолдоң үҙенең ризалығынан башҡа ҡолдо икенсе кешегә һатыу ҙа рөхсәт ителмәй, тик властар тарафынан, был ҡол тыңламаусан ҡол, тип танылған осраҡта ғына ҡолдоң ризалығы талап ителмәй; ә тыңламаусанлыҡ ялҡаулығына, бер нисә тапҡыр ҡасып китергә тырышыуына һәм тәртибенең насар булыуына ҡарап билдәләнә. Ҡушҡан эште эшләүҙән баш тартҡан ҡолдоң муйынына ағас бығау кейҙерелә. Бығау ҡолдоң ғәйепле булыуын таныу билгеһе генә түгел; бығауҙың ҡоролошо йүгереүҙе тотҡарлап ҡына ҡалмай, ә кеше араһынан йәки тар урындарҙан үтергә лә ҡамасаулай.

Бығауланған ҡолдо һатҡанда һатып алыусыға уның нисә тапҡыр һатылыуы тураһында ла мәғлүмәт бирелә. Тыңламаусанлығы өсөн дүрт тапҡыр һатылған ҡолдо ҡорбан итеү өсөн һата алалар; бындай ҡолдар бик ҡиммәт хаҡҡа һатыла.

Әммә бығаулы ҡол үҙен батша һарайында йәки ғибәҙәтханала күрһәтеүҙәренә өлгәшһә, ул иреккә сығарыла.

Ацтекҡа яза бирергә теләһәләр, уны ҡолға әйләндерәләр. Кеше үлтергән ҡолға үлем язаһы бирелгәндә үлтерелгән кешенең тол ҡатынына, әгәр ул теләһә, үлтереүсене уға ҡол итеп тапшыралар. Әгәр власть берәүҙең улын тыңламаусан холоҡло тип таныһа, атаһы уны ҡоллоҡҡа һата ала. Бурыстарын түләмәгәндәрҙе лә ҡол итеп һата алалар.

Мотолини́я яҙыуынса, ҡорбан өсөн һатып алынған әсир ҡорбан итеү ваҡытына тиклем ҡол булараҡ файҙаланыла; ләкин был ҡолдоң ҡасып китеүен нисек итеп иҫкәртә алыуҙары билдәһеҙ (икенсе бер фараз буйынса, ҡорбанлыҡ роле почетлы, тип иҫәпләнелә)[сығанаҡ 2344  көн күрһәтелмәгән].

Күңел асыуҙар һәм уйындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пулькены (алкоголе әллә ни күп булмаған әсетелгән эсемлек) эсеү рөхсәт ителә, әммә оло йәшкә еткән ацтектарға ғына; был тыйыуҙы тыңламаған кешегә үлем язаһы янай.

Хәҙерге заман Мексикаһындағы кеүек үк, ацтектар туп (тлачтли) (Ҡалып:Lang-nah) уйнарға ярата. Улама тип аталған боронғо Месоамерика уйынының ацтек варианты. Был уйында кеше башы ҙурлығындағы резина туп ҡулланыла. Олли (Ҡалып:Lang-nah)исп. hule, резина тап шул һүҙҙән барлыҡҡа килгән дә инде.

Ацтек ҡалаларында ғәҙәттә был уйын өсөн ике махсус урын бүленеп ҡуйыла. Уйынсылар тупты бото менән тибергә тейеш була (ҡайһы бер фараздар буйынса, туп тибеү, ырғытыу өсөн терһәктәр, ракеткалар, битолар һәм таштарҙы ҡулланырға мөмкин); уйын ваҡытында тупты таш ҡулса аша ташлау фарыз. Уңышҡа өлгөшкән уйынсыға публиканың бөркәнсектәрен тартып алыу рөхсәт ителә. Кешеләр уйын һөҙөмтәһенә үҙҙәренең хаҡын ҡуя: ярлылар үҙҙәренең аҙығын, пилли байлығын, текутли (Ҡалып:Lang-nah «милек хужалары») һөйәркәләрен, хатта ҡалаларын ҡуя ала, ә бер нимәһе лә булмағандар, үҙҙәренең азатлығын ҡуйып, ҡол булырға ризалыҡ бирә.

Мәғариф һәм фән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белем биреү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәҙәттә балаларға белемде ата-әсәһе бирә. Ҡайһы бер малайҙар биш йәше тулғандан һуң мәктәпкә йөрөй башлай, унда яҙырға һәм һанарға өйрәнәләр. Мәктәп уҡыусыларының бөтәһе лә сәсен бер төрлө йөрөтә: сәстәрен ике бүләләр һәм бер яҡтағыһын толом итеп үрәләр. Икенсе яҡтағы сәсте баш таҡыр булғансы ҡырып алалар. Уэуэтлатолли(Ҡалып:Lang-nah «ҡарттар кәңәштәре») тип аталған аҡыллы кәңәштәр йыйылмаһы ҡулланыла, унда ацтектарҙың әҙәп-этик идеалдары тасуирлана. Сәләм биреү, бала тыуғас теләк теләү, вафат булғанды оҙатҡанда һаубуллашыу һүҙҙәре әйтелә. Атайҙар үҙҙәренең ҡыҙҙарына мөләйем булыуҙы, әммә ауиани (Ҡалып:Lang-nah) кеүек күренмәүҙе кәңәш итә. Әсәйҙәр ҡыҙҙарына ирҙәрен һәр саҡ хуплап тороуҙы кәңәш итә: хатта ире ябай крәҫтиән булһа ла. Малайҙарҙы баҫалҡы, тыңлаусан һәм эшһөйәр булырға өйрәтәләр.

Ацтектарҙың ике типтағы белем биреү учреждениелары була: тепочкалли (Ҡалып:Lang-nah) тип аталған училищеларҙа тарих, дин, хәрби әҙерлеккә, шулай уҡ сауҙа һәм һөнәрҙәргә өйрәтәләр; нигеҙҙә, пилли балалары уҡыған кальмекак (Ҡалып:Lang-nah) тип аталған мәктәптәрҙә юлбашсылар (тлактоков), ғанбабалар, ғалимдар һәм уҡытыусылар тлатиними (Ҡалып:Lang-nah) һәм яҙыу-һыҙыу эше менән шөғөлләнеүселәрҙе (тлакуило) (Ҡалып:Lang-nah) әҙерләйҙәр. Улар йолаларҙы, грамота, йылдар иҫәбен, шиғриәткә һәм, тепочкалли кеүек үк, хәрби һөнәрҙәргә өйрәнә.

Һәләтле балаларға ике мөмкинлек бирелә: берәүҙәрен йыр һәм бейеүҙәр йортона, ҡалғандарын туп менән уйнай йортона ебәрәләр. Занятиеларҙың ике төрө лә юғары статусҡа эйә була.

Медицина[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтектар медицинаһы Боронғо Көнсығыштың төп ҡаҙаныштары кимәлендә, шулай уҡ боронғо Греция һәм боронғо Рим медицинаһына тиң була. Ацтектарҙа кеше тәненең төрлө урындарын атау өсөн бер нисә йөҙ термин ҡулланыла. Континентта дарыу менән дауалау тылсым менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла, әммә ул ғәмәлдә халыҡтарҙың күп быуатлыҡ эмпирик тәжрибәһенә таяна[22]. Сирҙәрҙе дауалау менән ҡанбабалар һәм дауалаусылар шөғөлләнә, уларҙы тиситль тип атайҙар. Улар бөтә кеше алдында дауалай һәм күбеһе европалылыр өсөн бөтөнләй билдәле булмаған дарыу саралары ҡуллана. Был дарыуҙар үләндәрҙән яһала. Ацтектар тәрбиәләп үҫтергән дарыу үләндәре баҡсалары испан конкистадорҙарын хайран итә (ул ваҡытта Көнбайыш Европа кешеләре аптекарь баҡсаларын үҫтерергә кәрәклеген аңламай ҙа)[23].

XVI быуаттың бөтә хроникасылары — (Эрнан Кортес, Берналь Диас дель Кастильо, Диего Дюран, Тесосомок, Иштлильшочитль, Торквемада, Мотолиниа, Мендьета, Акоста, Мартин де ла Крус, Саагун) — Месоамериканың дауалаусылары һәм дарыу үҫемлектәре тураһында ҡыҫҡаса ғына булһа ла туҡталып үтә. Бернардино де Саагун был мәсьәләгә айырыуса энтузиазм менән тотона, ул бөтә үҫемлектәр тураһында ла тасуирлап яҙа, урындағы телдә уларҙың нисек аталыуын да еткерә, ә ҡайһы берҙә теге йәки был үҫемлектең үҫкән урынын да атап үтә. Үҙенең «Общей истории о делах Новой Испании» тигән эшендә Саагун 123 дарыу үҫемлеген тасуирлай, ә уның информаторҙарының текстарында 266 үҫемлек телгә алына[24].

Саагундың мәғлүмәттәре суҡындырылған ацтек Мартин де ла Крустың бынан элегерәк науатель телендә яҙып ҡалдырған яҙмаларынан ныҡ айырыла. Саагундың кодексында (X һәм XI китаптар) махсус үләндәр бүлегендә 251 дарыу үҫемлеге тасуирлана һәм 158 үҫемлектең төҫлө һүрәттәре бирелә. Бөгөн уларҙың күбеһе өйрәнелгән һәм медицина практикаһында ҡулланыла. Ләкин уларҙың байтағы хәҙерге заман фәненә билдәһеҙ булып ҡала[25].

1570—1577 йылдарҙа Мексикала Франсиско Эрнандес де Толедо (1514 или 15171578) латин телендә ботаника һәм зоология буйынса ғәйәт ҙур хеҙмәт өҫтөндә эшләй, ләкин уның хеҙмәте тик 1615 йылда ғына испан телендә «Естественная история Новой Испании», или «История растений Новой Испании», или «Растения и Животные Новой Испании…», или «Четыре книги о природе и достоинствах растений и животных» («Historia Natural de Nueva España», или «Historia de las plantas Nueva España», или «Plantas y Animales de la Nueva Espana, y sus virtudes por Francisco Hernandez, y de Latin en Romance por Fr. Francisco Ximenez», или «Quatro libros de la naturaleza y virtudes de las plantas y animales…») исемдәре аҫтында донъя күрә. Эрнандес ете йыл буйы эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә һәм 3076 үҫемлек һәм 500 хайуан тураһында мәғлүмәьттәр туплап өлгөрә. Ботаниктар Вальдес менән Флорес 1985 йылда 3076 үҫемлектән 667-һен генә, төрҙәргә бүлеп, идентификациялай, ә 347-һен ғаиләләргә бүлә. Аҙағыраҡ уның был китабы күп тапҡырҙар ҡайтанан нәшер ителә. Халыҡ-ара Ботаника Номенклатураһы Кодексына ярашлы (МКБН) уға F.Hern.[26] исеме бирелә.

Саагундың ғилми хеҙмәттәренең Эрнандес хеҙмәттәренән төп айырмаһы йыйылған үҫемлектәрҙең күплегендә генә түгел, ә Саагундың индеец информаторҙарҙың мәғлүмәттәренә таянып эшләүендә. Ә Эрнандес үҙ көсө менән үҫемлектәрҙе йыя һәм, Европа традицияларына таянып, уларға тасуирламалар яҙа. Тап шуның менән Бернардино де Саагундың ғилми хеҙмәтендә Колумбҡа тиклемге аутентик тәжрибә лә сағыла[26].

Дин һәм мифология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтектар бик күп Аллаларға табына. Уларҙың дини йолалары календарҙа билдәләнгән төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәү тирәһендә ойошторола. Мезоамерика индеецтарының башҡа илаһ пантеондары кеүек үк, ацтектарҙың дине үҙ эсенә бик күп Аллаларҙы һәм анимизмдарҙы индерә. Аллаларға ҡорбан килтереү дини пратикала мөһим элемент булып тора, сөнки индеецтар, тап шул юл менән донъя ҡоролошоноң йәшәү циклын һаҡлап ҡалырға мөмкин, тип иҫәпләй[27].

Аллалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Божество Тескатлипока, изображенное в кодексе Борджиа, один из немногих сохранившихся доиспанских кодексов

Кетцалькоатль — ел, күк, йондоҙҙар, һәм мәҙәни батыр Аллаһы, Тескатлипока — төн, тылсым һәм күҙаллау Аллаһы, Уицилопочтли — һуғыш, ҡояш һәм ацтектарҙы яҡлаусы Алла, һәм Тлалок — ямғыр һәм дауыл Аллаһы Аллалар пантеонында иң мөһим урынды биләй. Теночтитландың ҡап уртаһында «Теночтитландың бөйөк ғибәҙәтханаһы» урынлашҡан — ғәйәт ҙур ҡалҡыулыҡ, уға Тлалоку һәм Уицилопочтли Аллаларына арнап төҙөлгән ике ғибәҙәтхана урынлаша. Ацтектарҙың шулай уҡ ер, тормош, үлем,үлгәндәр доъяһы һәм башҡа аллалары була[28].

Мифология һәм донъя ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъя үҙәгендә ут Аллаһы Шиутекутлиҙы һүрәтләгән космологик һүрәт. Үҙәк дүрт тарафҡа айырыла, уларҙың һәр береһе донъя ағасы, ҡош, ике Алла һәм календар исемдәре булараҡ һынландырыла. Кодекс Фейервари-Майер

Ацтектарҙың мифологияһына ярашлы донъяны булдырыу тураһындағы мәғлүмәт испан колониаль осоро башланғандан һуң индеецтар тарафынан төҙөлгән бер нисә яҙма сығанаҡтарҙан билдәле. Уларҙың иң танылғаны булып донъяны булдырыу мифы иҫәпләнә, унда дүрт бөйөк дәүер һүрәтләнә, һәр береһенә ацтек патеонындағы бер Алла идара итә, ә донъяла һәр төрлө тере йәндәр көн итә. Һәр дәүер бөтә ғәләмдең һәләкәте менән тамамлана. Беҙҙең эра — Науи-Оллин, бишенсе дәүер, бишенсе ҡояш йәки бишенсе донъя, — Алла Нанауатля үҙен-үҙе ҡорбан иткәнгә күрә һәләкәттән ҡотолоп ҡалған, шуға ла ул «яралар менән ҡапланған». Был миф боронғо Теотиуакан ҡалаһы менән бәйле (туранан-тура: «Аллаға әйләнеү урыны»), ул донъяны ташлап китә һәм хәҙерге заман Мехико үҙәненә ацтектар килгән дәүергә алып барып ташлана[29].

Икенсе бер миф Ерҙе ике игеҙәк Алла Тескатлипока (Ҡалып:Lang-nah) Һәм Кетцалькоатлдәрҙең барлыҡҡа килтергән есем булара тасуирлай. Ике Алла Сипактли аҙаҡ ергә әйләнгән гигант крокодилды еңә һәм, кешеләр аҙаҡ аллаларға үҙ ҡанын тәҡдим итеү шарты менән, уларға ерҙе эшкәртеүҙе һәм унда орлоҡтар ултыртыуҙы рөхсәт итә. Тескатлипока донъяны барлыҡҡа килтергән мәлдә аяғын юғалта, шуға күрә ул бер аяҡһыҙ һәм яраһынан аяҡ һөйәге күренгән килеш һүрәтләнә. Культтың икенсе бер төрөндә Кетцалькоатляде шулай уҡ аҡ Тескатлипока тип тә атала.

Тағы ла бер версия буйынса Кецалькоатль Сиуакоатлгә һөйәктәрҙе тапшырыу өсөн үҙенең игеҙәге Шолотль менән бергә сәйәхәт итә, ә әл тапшырылған һөйәктәрҙе, кукуруз кеүек итеп, ҡул тирмәнендә ыуалай һәм шул массанан кеше фигураһын эшләп ҡуя. Кецалькоатль был фигураға үҙ ҡанын һирпеп, уға йән өрә һәм тәүге кешене барлыҡҡа килтерә.[30].

Мешикаларҙың (ацтектарҙың) килеп сығышында һәм уларҙың сәйәхәтендә шулай уҡ ацтектарҙың ҡәбилә аллаһы Уицилопочтли ла ҡатнаша. Риүәйәткә ярашлы, Уицилопочтли ҡанаттарҙан торған йомарлаҡҡа уҡмаша, уны мешика руханийы тейешле урынына алып бара һәм яңы күршеләр ҡаршы сыҡһа улар менән һуғышырға өндәй. Икенсе бер мифта әсәйҙәре Коатликуэны үлтерергә теләгән апаһы Койольшаукины һәм ҡалған 400 ағай һәм ҡустыларын Коатепетль убаһында үлтерә һәм уларҙы еңә. История мифа также была воплощена в архитектуре великого храма, названного в честь горы Коатепетль, а у подножья лестницы, которая вела к капищу Уицилопочтли, располагался каменный монолит с изображением расчлененной богини[31].

Календарь[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡояш ташы — 1790 йылда Мехикола табылған ғәйәт ҙур таш монолиты, ул ацтектарҙың мифик тарихынан биш дәүерҙе календарь һүрәттәре менән һынландыра.

Ацтектарҙың дини тормошо календарҙар тирәләй ойошторолған. Күпселек мезоамериканлыларҙағы кеүек үк, ацтектар бер юлы ике календарҙан: 260 көнлөк тональпоуалли тип аталған ритуал календарь, һәм 365 көнлөк шиупоуалли тип аталған ҡояш календарынан файҙалана. Ике календарҙа ла һәр көндөң атамаһы һәм һаны бар. Ике календарҙа ла циклдар башланыу 52 йылға бер тапҡыр ғына тап килә. Тональпоуалли календарын, нигеҙҙә, тик күрәҙәселек маҡсатында ғына ҡулланыла, 20 көндөҙгө билдәләрҙән һәм 1-13 һандарының циклдар һайын беркетелгән тәртиптә ҡабатланып торған коэффициенттарынан тора. Шиупоуалли 18 «айҙан» төҙөлә, һәр ай 20 көндән һәм «йыл» аҙағында ҡалған биш көндән тора. Һәр бер 20 көнлөк ай билдәле бер ритуал фестивале хөрмөтенә атала, был байрам һәр саҡ ай башында үткәрелә. Был фестивалдәр ауыл худалығы циклы менән бәйле була. Ғәлимдар әле булһа, ацтек календары кәбисә йылын иҫкә алғанмы, әллә алмағанмы, тигән һорау буйынса бәхәсләшә. Ай һайын үткәрелгән байрамдарҙа бар халыҡ та ҡатнаша, йолалар һәр йортта, ғибәҙәтханаларҙа һәм төп изге майҙанда ла үткәрелә. Күп кенә фестивалдәр бейеүҙәрҙең төрлө формаларын үҙ эсенә ала, шулай уҡ дини мифологиянан сәхнәләр күәҙәләндерелә. Жрецтар ризыҡты, хайуандарҙы һәм хатта кешеләрҙе ҡорбан итә ала[32].

52 йылға бер тапҡыр ике календарь ҙа бер көндә бавшланып китә. Был ваҡиға мәлендә ғәйәт ҙур байрам Яңы Ут церемонияһы үткәрелә. Ошо көн алдынан иҫке керамиканы ваталар һәм иҫке цикл менән бәйле һауыт-һабаны тотошо менән ваталар. «Яңы Утҡа тиклем» бер көн ҡалғас, йорттарҙа һәм ғибәҙәтханаларҙа уттар һүндерелә һәм «ҡурҡыу төнө» башлана, когда согласно поверьям ацтеков, мир оказывался беззащитными перед демонами ночного божества Цицимитль и которые могли уничтожить землю, таким образом закончив пятую эру. В день нового огня жрецы в главном храме приносили в жертву человека и в его груди разжигали «новый огонь», который затем разносился в другие храмы и дома жителей[33].

Ҡорбан килтереү һәм каннибализм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғриәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыныс ваҡытта ацтек яугиры өсөн шиғриәт берҙән-бер уға лайыҡ шөғөл булып иҫәпләнә. Дәүер бик ауыр булһа ла Конкисталар заманында тупланған шиғри әҫәрҙәр беҙҙең көндәргә лә килеп етә. Шиғыр авторҙарының ҡайһы берҙәре беҙгә лә билдәле, мәҫәлән, Несауалькойотль (Ҡалып:Lang-nah) һәм Куакуацин (Ҡалып:Lang-nah). Науатель теле буйынса тәржемәсе булараҡ билдәле булған Мигель Леон-Портилья тик шиғырҙарҙа ғына ацтектарҙың ысын ниәттәрен һәм уйҙарын белергә мөмкин, сөнки унда «рәсми» фекерҙең ҡыҫылышы булмаған.

Төп Ғибәҙәтхананың подвал ҡатында (исп. Templo Mayor) находился «Бөркөттәр Йорто» (ҡара. шулай уҡ «Ягуарҙар Йорто») урынлашҡан була, тыныс ваҡытта ацтек хәрби начальниктары ял итер булған, был кисәләрҙә улар шиғыр әйтештә лә ярышыр булған. Шиғыр уҡығанда һуҡма музыка ҡоралының тауышы ла оҙатып барған(Ҡалып:Lang-nah).

Хуан Баутиста де Помар шиғырҙарҙың иң ҙур коллекцияһын туплауға өлгәшә. Аҙағыраҡ был йыйынтыҡты испан уҡытыусыһы Леона-Портильи баҫтырып та сығара. Хуан Баутиста де Помар Нецауалькойотлдең бүләһе була. Ул науатль телендә һөйләшкән, әммә христианин булараҡ тәрбиәләнә, олатаһының шиғырҙарын латин хәрефтәре менән яҙып ҡалдыра.

Театр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтектар драманы ярата, әммә был сәнғәт төрөнөң ацтек вариантын театр тип атау дәрәҫ тә булмаҫ кеүек. Һәр сығыш — акробатик номерҙар һәм аллалар тураһында бәйән итеү музыка менән оҙатылып бара.

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ацтектар — Мезоамерикан пирамидаларын төп төҙөүселәренең береһе була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]