Ракета

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Раке́та (итал. rocchetta — бәләкәй орсоҡ нем. Rakete йәки нидерл. raket) — тирә-яҡ мөхит матдәләрен файҙаланмайынса, арауыҡта, үҙ массаһын сарыф итеп, реактив тартыу көсө иҫәбенә хәрәкәт итеүсе осоу аппараты. Ракетаға осоу өсөн әйләнә тирәлә һауа йәки газ мөхите кәрәк түгел, шуға күрә осоу атмосферала ғына түгел, вакуумда ла осорға мөмкин. Ракета тип байрам петардаларынан алым космос ракета-ташыусыларын атауҙар.

Ракета моделен осороу

Хәрби технологияла ракета тип, ҡағиҙә булараҡ, алыҫтағы сәпте тар-мар итеү өсөн реактив хәрәкәт итеүсе пилотһыҙ осоусо аппараттарын атайҙар. Ҡораллы көстәрҙә ракета ҡоралын ҡулланыусы ракета ғәскәрҙәре барлыҡҡа килде.

Күпселек тарихсылар ракетаны уйлап табыуҙа Ҡытай династияһы Хан (Б.Э.Т 206 йыл — Б.Э 220 йыл) ваҡыта менән бәйләй. Дары уйлап табылғас, уны фейерверк һәм күңел асыуҙа ҡуллана башлайҙар. Дары шартлаған ваҡыттағы көс төрлө әйберҙәрҙе күсерергә һәләтле була. Һыңараҡ был принцип нигеҙендә пушка һәм мушкеттар эшләйҙәр. Снарядтарҙы, дары заряды иҫәбенә, алыҫҡа осорорға мөмкин булған. Әммә был снарядтар ракета түгел, сөнки уларҙың үҙ яғыулыҡ запасы булмай. Улар артабан ракета уйлап табыуға этәргес бирә. Тарихи яҙмаларҙағы «утлы уҡтар» ысын ракета була. Уҡҡа ҡағыҙҙан эшленгән торба беркетәләр. Эсенә дары тултаралар, артҡы өлөшөн генә яндырыу өсөн асыҡ ҡалдыралар. Зарядты янырып, уҡта атып ебәрәләр. Бындай уҡтар диңгеҙ суднолары һәм кавалерияға ҡаршы һуғышта ҡулланылған.

Циолковский К.Э. ракета хәрәкәте теорияһы өҫтөндә эшләй. Ул ракета өсөн кислород һәм водород яғыулығын ҡулланыу иң отошло ысул тип иҫәпләй. 1903 йылда планета ара осошто проектлай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ракета // Космонавтика : Маленькая энциклопедия ; Главный редактор В.П. Глушко. 2-е издание, дополнительное — Москва: «Советская энциклопедия», 1970 — C. 372