Тан династияһы
Тан империяһы | |
唐朝 | |
618 — 907
| |
---|---|
Баш ҡала |
Сиань(618—904) >1 млн. кеше,Лоян(904—907) |
Телдәр | |
Дин | |
Халҡы |
100 000 000 |
Идара итеү формаһы | |
Династия |
Тан |
Тан династияһы Викимилектә | |
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | |||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Сун
|
Төньяҡ Сун
| ||
Көнбайыш Ся
|
Көньяҡ Сун
| ||
Тан династияһы (18 июнь 618 йыл — 4 июнь 907 йыл, ҡыт. 唐朝, Танчао) — ҡытай императорҙарының Ли Юаньдан башланған династияһы. Ли Юаньдың улы император Ли Шиминь крәҫтиән ихтилалдарын һәм үҙалылыҡҡа ынтылған аҡһөйәктәр көстәрен баҫтырғандан һуң прогрессив сәйәсәт алып бара башлай. Ҡытайҙа нәҡ Тан династияһының дәүере илдең иң ҡеүәтле осоро булып һанала. Был заманда ул үҫеш буйынса шул ваҡыттағы дәүләттәрҙән алда барған.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тан династияһы Ли Юаньдан башлана. Ул табгач[1] халҡы йәшәгән Ҡытайҙың төньяҡ сиктәрендәге ер биләүселәр нәҫеленән барлыҡҡа килгән. Ли Юань үҙенең улы Ли Шиминь менән бергә граждандар һуғышында («Ғәҙел һуғышта») еңәләр. Был һуғыштың төп сәбәбе булып Суй династияһының императоры Ян-диҙың ҡаты һәм аҡылһыҙ сәйәсәте тора. 618 йылда Чанъань ҡалаһында Ли Юань император тип Гао-цзу династия исеме аҫтында иғлан ителә. Һуңғараҡ уның улы Ли Шиминь идаралыҡты үҙ ҡулына ала һәм был династия 907 йылға тиклем власта була, тик 690—705 йылдарҙа ғына Чжоу династияһына ҡараған императрица У Цзэтянь тәхеттә ултыра[2].
Идеология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң баштан алып уҡ Тан династияһы төп ҡытай һәм дала башланғыстарын берләштереүсе була. Династияны нигеҙләүсе Бөйөк Даланың халыҡтары, уларҙың холоҡ-фиғелдәре һәм йолалары менән бик яҡшы таныш булған. Ли Юаньдың яҡын кешеләре лә шулай булғандар. Тан идарылығының беренсе осоронда ике төбәк араһында интенсив мәҙәни алышыу барған, дала Тан Ҡытайына алдынғы ғәскәр биргән. Император бер үк ваҡытта табғас халҡының ханы йәки ҡағаны булып торған, ошондай үҙләштереү төркөт ханы Күлтәгингә арналған ташъяҙмала нығытылған[3], ул үҙе һәм үҙенең халҡын ҡытайҙың түгел, ә табғас ҡағанының (ханының) «ҡолы» (вассалы) тип әйткән[2].
Ҡытай менән Даланы физик һәм мәҙәни тан императоры власы аҫтында берләштереү идеяһы быуаттар буйы дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтенең йүнәлешен билдәләгән[2].
Мәҙәниәт һәм иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдә тыныслыҡ һәм тәртип урынлашыуы халыҡтың бөтә көсөн Ҡытай именлеге һәм файҙаһына булышлыҡ иткән. Ауыл хужалығы, ваҡ һөнәрселек һәм сауҙа гөрләп үҫешкән. Туҡыусылыҡ, буяу эше, көршәкселек, металлургия, караптар төҙөү технологиялары яңы уңыштар яулайҙар. Бөтә дәүләт ҡоро һәм һыу юлдары селтәре менән ҡаплана. Тай-цзун осоронда Ҡытай Япония, Корея, Һиндостан, Иран, Ғәрәбстан һәм башҡа илдәр менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр төҙөй.
Илдә фән һәм техника үҫеш ала. Беҙҙең эраның 725 йылында И Син һәм Лян Линцзань оҫталары менән тәүге анкер механизмлы механик сәғәт эшләнелә. Дары ҡоралы тарала: алда фейерверк, ракеталар һәм флотта «ут йыландары» рәүешендә файҙаланылһа, һуңыраҡ снарядтар менән атыр өсөн ысын ҡорал кеүек файҙаланыла.
Бөтә ил буйынса сәй эсеү киң тарала. Сәйгә үҙенсәлекле мөнәсәбәт формалаша: сәй сәнғәте (Ча И, 茶艺) арҡаһында, дарыу йәки аҙыҡ-түлектең береһе булып ҡулланылған эсемлек, ҡытай мәҙәниәтенең мөһим элементына әйләнә. Ҡытай классик әҙәбиәте Тан дәүеренең билдәле сәй танатанаһын үткәргән оҫталары — Лу Тун һәм Лу Юй исемдәрен мәңгеләштергән.
Сәйәси һәм административ ҡоролош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге реформалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суй кодексына нигеҙләнеп Тан енәйәт кодексы баҫылып сыға, ул үҙгәртелгән рәүештә Вьетнамда, Кореяла һәм Японияла ҡулланыла[4]. 653 йылда енәйәт кодексы үҙенең билдәле формаһын ала: язалар һәм енәйәттәргә бүленгән ул 500 статьянан. Унда язалар 10 тапҡыр еңел таяҡ менән һуғыуҙан башланып 100 тапҡыр ауыр таяҡ менән һуғыуға, һөргөнгә һәм каторгаға ебәреүгә, үлем язаһына тиклем барып еткән[5]. Кодекс социаль тигеҙһеҙлек урынлаштырған: язаның ауырлығы енәйәтсенең социаль һәм сәйәси торошона буйһонған. Мәҫәлән, әгәр ялсы үҙенең хужаһын үлтерһә — уға яза бик ауыр булған, һәм киреһенсә[6]. Тан кодексы үҙгәртеүҙәр менән һуңғараҡ 1397 йылдағы Мин империяһы (1368—1644) кодексында ла ҡулланылған[7].
Идаралыҡ менән өс (бөтәһе алты) «шэн» (省, shěng) министырлыҡтары шөғәләнгән. Унан башҡа, анығараҡ мәсьәлә сисеүсе, алты идаралыҡ — «бу» (部, bù) булған. Бу һәм шэн Тан системаһы бик уңайлы булған һәм ул ҙур үҙгәртеүҙәр кисереп 1912 йылда Цин династияһы ҡолағанына тиклем ғәмәлдә була[8].
Империяның сағыу баш ҡалаһы булып Чанъань ҡалаһы (хәҙергә Сиань) булған, унда император һарайы урынлашҡан. Һарайға килгән вәкилдәрҙе музыка, спорт ярыштары, шиғриәт, һынлы һүрәт сәнғәте, театраль һәм акробатик сығыш яһауҙары менән ҡаршы алғандар. Бик күп хазина һәм байлыҡтарҙа бында һаҡланған.
Һалымдар һәм халыҡ иҫәбен алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тан хөкүмәте һәр ваҡыт үҙенең халҡының һанын белергә ынтылған. Тәүге тан хөкүмәте һәр бер ғаиләгә иген менән еңел һалым индерә, был төбәк органдарҙа теркәлеүҙе файҙалы иткән[4]. 609 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса империяла 9 миллион йорт хужалығы йәки 50 миллион кеше булған[4]. 742 йылғы артабанғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса илдә 50 000 000 кеше барлығын һанаған[9].
754 йылда илдә 1859 ҡала, 321 префектура, 1538 округ иҫәпләнгән[10]. Ҡалалар күп булыуына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы дөйөм халыҡтың 80-90 % тәшкил иткән[11].
Тарҡылыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тан династияһының тарҡылышы бик дөрөҫ итеп билдәләнмәгән, әммә VIII быуаттағы ихтилалдар серияһы һәм хәрби еңелеүҙәр үҙәк власының көсһөҙләнә башлауына килтерә. 740 йылдарға ҡарата Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең Хөрәсән провинцияһынан килгән ғәрәптәр Фирғәнә үҙәнендә һәм Согдианала нығынғандар. 751 йылда Талас һуғышы ваҡытында ҡытай ғәскәренең ялланған отрядтары алаш яланын ташлап китәләр, был ғәскәр башлығы Гао Сяньчжинды сигенергә мәжбүр итә. Һуңыраҡ Ань Лушань етәкселегендәге ихтилал (756—761 йй.) ҡабына, ул оҙаҡ йылдар буйы сәскә атҡан илде бөлгөнлөккә килтерә. Ихтилалдың тағы ла бер сәбәбе булып провинцияларҙың хәрби цзедуши-губернаторҙарының үҙәк властҡа ҡарата көнәркәшлеге үҫә. Ань Лушань 746—763 йылдарҙа булған Янь дәүләтен төҙөй, ул ике баш ҡаланы (Чанъань һәм Лоян) һәм бик ҙур территорияны үҙ эсенә алып торған. Янь дәүләтендә дүрт император алышына, әммә ихтилалды уйғырҙар менән берлектә лә баҫтырыу ауырға төшә. Тан Империяһы Урта Азия өҫтөндә контролен юғалта.
858 йылда Бөйөк канал районындағы ҡот отҡос һыу баҫыуы булған, ул Төньяҡ Ҡытайҙың киң тигеҙлектәрен баҫа һәм ун меңләп кешенең һәләк булыуына килтерә. Был ҡытайҙарҙың Тан династия алла менән ҡуйылғанына ышаныуҙы һелкетә. 873 йылда илдә иген бик ныҡ уңмай, ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәти уңыштың яртыһында йыя алмайҙар, ун меңләп кеше астан үлеү сигендә ҡалалар. Тан династияһының тәүге осоронда бындай бәләләрҙән һаҡланыр өсөн күпләп иген йыйылған, әммә IX быуатта бындай ҡаза алдында булдыҡһыҙ булып сыға.
Традицион тарих буйынса, династияның тарҡылышының бер факторҙары булып һарайҙа евнухтарҙың көсәйеүе булып тора. Улар махсус кәңәшсе органды шуми-юань (樞密院) төҙөгәндәр һәм IX быуатҡа ҡарай сәйәси ҡарарҙарға, ҡаҙна менән идара итергә һәм, фараз буйынса, хатта императорҙарҙы үлтерергә етерлек властары булған. Чжу Цы ихтилалынан (朱泚; 783—784) һуң, уларҙың ҡулы аҫтына Шэньцэ (神策軍) ғәскәре инә. 817 йылда Император Цзинцзун (唐敬宗) евнухтар менән үлтерелгәндән һуң, уның ҡустыһы — Император Вэньцзун (唐文宗; 809—840, тәхеттә: 827—840) евнухтарға ҡаршы әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә, ләкин бик ҙур уңышлыҡтар яулай алмай.
Династияның бөтөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тан династияһының һуңғы осоронда үҙәк власының хәлһеҙләнеүе һәм провинцияларҙың хәрби губернаторҙарының көсәйеүе күҙәтелә. Императорҙарҙың компетентһыҙлығы һәм чиновниктарҙың коррупцияһы уңайһыҙ тәбиғи шарттар — ҡоролоҡтар һәм аслыҡтар менән бергә күп кенә ихтилалдар тоҡаныуына сәбәптәр булып торғандар. Хуан Чао һәм уның эйәреүселәре етәкселегендәге ихтилал һәм төрлө хакимлыҡ итеүсе синыфтар төркөмдәре араһындағы көрәш һуңғы тапҡыр династияның идаралығын бөтөрә. Баш күтәреүселәр ике баш ҡаланы ла — Чанъаньды һәм Лоянды баҫып алалар һәм талайҙар. Ихтилалды баҫытырыу ун йыл буйы дауам итә, әммә башҡаса династия ҡайтанан хакимлығын аяғына тора алмаған. 907 йылда Тан династияһының аҙаҡҡы императорын Ли Чжуны хәрби начальник Чжу Вэнь ҡолата, ул алда Хуан Чао яғында була һәм династия яғына күсә. Чжу Вэнь яңы династияны — Һуңғы Лянды нигеҙләй һәм үҙенә Тайцзу (太祖) ғибәҙәтхана иемен ала. Чжу Вэнь түңкәрелеше Биш династиялар һәм ун батшалыҡтар дәүеренең (907—960) башланыуын билдәләй.
Тан династияһы императорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғибәҙәтхана исеме | Үҙ исеме | Идаралыҡ итеү йылдары | Йыл иҫәбенең девизы һәм йылдары |
---|---|---|---|
Тан династияһы (618—690) | |||
Гао-цзу 高祖 Gāozǔ |
Ли Юань 李淵 Lǐ Yuān |
618—626 |
|
Тай-цзун 太宗 Tàizōng |
Ли Шиминь 李世民 Lǐ Shìmín |
627—649 |
|
Гао-цзун 高宗 Gāozōng |
Ли Чжи 李治 Lǐ Zhì |
650—683 |
|
Чжун-цзун 中宗 Zhōngzōng |
Ли Сянь 李顯 Lǐ Xiǎn или Ли Чжэ 李哲 Lǐ Zhé |
684 һәм 705—710 |
|
Жуй-цзун 睿宗 Rùizōng |
Ли Дань 李旦 Lǐ Dàn |
684—690 һәм 710—712 |
|
Чжоу династияһы (690—705) | |||
У Цзэтянь 武則天 Wǔ Zétiān (рәсми ғибәҙәтхана исеме булмаған) |
У Хоу 聖神 Shèng Shén |
690—705 |
|
Тан династияһының дауамы (705—907) | |||
Чжун-цзун (中宗) (икенсе идаралығы) |
Ли Сянь (李顯) йәки Ли Чжэ (李哲) |
(һәм 684) 705—710 |
|
Шао-ди 殤帝 Shàodì |
Ли Чунмао 李重茂 Lǐ Chóngmào |
710 |
|
Жуй-цзун 睿宗 Rùizōng |
Ли Дань 李旦 Lǐ Dàn |
(һәм 684—690), 710—712 |
|
Сюань-цзун 玄宗 Xuánzōng |
Ли Лунцзи 李隆基 Lǐ Lóngjī |
712—756 |
|
Су-цзун 肅宗 Sùzōng |
Ли Хэн 李亨 Lǐ Hēng |
756—762 |
|
Дай-цзун 代宗 Dàizōng |
Ли Ю 李豫 Lǐ Yù |
762—779 |
|
Дэ-цзун 德宗 Dézōng |
Ли Ко 李适 Lǐ Guā |
780—805 |
|
Шунь-цзун 順宗 Shùnzōng |
Ли Сун 李誦 Lǐ Sòng |
805 |
|
Сянь-цзун 憲宗 Xiànzōng |
Ли Чунь 李純 Lǐ Chún |
806—820 |
|
Му-цзун 穆宗 Mùzōng |
Ли Хэн 李恆 Lǐ Héng |
821—824 |
|
Цзин-цзун 敬宗 Jìngzōng |
Ли Чжань 李湛 Lǐ Zhàn |
824—826 |
|
Вэнь-цзун 文宗 Wénzōng |
Ли Ан 李昂 Lǐ Áng |
826—840 |
|
У-цзун 武宗 Wǔzōng |
Ли Янь 李炎 Lǐ Yán |
840—846 |
|
Сюань-цзун 宣宗 Xuānzōng |
Ли Чэнь 李忱 Lǐ Chén |
846—859 |
|
И-цзун 懿宗 Yìzōng |
Ли Цуй 李漼 Lǐ Cǔi |
859—873 |
|
Си-цзун 僖宗 Xīzōng |
Ли Сюань 李儇 Lǐ Xuān |
873—888 |
|
Чжао-цзун 昭宗 Zhāozōng |
Ли Е 李曄 Lǐ Yè |
888—904 |
|
посмертное имя Ай-ди 哀帝 Āidì или Чжао Сюань-ди 昭宣帝 Zhāoxuāndì |
Ли Чжу 李柷 Lǐ Zhù |
904—907 |
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ҡытайланған тоба-күскенселәр тоҡомонан, Л. Н. Гумилёв буйынса был халыҡ тигеҙ дәрәжәлә Ҡытайға һәм Бөйөк Далаға яҡын булып торған тип һүрәтләгән.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Гумилёв Л. Н. Древние тюрки. М.: 1967. 504 с.
- ↑ Малов С. Е. Памятники древнетюркской письменности. Тексты и исследования. М.-Л., 1951. 451 с.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Ebrey, Walthall & Palais 2006, p. 91.
- ↑ Ebrey 1999, pp. 111–112.
- ↑ Ebrey 1999, p. 112.
- ↑ Andrew & Rapp 2000, p. 25.
- ↑ Fairbank & Goldman 2006, p. 78.
- ↑ Ebrey, Patricia Buckley (1999), The Cambridge Illustrated History of China, Cambridge: Cambridge University Press, ISBN 0-521-66991-X (paperback)
- ↑ Benn 2002, p. 45.
- ↑ Benn 2002, p. 32.
Тан династияһы Викимилектә |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ганиев Р. Т. Восточно-тюркское государство в VI — VIII вв. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2006. — С. 152. — ISBN 5-7525-1611-0.
- Adshead, S. A. M. (2004), «T'ang China: The Rise of the East in World History», New York: Palgrave Macmillan, ISBN 1-4039-3456-8
- Andrew, Anita N. & Rapp, John A. (2000), «Autocracy and Cina's Rebel Founding Emperors: Comparing Chairman Mao and Ming Taizu», Lanham: Rowman & Littlefield, ISBN 0-8476-9580-8
- Bai, Shouyi (2003), «A History of Chinese Muslim (Vol. 2)», Beijing: Zhonghua Book Company, ISBN 7-101-02890-X
- Beckwith, Christopher I. (1987), «The Tibetan Empire in Central Asia», Princeton: Princeton University Press, ISBN 0-691-02469-3
- Benn, Charles (2002), «China's Golden Age: Everyday Life in the Tang dynasty», Oxford University Press, ISBN 0-19-517665-0
- Bernhardt, Kathryn (July 1995), "«The Inheritance Right of Daughters: the Song Anomaly?»", Modern China: 269–309
- Bowman, John S. (2000), «Columbia Chronologies of Asian History and Culture», New York: Columbia University Press
- Brook, Timothy (1998), «The Confusions of Pleasure: Commerce and Culture in Ming China», Berkeley: University of California Press, ISBN 0-520-22154-0
- Chen, Yan (2002), «Maritime Silk Route and Chinese-Foreign Cultural Exchanges», Beijing: Peking University Press, ISBN 7-301-03029-0
- Cui, Mingde (2005), «The History of Chinese Heqin», Beijing: Renmin Chubanshe, ISBN 7-01-004828-2
- Tang China and the collapse of the Uighur Empire: a documentary history. — illustrated. — BRILL, 2005. — Vol. Volume 13 of Brill's Inner Asian library. — P. 126. — ISBN 9004141294.
- Eberhard, Wolfram (2005), «A History of China», New York: Cosimo, ISBN 1-59605-566-9
- Ebrey, Patricia Buckley (1999), «The Cambridge Illustrated History of China», Cambridge: Cambridge University Press, ISBN 0-521-66991-X
- Ebrey, Patricia Buckley; Walthall, Anne & Palais, James B. (2006), «East Asia: A Cultural, Social, and Political History», Boston: Houghton Mifflin, ISBN 0-618-13384-4
- Fairbank, John King & Goldman, Merle (2006), «China: A New History» (2nd enlarged ed.), Cambridge: MA; London: The Belknap Press of Harvard University Press, ISBN 0-674-01828-1
- Gascoigne, Bamber & Gascoigne, Christina (2003), «The Dynasties of China: A History», New York: Carroll and Graf Publishers, an imprint of Avalon Publishing Group, ISBN 0-7867-1219-8
- Gernet, Jacques (1962), «Daily Life in China on the Eve of the Mongol Invasion, 1250–1276», Stanford: Stanford University Press, ISBN 0-8047-0720-0
- Gernet, Jacques (1996), «A History of Chinese Civilization» (2nd ed.), New York: Cambridge University Press, ISBN 978-0-521-49781-7, DOI 10.2277/0521497817
- Graff, David Andrew (2000), "Dou Jiande's dilemma: Logistics, strategy, and state", in van de Ven, Hans, «Warfare in Chinese History», Leiden: Koninklijke Brill, сс. 77–105, ISBN 90-04-11774-1
- Graff, David Andrew (2002), «Medieval Chinese Warfare, 300–900», New York, London: Routledge, ISBN 0-415-23954-0
- Graff, David Andrew (2008), "Provincial Autonomy and Frontier Defense in Late Tang: The Case of the Lulong Army", in Wyatt, Don J., «Battlefronts Real and Imagined: War, Border, and Identity in the Chinese Middle Period», New York: Palgrave MacMillan, сс. 43–58, ISBN 978-1-4039-6084-9
- Guo, Qinghua (1998), "«Yingzao Fashi: Twelfth-Century Chinese Building Manual»", Architectural History: Journal of the Society of Architectural Historians of Great Britain Т. 41: 1–13, DOI 10.2307/1568644
- Harper, Damian (2005), «China», Footscray, Victoria: Lonely Planet, ISBN 1-74059-687-0
- Hsu, Mei-ling (1988), "«Chinese Marine Cartography: Sea Charts of Pre-Modern China»", Imago Mundi Т. 40 (1): 96–112, DOI 10.1080/03085698808592642
- Hsu, Mei-ling (1993), "«The Qin Maps: A Clue to Later Chinese Cartographic Development»", Imago Mundi Т. 45 (1): 90–100, DOI 10.1080/03085699308592766
- Huters, Theodore (June 1987), "«From Writing to Literature: The Development of Late Qing Theories of Prose»", Harvard Journal of Asiatic Studies: 51–96
- Kang, Jae-eun (2006), «The Land of Scholars: Two Thousand Years of Korean Confucianism», Paramus: Homa & Sekey Books, ISBN 1-931907-37-4
- Kiang, Heng Chye (1999), «Cities of Aristocrats and Bureaucrats: The Development of Medieval Chinese Cityscapes», Singapore: Singapore University Press, ISBN 9971-69-223-6
- Kitagawa, Hiroshi & Tsuchida, Bruce T. (1975), «The Tale of the Heike», Tokyo: University of Tokyo Press
- Latourette Kenneth Scott. The Chinese: their history and culture, Volume 1. — 2. — Macmillan, 1934. — P. 191.
- Levathes, Louise (1994), «When China Ruled the Seas», New York: Simon & Schuster, ISBN 0-671-70158-4
- Liu, Pean (1991), «Viewing Chinese ancient navigation and shipbuilding through Zheng He's ocean expeditions»
- Liu, Zhaoxiang (2000), «History of Military Legal System», Beijing: Encyclopedia of China Publishing House, ISBN 7-5000-6303-2
- Hawai'i reader in traditional Chinese culture / Victor H. Mair, Nancy Shatzman Steinhardt, Paul Rakita Goldin. — illustrated. — University of Hawai'i Press, 2005. — P. 376. — ISBN 0824827856.
- Needham, Joseph (1986a), «Science and Civilization in China: Volume 3, Mathematics and the Sciences of the Heavens and the Earth», Taipei: Caves Books
- Needham, Joseph (1986b), «Science and Civilization in China: Volume 4, Physics and Physical Engineering, Part 2, Mechanical Engineering», Taipei: Caves Books
- Needham, Joseph (1986c), «Science and Civilization in China: Volume 4, Physics and Physical Technology, Part 3, Civil Engineering and Nautics», Taipei: Caves Books
- Needham, Joseph (1986d), «Science and Civilization in China: Volume 5, Chemistry and Chemical Technology, Part 1, Paper and Printing», Taipei: Caves Books
- Needham, Joseph (1986e), «Science and Civilization in China: Volume 5, Chemistry and Chemical Technology, Part 4, Spagyrical Discovery and Invention: Apparatus, Theories and Gifts», Taipei: Caves Books
- Nishijima, Sadao (1986), "The Economic and Social History of Former Han", in Twitchett, Denis & Loewe, Michael, «Cambridge History of China: Volume I: the Ch'in and Han Empires, 221 B.C. – A.D. 220», Cambridge: Cambridge University Press, сс. 545–607, ISBN 0-521-24327-0
- Pan, Jixing (1997), "«On the Origin of Printing in the Light of New Archaeological Discoveries»", Chinese Science Bulletin Т. 42 (12): 976–981, ISSN 1001-6538, DOI 10.1007/BF02882611
- Reed, Carrie E. (January–March 2003), "«Motivation and Meaning of a 'Hodge-podge': Duan Chengshi's 'Youyang zazu'»", Journal of the American Oriental Society: 121–145
- Reischauer, Edwin O. (1940), "«Notes on T'ang Dynasty Sea Routes»", Harvard Journal of Asiatic Studies Т. 5 (2): 142–164, DOI 10.2307/2718022
- Richardson, H. E. (1985), «A Corpus of Early Tibetan Inscriptions», Hertford: Stephen Austin and Sons
- Schafer, Edward H. (1985), «The Golden Peaches of Samarkand: A study of T’ang Exotics» (1st paperback ed.), Berkeley and Los Angeles: University of California Press, ISBN 0-520-05462-8
- Sen, Tansen (2003), «Buddhism, Diplomacy, and Trade: The Realignment of Sino-Indian Relations, 600–1400», Manoa: Asian Interactions and Comparisons, a joint publication of the University of Hawaii Press and the Association for Asian Studies, ISBN 0-8248-2593-4
- Shen, Fuwei (1996), «Cultural flow between China and the outside world», Beijing: Foreign Languages Press, ISBN 7-119-00431-X
- Skaff Jonathan Karem. Military Culture in Imperial China / Nicola Di Cosmo. — Harvard University Press, 2009. — ISBN 978-0-674-03109-8.
- Song, Yingxing (1966), «T'ien-Kung K'ai-Wu: Chinese Technology in the Seventeenth Century», University Park: Pennsylvania State University Press
- Stein, R. A. (1972), «Tibetan Civilization» (1st English ed.), Stanford: Stanford University Press, ISBN 0-8047-0806-1
- Steinhardt, Nancy Shatzman (2004), "«The Tang Architectural Icon and the Politics of Chinese Architectural History»", The Art Bulletin Т. 86 (2): 228–254, DOI 10.2307/3177416
- Studwell, Joe (2003), «The China Dream: The Quest for the Last Great Untapped Market on Earth», New York: Grove Press, ISBN 0-8021-3975-2
- Sun, Guangqi (1989), «History of Navigation in Ancient China», Beijing: Ocean Press, ISBN 7-5027-0532-5
- Tang, Zhiba (1991), «The influence of the sail on the development of the ancient navy»
- Temple, Robert (1986), «The Genius of China: 3,000 Years of Science, Discovery, and Invention», New York: Simon and Schuster, ISBN 0-671-62028-2
- Twitchett, Denis (2000), "Tibet in Tang's Grand Strategy", in van de Ven, Hans, «Warfare in Chinese History», Leiden: Koninklijke Brill, сс. 106–179, ISBN 90-04-11774-1
- Wang, Yongxing (2003), «Draft Discussion of Early Tang Dynasty's Military Affairs History», Beijing: Kunlun Press, ISBN 7-80040-669-5
- Whitfield, Susan (2004), «The Silk Road: Trade, Travel, War and Faith», Chicago: Serindia, ISBN 978-1-932476-13-2
- Wood, Nigel (1999), «Chinese Glazes: Their Origins, Chemistry, and Recreation», Philadelphia: University of Pennsylvania Press, ISBN 0-8122-3476-6
- Woods, Frances (1996), «Did Marco Polo go to China?», United States: Westview Press, ISBN 0-8133-8999-2
- Wong, Timothy C. (1979), "«Self and Society in Tang Dynasty Love Tales»", Journal of the American Oriental Society Т. 99 (1): 95–100, DOI 10.2307/598956
- Wright, Arthur F. (1959), «Buddhism in Chinese History», Stanford: Stanford University Press
- Xi, Zezong (1981), "«Chinese Studies in the History of Astronomy, 1949–1979»", Isis Т. 72 (3): 456–470, DOI 10.1086/352793
- Xu, Daoxun (1993), «The Biography of Tang Xuanzong», Beijing: People's Press, ISBN 7-01-001210-5
- Xue, Zongzheng (1992), «Turkic peoples (突厥史)», Beijing: 中国社会科学出版社, ISBN 7-5004-0432-8
- Yu, Pauline (December 1998), "Charting the Landscape of Chinese Poetry", «Chinese Literature: Essays, Articles, Reviews (CLEAR)», сс. 71–87