Һуғышыусы батшалыҡтар осоро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һуғышыусы батшалыҡтар осоро
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Чжаньго цэ[d]
Урын Ҡытай цивилизацияһы[d]
Алдағы Яҙҙар Һәм Көҙҙәр дәүере
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Цинь (династия)
Башланыу датаһы б. э. т. 476
Тамамланыу датаһы б. э. т. 221
 Һуғышыусы батшалыҡтар осоро Викимилектә
Ҡытай Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда (б. э. т. 260 йылға тиклем)

Һуғышыусы батшалыҡтар осоро (ҡыт. ғәҙәти 戰國時代, ябайл. 战国时代, пиньин: Zhànguó Shídài, палл.: Чжаньго шидай) (ҡытайса 戰國時代|战国时代 пинь-инь йәки романлаштырыу — Zhànguó Shídài паллада. Чжаньго шидать) — Ҡытай тарихының б. э. т. V быуаттан алып б. э. т. 221 йылда императоры Цинь Шихуанди Ҡытайҙы берләштергәнгә тиклемге осоро. Ул Яҙ һәм Көҙ (Чуньцю) осорҙарынан һуң килә һәм, Чжоу династияһы б. э. т. 256 йылда, Цинь империяһы төҙөлөрҙән 35 йыл алда һәм был осор тамамланғанға тиклем, йәшәүҙән туҡтаһа ла, Көнсығыш Чжоу династияһы хакимлығының өлөшө һанала.

Был осор, беренсе сиратта, «Һуғышыусы батшалыҡтар стратегияһының» («Стратегии сражающихся царств») һуңыраҡ яҙылған хроникаһында тасуирлана (ҡытай 戰國策|战国策 пиньинь Zhàn Guó Cè паллада транскрипция системаһы — ҡытай телендәге яҙыуҙы кириллицала биреү — Чжаньгоцэ). Хроникалар Цзочжуан кеүек бик ентекле түгел, шуға күрә был осор тураһында Яҙҙар һәм Көҙҙәргә ҡарағанда аҙыраҡ билдәле.

Әгәр элекке осорҙа батшалыҡтар Чжоу йортоноң формаль хакимлығын танып, «цивилизациялы илдәрҙе» (башында Чжоу йорто тора) «варварвар» мөхитенән яҡлап сығыш яһаһаһа, был осорҙа Чжоу үҙәк батшалығының йоғонтоһо шул тиклем кәмегән, хатта иғтибарҙан ситтә ҡала башлаған.

Чжаньго осоро башланыуға ҡарата тарихсылар араһында ике фекер бар. Берәүҙәр Чуньцю һәм Цзочжуань йылъяҙмаларыныың туҡталыуы Конфуция вафат булғандан һуң — б. э. т. яҡынса 475 йыл, икенселәре б. э. т. 403 йылдан алып, көслө Цзинь батшалығының тулыһынса өс өлөшкә — Хань, Чжао и Вэй — тарҡалыуы осорона тура килә.

Чжаньго осоронда ҙур батшалыҡтар бәләкәй батшаларҙы яулап алған, күләмдәре ҙурайып, үҙенең хакимы (һуңыраҡ — ван) тирәләй Чжоу һарайындағына оҡшатып формалашҡан. Әгәр ҙә Чуньцю йәғни Яҙҙар һәм Көҙҙәр осоронда боронғо кәм тигәндә 148 дәүләт иҫәпләнһә, Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда күп йылдар буйына алып барылған баҫып алынған һуғыштарынан һуң, улар ун тапҡырға кәмерәк ҡалған. Улар араһында «ете иң көслө» айырылып торған (ҡыт. ғәҙәти 戰國七雄, ябайл. 战国七雄, пиньин: Zhànguó Qīxióng, палл.: Чжаньго цисюн), ете гегемон: Чу (楚), Хань (韩), Ци (齐), Цинь (秦), Вэй (魏), Янь (燕), Чжао (赵). Башҡа батшалыҡтарҙан иң көслөләре Шу, Сун, Юэ булған. Ете батшалыҡ хакимы б. э. т. 335 й. һуң, үҙҙәренә элекке гун (公, кенәз) титулы урынына ван (王, батша) титулын үҙләштергән, шул арҡала Чжоу батшалығы ваны хатта номиналь рәүештә элекке власын һәм йоғонтоһон юғалтҡан.

Чжаньго осоро социаль, сәйәси һәм иҡтисади өлкәләрҙә киҫкен үҙгәрештәр, ошоға реакция булараҡ, фекерләү традицияһының көслө шартлауы менән характерлана. Төп үҙгәрештәр араһында урбанизация кимәленең артыуын, тимер эш ҡоралдарының барлыҡҡа килеүен һәм индерелеүен, һөҙөмтәлә, крәҫтиәндәрҙең һәм һөнәрселәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеге артыуын, армия структураһындағы үҙгәрештәрҙе — һуғыш арбаларына һәм ҙур булмаған батша дружинаһына эйә аристократияны рекруттарҙан йәки күп кешенән торған ҙур армиялар менән алмаштырыуҙы билдәләргә кәрәк. Был үҙгәрештәр, үҙ сиратында, күләмлерәк алыштарға һәм ҡорбандарға, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең үҫешенә һәм баҙарҙарҙың барлыҡҡа килеүенә, элек аҙ үҙләштерелгән төбәктәрҙә халыҡтың күбәйеүенә һәм күп һанлы эре масштаблы һуғыштар һәм алыштарҙа сағылған бик киҫкен сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа килтерә (мәҫәлән, б. э. т. 260 йылда Чанпин эргәһендәге һуғыш).

Философия мәктәптәре араһында был осорҙағы төп ағымдар: конфуцианлыҡ (төп вәкилдәре — Мэн-цзы һәм Сюнь-цзы), моизм (Мо-цзы), легизм (Шан Ян, Хань Фэй, Ли Сы), даосизм, инь ян цзя (натурфилософтар мәктәбе), бин-цзя (хәрбиҙәр мәктәбе), нун-цзя (игенселәләр мәктәбе).

Цзинь батшалығының тарҡалыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғышыусы батшалыҡтар б. э. т. 350 йылда

Яҙҙар һәм Көҙҙәр осоронда Цзинь батшалығы (晉) ҡытайҙарҙа иң ҡеүәтлеһе булған, әммә шул осор аҙағына, үҙ-ара низағтар арҡаһында, уның ҡеүәте кәмегән. Сюзерендың теләген асыҡтан-асыҡ һанға һуҡмаған аристократик ырыуҙарҙың көсәйеүе сәбәпле, Цзинь хакимы һәр төрлө хакимлыҡты һәм батшалыҡты юғалта һәм «алты ырыуҙан алты министр» (六卿) батшалыҡ менән идара итә башлай. Б. э. т. 498 йылда фетнә башлаған Фань һәм Чжунхан кландарын бөтөргәндән һуң, уларҙың дүрт нәҫеле: Чжи (智), Вэй (魏), Чжао (趙) и Хань (韓) үҙ көсөн һаҡлап ҡалған; улар араһында Чжи өҫтөнлөк иткән. Б. э. т. 454 йылда Чжи кланы башлығы Бо Яо (智伯瑤, Zhi Bo Yao) ҡалған өс ырыуҙан үҙҙәренә фетнә күтәргән ырыу башлыҡтары ерҙәрен бүлгәндә бирелгән ерҙәрен уға тапшырыуҙы талап иткән. Вэй менән Хань тыңлашмауға бармай, ә Чжао кланы баш тарта. Шунан Чжи кланы, Вэй менән Ханьды үҙенә ҡушылырға мәжбүр итеп, Цзиньянда Чжао кланын ҡамай. Әммә Чжао нәҫелен тамырынан ҡорота алмайҙар: Вэй менән Хань, уның ярһыу һәм ҡанһыҙлығы арҡаһында, уға ышанмай һәм йәшерен рәүештә Чжао менән сепарат килешеүе төҙөй. Б. э. т. 453 йылдың 8 майында Чжао, Вэй һәм Хань кландарының берләшкән көстәре көтмәгәндә Чжи кланына һөжүм итеп, уны бөтөнләй юҡ иткән. Юҡ ителгән кландың ерҙәре өс еңеүсе клан араһында тигеҙ өлөштәргә бүленгән. Был ҡасандыр ҡеүәтле Цзинь батшалығының емерелеүе ине.

Б. э. т. 403 й., Цзинь исемле өс нәҫел өс дәүләткә бүлеү тураһында һөйләшкәндән һуң, юридик яҡтан рәсмиләштерелә. Ҡытай тарихындағы ошо иң ҙур ваҡиғаны «Өс ғаилә Цзинде бүлеште» («Три семьи разделили Цзинь») (三家分晉) тип атала. Өс батшалыҡ хакимдары Хань, Чжао һәм Вэй хоу дәрәжәһен (侯) алған, ә өс яңы дәүләт «өс Цзинь» (三晉 — «Сань-Цзинь») тип атала башлаған. Б. э. т. 376 й. тиклем Цзинь дәүләте формаль рәүештә ҙур булмаған территорияла урынлашҡан булған, һуңынан ул өс дәүләт — Хань, Чжао һәм Вэй дәүләттәре араһында бүленгән.

Ҡытайҙың Кембридж тарихы (1:22, Дерк Бодде т.) б. э. т. 403 йыл — Һуғышыусы батшалыҡтарҙың башланған көнө тип аңлатыла.

Ци батшалығында түңкәрелеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. 389 йылда Ци батшалығы власын Тянь нәҫеле (田) баҫып алған, өҫтәүенә, яңы идарасы кенәз (гун) дәрәжәһенә эйә булған. Цзян нәҫеленең (姜) әүәлге башлығы б. э. т. 379 йылға тиклем ҙур булмаған территорияла власты тотоп ҡалырға маташҡан, ләкин һуңынан Тянь ырыуына буйһонорға мәжбүр булған.

Ци, Цинь һәм өс Цзинь батшалыҡтарының көрәше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефриттан ҡырҡып алынған аждаһа, һуғышыусы батшалар осорондағы кейем-һалым предметы

Б. э. т. 371 йылда Чжаньго осоро Вэй батшалығы хакимы У-хоу, вариҫын билдәләмәйенсә, вафат була. Вэй батшалығы мираҫы өсөн һуғыш башлана. Чжао менән Хань батшалыҡтары походҡа сыға, ләкин һуңынан аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында ғәскәрҙәрен алып китә, һәм тәхетте, һуңыраҡ үҙен ван тип иғлан итеүсе У-Хоуҙың улы баҫып ала, һәм ул Вэй Хуэй-ван булып тарихҡа инә.

Б. э. т. 354 йылда Вэйҙың Хуэй-ваны Чжао батшалығына һөжүм иткән. Ҡайһы бер тарихсылар быны Чжаоның Вэй батшалығына элекке баҫып инеүе өсөн үс алыу, тип һанай. Б. э. т. 353 й. Чжао ауыр еңелеүгә дусар ителә, һәм Вэй ғәскәре Ханьданға (邯鄲), Чжао дәүләтенең баш ҡалаһына, инә. Әммә был ваҡытта һуғышҡа, Чжаоны ҡотҡарырға тырышҡандан түгел, ә Чжао биләмәһен яулағандан һуң Вэйҙың сиктән тыш көсәйеүенән ҡурҡып, һуғышҡа күрше Ци батшалығы инә. Ци батшалығында хәрби хәрәкәттәр стратегияһы менән полководец Сунь Бинь (孫臏), Сунь-цзы тоҡомо вәкиле, шөғөлләнә.

Ул, Вей ғәскәрҙәре Чжаола булғанда, Вэй батшалығының яҡлауһыҙ ҡалған төп биләмәһенә баҫып инергә һәм шуның менән Бэй батшалығы ғәскәрҙәрен баҫып алынған чжао ерҙәренән сигенергә мәжбүр итергә тигән тәҡдим индергән. Вэй армияһы, үҙ батшалығын яҡлар өсөн, Чжаонан сигенә башлағас, Ци армияһы маршта бик арыған Вэй ғәскәренә боҫҡон (засада) ойоштора. Һөҙөмтәлә Гуйлин (Battle of Guiling) янындағы алышта Вэй ғәскәре ҡаты еңелә (Хэнань провинцияһындағы хәҙерге Чанъюань). Был ваҡиғаларҙан ҡытай телендә 圍魏救趙 — «Чжаоны ҡотҡарыр өсөн Вэйҙы уратып алыу» тигән әйтем һаҡланған, был «дошмандың бирешерлек еренә һуғыу» тигәнде аңлата.

Б. э. т. 341 йылда Вэй дәүләте Хань батшалығына һөжүм иткән, ләкин Ци батшалығы ҡабат ҡыҫылған, ике полководец йәнә һуғыш яланында осрашҡан һәм Сунь Бинь йәнә уйланылған стратегия (Малина янындағы һуғыш 馬陵之戰) иҫәбенә еңеү яулаған.

Цин батшалығы, үҙенең Ци батшалығынан еңелеүҙәр серияһынан һуң Вэй батшалығының көсһөҙләнеүенән файҙаланып, б. э. т. 340 йылда башҡа фронттан Вэйға һөжүм иткәс, Вэй батшалығының хәле тағы ла ҡатмарлашҡан. Цинь ғәскәрен билдәле министр-реформатор Шан Ян етәкләгән. Бәйем тағы бер тапҡыр еңелде, һәм Цинь батшалығы биләмәһен байтаҡҡа киңәйтте. Вэй батшалығы тағы еңелә, һәм Цинь үҙенең сиктәрен киңәйтә. Вэй баш ҡалаһы Аньи хәүеф аҫтында ҡалғанлыҡтан, вейҙар баш ҡаланы Далянаға (КайфыН) күсерергә мәжбүр була.

Ошо ваҡиғаларҙан һуң Вэй батшалығы һүлпәнәйгән, һәм Ҡытайҙа Ци һәм Цинь батшалыҡтары өҫтөнлөк итә башлаған.

Цинь батшалығында Шан Ян реформалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. яҡынса 359 йылда Цинь батшалығы министры итеп тәғәйенләнгән Шан Ян (商鞅) уңышлы сәйәси һәм иҡтисади реформалар серияһын башлаған. Был үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә Цинь батшалығы ҡытайҙарҙың иң көслө батшалыҡтарының береһенә әйләнгән. Тап Шан Яндың реформалары арҡаһында Цинь батшалығы ҡытайҙарҙа өҫтөнлөк алған, ә һуңынан башҡа бөтә батшалыҡтарҙы яулап, үҙ власы аҫтында бөтә Ҡытайҙы берләштерә алған, тип иҫәпләнә.

Хакимдарҙы ван титулы менән атауҙы иғлан итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. 334 йылда Вэй һәм Ци батшалыҡтары, Чжоу батшалығында үҙәк хакимдың көсһөҙлөгөн танып, бер — береһен батша (үҙҙәренә ван дәрәжәһен — 王 биреп) тип таныған. Чу батшалығы хакимы үҙен Чуньцю осоронда уҡ ван тип иғлан иткән.

Ошо мәлдән башҡа удел биләмәләре кенәздәре лә үҙҙәрен ван тип иғлан итә башлаған, шунан һуң Чжоу династияһы хатта номиналь өҫтөнлөктәрен дә юғалтҡан.

Һуғышыусы батшалыҡтар осорондағы алтын һәм көмөш инкрустациялы бронза ҡорбан килтереү өсаяғы — «дин»

Б. э. т. 324 йылда Цинь батшалығы хөкөмдары үҙен ван тип иғлан иткән[1].

Б. э. т. 323 йылда Хань батшалығы идарасыһы үҙен ван тип иғлан иткән.

Б. э. т. 318 йылда бәләкәй батшалыҡ Сун хакимы үҙен ван тип иғлан иткән.

Б. э. т. 299 йылда Чжао батшалығының башлығы иң һуңғыһы булып үҙен ван тип иғлан иткән.

Был ваҡиғалар ван титулының дәрәжәһен төшөргән, ул батша хакимлығынан идаралыҡҡа эйә зат титулына әйләнгән. Ҡытайҙың артабанғы феодаль тарихында был титул яҡынса принц, герцог йәки кенәз дәрәжәһенә тап килә.

Чу батшалығының экспансияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чжаньго осороноң башында Чу батшалығының ҡеүәте арта. Был батшалыҡ бигерәк тә б. э. т. 389 й. данлыҡлы реформатор Ци Ци (吳起) беренсе министры итеп тәғәйенләнгәндән һуң нығына.

Б. э. т. 334 йылда Юэ батшалығы Ци батшалығына һөжүм итергә йыйынған, әммә Ци Юэ батшаһын батшаны Чу батшалығына ҡаршы поход менән барырға күндергән. Юэ батшалығы Чу башалығына һөжүм иткән, ләкин Чу батшалығы Юэ илен төҙәлмәәҫлек емерә. Бынан һуң Чу ғәскәрҙәре, үҙ батшалығының территорияһын һиҙелерлек киңәйтеп, Юэ ерҙәрен диңгеҙгә тиклем баҫып ала.

Цинь батшалығының ҡеүәте үҫеүе һәм Бөйөк Стратегиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. э. т. IV—III быуаттарҙа Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда батшалыҡта үткәрелгән кардиналь легистик реформалар һөҙөмтәһендә Цин батшалығы ҡеүәтенең тайпылышһыҙ үҫеүе төп сәйәси фактор булған. Цин батшалығы башҡа батшалыҡтарҙан өҫтөн булыуы күҙгә күренеп торған. Ул саҡта хәрби союздарҙың ике стратегияһы билдәләнә: вертикаль буйынса (ҡыт. ғәҙәти 合縱, ябайл. 合纵, пиньин: hézòng, палл.: хэцзун) (алыҫтағы дәүәттәр менән) һәм горизонталь буйынса (ҡыт. ғәҙәти 連橫, ябайл. 连横 , пиньин: liánhéng, палл.: ляньхэн) (күршеләре менән). Тәүҙә вертикаль буйынса союздар еңеүгә алып барған, әммә һуңынан Цинь горизонталь буйынса пакт стратегияларын уңышлы ҡуллана башлаған һәм башҡа батшалыҡтарҙы бер-бер артлы еңә барған.

Б. э. т. 316 йылда Цинь территория буйынса ҙур, әммә хәрби яҡтан көсһөҙ Ба һәм Шу батшалыҡтарын ҡыйратты. Ошо ваҡиғаларҙың һөҙөмтәһендә Цинь батшалығы территорияһы, Чу батшалығы менән тигеҙләшеп, ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Б. э. т. 293 йылда Ицюэ янында һуғыш була, унда Цинь батшалығы Хань менән Вэйҙың берләшкән көстәрен ҡыйрата. Был һуғыштан һуң Вэй менән Хань һиҙелерлек хәлһеҙләнә, һәм Цинь батшалығының өҫтөнлөгөнә юл асыла.

Б. э. т. 284 йылда үҙенең күршеләренә даими һөжүм итеүсе Ци батшалығы Янь батшалығынан Юэ И етәкселек иткән 6 батшалыҡ (Чжао, Чу, Хань, Вэй, Цинь һәм Янь) коалицияһы баҫымы аҫтында саҡ һәләк булмай ҡала[2]. Ци генералы Тянь Дань, дәүләтте аяҡҡа баҫтырып, юғалған ерҙәрен кире ҡайтара алһа ла, Ци батшалығының ҡеүәте мәңгегә емерелә. Бер үк ваҡытта көрәш барышында коалиция үҙәгендә торған, әммә Ци тар-мар ителгәндән һуң, союздаштары яңғыҙ ҡалдырған Янь батшалығы ла ҡаҡшаған һәм көсһөҙләнгән.

Б. э. т. 278 й. Цинь батшалығы Чу батшалығына һөжүм итә һәм уның баш ҡалаһы Инды баҫып ала, өҫтәүенә Чу батшаһы Шоучунь ҡалаһына сигенергә мәжбүр була. Чу батшалығының ҡеүәте ҡаҡшаған, ләкин 50 йылдан һуң Чу йәнә етди көскә эйә булып, Цинь батшалығына ҡаршылыҡ ойошторорға маташҡан.

Б.э.т. 260 й. Ҡытай тарихындағы Цинь менән Чжао араһында Чанпин эргәһендәге иң ҙур һуғыш була. Чжаоның ғәскәре ҡамауға алынған һәм 46 көнлөк аслыҡ ҡамауынан һуң бирелгән. Әсирлеккә алынған кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итеүенә ҡарамаҫтан, цинь полководецы Бай Ци әсирлеккә төшкән 400 000 чжао яугирен тере килеш ергә күмергә бойороҡ бирә. Һуғышты ике яҡ та ауыр кисергән, ләкин Чжао емергес эҙемтәгә дусар ителгән, шунлыҡтан ул ҡабат аяҡҡа баҫа алмаған.

Ярты быуат дауамында барған уңышлы һуғыштар Цинь батшалығының ҡытай батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итә башлауына килтергән.

Цинь бпатшалығының бөтә Ҡытайҙы тотош яулауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.э.т. 230 йылда Цинь Ханьды яулай.

Б. э. т. 228 йылда Цинь Чжаоны яулай.

Б. э. т. 225 йылда Цинь Вэйҙы яулай.

Б. э. т. 223 йылда Цинь Чуны яулай.

Б. э. т. 222 йылда Цинь Яньды яуланы.

Б. э. т. 221 йылда Цин Ци батшалығын яулай. Шул рәүешле Ҡытайҙы берләштереү тормошҡа ашырыла.

Чжаньго осоронда фән һәм мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул осорҙа Ҡытайға байтаҡ әҫәрҙәрен ҡалдырған бик күп ғалимдар, фәйләсуфтар, аҡыл эйәләре, стратегтар барлыҡҡа килә. Дөйөм ҡытай мәҙәниәте киңлегенә быға тиклем вәхши тип һаналған, атап әйткәндә, Шу менән Юэ батшалыҡтары, үтеп инә.

Хәрби эш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғышҡан батшалыҡтар осоронда ҡоралдың да, хәрби фәндең дә етди яңырыуы барған. Бронза ҡоралдар һәм кейем-һалым яйлап тимерҙән эшләнгәне менән алмаштырылған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡытай яугирҙәренең ҡоралдары ҡайһы бер сәбәптәр буйынса башлыса бронза булған.[3]. Йәйәүле ғәскәрҙең һуғыш ҡоралдары — секиралар, алебардтар, гэ клевцылары, мао һөңгөләре, пи ассегайҙары, цзи трезубецтары, шу хәрби ҡолғалары һәм башҡа бик күп ҡоралдары булған. Хәрби аттар өсөн махсус һуғыш кейемдәрен индереп, һаҡлаусы ҡорал комплекстары камиллаштырылған. Арбалет киң таралыу ала. Бындай арбалеттан сығарылған уҡ теләһә ниндәй һуғыш кейемен дә аша тишә алған.[4]

Янь батшалығынан бронза хәрби торҡа

Осор башында хәрби арбалар киң ҡулланыла башлай. Чжао батшаһы Улин-ван б. э. т. 307 йылда беренсе тапҡыр иленә һөжүм иткән төньяҡ ху ҡәбиләләренән отоп алған атҡа егелгән һуғыш арбаларын ҡулланған. Ул шулай уҡ, ҡытай мәҙәниәтенән баш тартыу һәм ҡырағайлыҡҡа һәм вәхшилеккә төшөү тип аңлатҡан аристократтарҙың ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, яугирҙәр өсөн ҡыҫҡа курткаларҙы файҙаланыуға индергән. Һыбайлылар тиҙ арала һуғыш хәрәкәттәрендә өҫтөнлөктәрен күрһәткән, бынан һуң башҡа батшалыҡтар ҙа атлы ғәскәргә эйә булған.

Һуғышҡан батшалыҡ дәүерендә башлыса кавалеристарҙың оҙайлы күнекмәләре талап ителгән һуғыштарҙа атлы ғәскәр ҡулланылмаған, ә XVII—XIX быуаттағы европа драгундары һымаҡ, йәйәүле яугирҙарҙы тиҙ генә бер яу яланынан икенсеһенә күсереү маҡсатында ҡулланылған, тип күҙаллана. Етерлек тәжрибәтуплаған күсмә халыҡтарҙан ялланған атлыларға был ҡағылмай.[5] Һыбайлы ғәскәр индергәндән һуң, хәрби арбаларҙы файҙаланыу юғалмаған: 1980 йылда император Цинь Шихуандиҙың ҡәберлеген ҡаҙғанда 300-ҙән ашыу деталдән торған ике бронза арба табылған.

Хәрби ҡоралланыуға ҡағылған бөтә төр яңылыҡтарға ҡарамаҫтан, Һуғышыусы батшалыҡтар дәүерендә яу яланында пехота төп көс булып ҡалған, сөнки халыҡ тығыҙ йәшәгән Ҡытайҙа ат үрсетеү өсөн көтөүлектәр етмәгән, ә хәрби арбалар бик ҡиммәт торған. Яҙма сығанаҡтарға һәм археология мәғлүмәттәренә ярашлы, 100 йәйәүле һалдатҡа 1-2 генә кавалерист тура килгән. Мәҫәлән, яҙма сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Вэй (Чжаньго) батшалығында 700 мең яугирҙең 5 меңе генә атлы булған. Цинь Шихуандың ҡәберлеген ҡаҙыу ҙа шундай уҡ нисбәт бирә: 8 000 һалдаттан 116-һы ғына һыбайлылар өлөшөнә тура килә (1,5%-тан кәмерәк). Бынан сығып, ошо дәүерҙә атлыларҙың йәйәүле ғәскәргә ҡарата ярҙамсы роль уйнауы тураһында һығымта яһала.

«Һуғышыусы батшалыҡтар» осороноң бер тимер һәм ике бронза ҡылысы

Йылғаларҙа һыуҙа хәрби хәрәкәттәр яһау, шулай уҡ ғәскәрҙәрҙе күпләп аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн бик күп ишкәкле суднолар файҙаланылған. Армиялар һаны күп тапҡырға артҡан, бер нисә йөҙ мең кешенән торған ғәскәрҙәр менән операциялар ойоштороу, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙе тәьмин итеү, мал аҙығы әҙерләү һәм тыл яғынан ярҙам итеү тәжрибәһе барлыҡҡа килгән. Иң ҡеүәтле батшалыҡтарҙың армиялары һаны, әгәр боронғо ҡытай йылъяҙмаларына ышанһаҡ, 600 мең кешегә еткән, быға Европа 2000 йылдан һуң, индустриаль эра башында ғына, өлгәшә алған. Ахыр сиктә, Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда, мәсьәлә бер йәки бер нисә һуғышта хәл ителгән элекке һуғыштарҙан айырмалы рәүештә, һуғыштар тоталь характер алған һәм йылдар буйына дауам иткән.

Был дәүерҙең хәрби теоретиктары беҙҙең көндәргә тиклем әһәмиәтен юғалтмаған тактика һәм стратегия буйынса күп хеҙмәттәр ҡалдырған. Боронғо ҡытай тарихсылары һөйләүенсә, Һуғышыусы батшалыҡтар осоронда, шул иҫәптән капиталь ҡәлғәләр, ялан нығытмалары төҙөүгә өлгәшкән фортификация сәнғәте үҫешкән бул. Цинь батшалығы Ҡытайҙы берләштергәндән һуң, император ҡушыуы буйынса, фетнәләргә юл ҡуймаҫ өсөн, Күк фйөҙө аҫты (Поднебесная) эсендәге бөтә нығытмалар һәм ҡәлғәләр емерелә. Әммә төньяҡтан күсмә халыҡтар һөжүменән ҡурсалаған стеналар һаҡланып ҡына ҡалмаған, көсәйтелгән һәм яңы участкалар менән тулыландырылған. Шулай итеп Бөйөк ҡытай стенаһы төҙөлгән.

Металлургия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи сығанаҡтарҙа: Цзо Чжуань йылъяҙмаһында б. э. т. 513 йылда Цзинь батшалығында тулыһынса тимер үҙләштерелеүен күрһәткән ҡануниәт тексы яҙылған тимер өсаяҡ ҡойолған, тип хәбәр ителгән. Әгәр элек тимерҙе төрәндәр һәм примитив көрәктәр кеүек ауыл хужалығы ҡоралдары эшләү өсөн генә яраҡлы тупаҫ металл тип иҫәпләһәләр, Чжаньго осоронда тимер бик киң ҡулланыла башлаған. «Тимер революция» була, тимер бөтә ерҙә лә индерелә, тимер эш ҡоралдары тулыһынса тиерлек бронзаны алмаштыра. Боронғо ҡытай металлургтары суйынға ҙурыраҡ һығылмалылыҡ биреү һәм шулай уҡ еңел сүкелә торған суйын алыу ысулдарын асҡандан һуң, был мөмкин булған.

Был ваҡытта ҡытай металлургтары элекке «ҡаты металдан» төрлө тәғәйенләнештәге әйберҙәр, урман киҫеүселәрҙең балталарынан башлап ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте ҡоралдарына (беҙ һәм энә) тиклем яһарға өйрәнде, шул рәүешле улар сағыштырмаса һирәк осраусы һәм шуның өсөн ҡиммәтле бронзаны алмаштыра алды. «Һуғышыусы батшалыҡтар» осоронда тимер сағыштырмаса арзан һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ материалға әйләнгән. «Гуань-цзы» трактатының 72-се «Хәй-ван» бүлеге хәбәр итеүенсә, «һәр ҡатын-ҡыҙҙың энәһе һәм бысағы мотлаҡ була; һәр игенсенең лэй йәки сы (төрәндәр өсөн тимер осо), щулай уҡ урағы бар; һәр һөнәрсенең балтаһы һәм бысағы, беҙе, ҡасауы, бырауы бар».

Чжаньго осоронда ҡытайҙарҙа Европа металлургияһы ике мең йылдан һуң ғына барып еткән һауа өрҙөрөлгән домна мейестәре һәм вагранкалар булған. Металл изделиелар күпләп етештерелә башлаған: ҡытай археологы Хуа Цзюэминдың мәғлүмәттәре буйынса, б. э. т. 500 йылға Ҡытайҙа технологик яҡтан камил ысул, табын менән ҡойоу ысулы — бер үк ваҡытта күп яруслы формаларҙы металл менән ҡойоу байтаҡ һандағы бер төрлө изделиелар биргән ысул ҡулланылған. Ҡытай ҡойоусылары табын ҡойоу ысулы менән бер юлы бер нисә тәңкә серияһын, ат егеү кәрәк-ярағын, ҡамыт-дуға деталдәрен, йөк арбаһын һәм башҡа металл изделиеларын ҡоя алған. Был эшләнмәләрҙе бик күп күләмдә етештереү мөмкинлеген биргән. Кәрәк булғанда ҡойоуҙан алынған металл изделиелар, мәҫәлән, ҡылыс, балта, көрәк һәм башҡалар уларға кәрәкле форма һәм ныҡлыҡ биреү өсөн сүкеп эшкәртелгән. Шуға ҡарамаҫтан, күренекле инглиз синологы Джозеф Нидэм билдәләүенсә, боронғо Ҡытайҙа металл изделиеларҙың күп өлөшөн сүкемәгәндәр, ә ҡойғандар.[6][7]

Игенселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер башлы тартыу һөрөү ҡоралдарын киң ҡулланыу игенселек техникаһында ысын түңкәрелешкә килтерә. Бындай ҡоралдар ярҙамында һыубаҫар туғай ерҙәренән тыш, яр буйындағы бейек киртләстәрҙәге ҡаты тупраҡты ла эшкәртергә мөмкин булған. Металл ҡоралдарҙың таралыуы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығының етештереүсәнлеге һиҙелерлек артҡан, баҫыуҙарға һуғарыу өсөн күп каналдар һалынған һәм ер һөрөү өсөн ғәйәт ҙур майҙандар үҙләштерелгән. Сыма Цянь «Хэ цюй шу» («Йылғалар һәм каналдар тураһында») трактатында ул ваҡыттағы тиҫтәнән ашыу ҙур каналдарҙы һәм канал системаларын һанап үткән һәм бәләкәй каналдарҙы һанап сығыу мөмкин түгеллеген билдәләгән.[8]

Халыҡ һанының артыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо ҡытай сығанаҡтарында билдәләнгәнсә, тыуым юғары булған шарттарҙа ауыл хужалығы производствоһының күп тапҡыр үҫеше халыҡтың ғәйәт ҙур үҫешенә килтергән. «Чжаньго цэ» лә әйтелгәнсә, боронғо заманда хатта «ҙур ҡалаларҙа йәшәгән кешеләр һаны өс меңдән артмаған» булһа, б. э. т. V—III быуаттарҙа «ун мең ғаиләле ҡалалар шул тиклем күп булып киткән, хатта бер-береһенә бик яҡын торған». Халыҡтың үҫеше менән бергә ғәскәр һаны ла күп тапҡырға артҡан.

Фәлсәфәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чжаньго осоро "йөҙ ғалим мәктәбе"нең сәскә атыу осоро булараҡ билдәле. Был осорҙа конфуцианлыҡ (Мэн-цзы, Сюнь-цзы) классик даосизм (Чжуан-цзы), легизм (Хань Фэй), шулай уҡ моизм үҫешә. Интеллектуаль традицияларҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше күбеһенсә хөкүмәт ярҙамында атҡарылған: ҡағиҙә булараҡ, «ши» ҡатламына (士) ҡараған «сәфәр йөрөүсе фәйләсуфтар» конкурентлыҡ итеүсе батшаларҙың ихаталарына йәлеп ителгән. Улар күренекле вазифалар биләгән, хакимдарға дәүләт реформалары һәм шәхси камиллаштырыу программаларын тәҡдим иткән, хәҙерге сәйәсәтте тарихи һәм мифологик контекста тикшергән.

Ци батшалығында Цзися академияһы (稷下) һәм Цинь батшалығында Люй Бувэйҙың һарайы эргәһендәге ассамблея интеллектуалдарҙы йәлеп итеү буйынса иң ҙур проекттар булған. нтеллектуалдарға ярҙам күрһәткән Дәүерҙең дүрт хакимы Четыре правителя эпохи[en] (战国四公子) иң ҙур кимәлдә дан ҡаҙанған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Китайские царства эпохи Чжаньго

Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Ҡытай тарихы
Тарихҡа тиклемге Ҡытай
Өс хаким һәм биш император
Ся династияһы
Шан династияһы
Чжоу
Көнсығыш Чжоу Яҙҙар һәм Көҙҙәр
Һуғышыусы батшалыҡтар
Цинь династияһы
Чу династияһы — болалы ваҡыт
Хань Көнбайыш Хань
Синь: Ван Ман
Көнсығыш Хань
Өс батшалыҡ дәүере: Вэй, Шу, У
Көнбайыш Цзинь
Ун алты вәхши дәүләт Көнсығыш Цзинь
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар
Суй династияһы
Тан династияһы
Сун
Төньяҡ Сун
Көнбайыш Ся
Көньяҡ Сун