Цинь Ши Хуан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цинь Ши Хуан, Цинь династияһы башлығы, берләшкән Ҡытайҙың беренсе императоры

Цинь Шихуан-ди (ҡыт. ғәҙәти 秦始皇帝, , пиньин: Qín Shǐ Huáng-dì, һүҙмә-һүҙ: «Первый император Цинь»), ысын исеме Ин Чжэн (ҡыт. ғәҙәти 嬴政, , пиньин: Yíng Zhèng, б. э. т. 259—210 йй.) — Цинь батшалығы (б. э. т. 246 йй.) хакимы, Һуғышҡан Батшалыҡтарҙың оҙайлы эпохаларына сик һалыусы. Б. э. т. 221 йылда. Эске Ҡытайҙа хакимлыҡты тотошлайы менән үҙ ҡулына ала һәм тариҡа беренсе үҙәкләштерелгән ҡытай дәүләте хакимы булып инеп ҡала. Ул нигеҙ һалған Цинь династияһы, Ҡытай менән 10 меңдәрсә быуын дауамында хакимлыҡ итергә тейеш, тип планлаштырһа ла, үлеменә бер нисә йыл үтеү менән ҡолатыла.

Бала сағы, үҫмер осоро, йәшлеге (Цинь батшалығы ваны)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыумышы һәм тәхеткә ултырыуы, б. э. т. 258—246 йй.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ин Чжэн б. э. т. 259 йылда, Чжао кенәзлегенең баш ҡалаһы Ханьданда тыуған, атаһы Чжуансян-ван аманат (заложник) булған. Уның атаһы ван (хаким) ейәне булған, әммә түбән сығышлы кәнизәктән тыуған һәм тәхеткә өмөт тота алмаған. Люй Бувэй тигән сауҙагәр уға хакимлыҡҡа килергә ярҙам итергә һүҙ биргән.

Ин Чжэндың әсәһе лә кәнизәк булған, уны Чжуан Сянванға Люй Бувэей бүләк иткән. Килгәндә үк ауырлы булған тигән мәғлүмәт тә бар. Малайға Чжэн («беренсе») тип исем биргәндәр.

Ҡарт ван үлгәс, тәхет вариҫы Аньго бик әҙ генә идара итеп өлгөрә, Люй Бувэй төрлө хәйләләр менән Чжуансян-вандың тәхеткә ултырыуына өлгәшә. Әммә хаким булып, тәхеттә 3 йылдан да әҙерәк ултыра. Бынан һуң Ин Чжэн тәхеткә килә. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, (Сым Цянь быны раҫлай) Люй Бувэй — Чжэндың[1] ысын атаһы.

Был фекер 2000 йыл самаһы йәшәп килә, әммә профессорҙар Джон Кноблок һәм Джефри Ригель Люйша Чунцюның анналдарын өйрәнгәндә был императорҙың сығышын шик аҫтына ҡуйыр өсөн уйлап сығарылған ғәйбәт тип һанай.[2]

Люй Бувэйҙың регентлығы (б. э. т. 246—237 йй.).[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирригационные каналы Чжэн Го

Ин Чжэн ул саҡтағы иң ҡеүәтле Цинь батшалығы тәхетенә көтмәгәндә, 13 йәшендә килеп ултыра (б.э.т. 246 й.) . Премьер-министр Люй Бувэй уның ҡурсыусыһы (опекун) булып китә. Люй Бувэй ғалимдарҙы бик ярата, төрлө батшалыҡтарҙан меңдәрсә ғалим саҡыра, улар үҙ-ара бәхәстәр ҡороп, китаптар яҙа. Уның шундай эшмәкәрлеге арҡаһында данлыҡлы «Люйши чуньцю» энциклопедияһы яҙыла[3].

246 йылда Хань батшалығынан инженер Чжэн Го Шэньсиҙа 150 км оҙонлоғондағы ирригация каналы төҙөтә башлай. Канал ун йыл төҙөлә һәм 40,000 гектар һөрөнтө ерҙе һуғара һәм Цинь батшалығына иҡтисади үҫеш бирә[4].

Ин Чжэндың атаһы үлгәс, Люй Бувэй уның әсәһенең һөйәренә әйләнә, етмәһә, Лао Ай тигән алашар (евнух) бүләк итә. Әйтеүҙәренсә, ул алашар булмаған, ришүәт биреп, шундай ҡағыҙ алған[5].

Лао Ай бар эште үҙ ҡулына ала, Ин Чжэн үҙенә бала итеп ҡарауҙарын яратмай. 238 йылда бәлиғ була һәм хакимлыҡты үҙ ҡулына төшөрә. 238 йылда әсәһенең Лао Ай менән йәшәгәнен, унан йәшерен рәүештә ике бала тапҡанын ишетә. Уның береһен тәхеткә ултыртырға йыйынғандарын белә[5]. Был ваҡыт эсендә Лао Ай ялған дәүләт мөһөрөн эшләтә, ван һарайына һөжүм итергә ғәскәр йыя. Ин Чжэн кәңәшселәренә тиҙ арала ғәскәр йыйырға һәм Лао Айға ҡаршы ебәрергә ҡуша. Лао Ай, уның туғандары һәм арҡалаштары юҡ ителә, ғәскәре ҡыйратыла[6].

237 йылда Люй Бувэй Лао Ай менән бәйләнеше өсөн һөргөнгә ебәрелә, әммә юлда уҡ ул үҙенә ҡул һала. Ин Чжэна әсәһен дә һөргөнгә оҙаттыра, әммә кәңәшселәренең өгөтө менән кире ҡайтара[6].

Премьер-министр Ли Сы менән идара (б. э. т. 237—230 йй).[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Люй Бувэйҙан һуң премьер-министр булып легист Ли Сы тәғәйенләнә.

Ли Сы уны хаталы аҙымдарҙан тотоп ҡала.

Ли Сы йәш хакимға бик ныҡ йоғонто яһай, шуның өсөн Цинь имеперияһын туплаусы Ин Чжэн түгел, ә тап ул булған тигән фекер ҙә бар. Ли Сы хатта фекерҙәше Хань Фэйҙы ла үлемгә алып барып еткереүҙән тартынмай. (Хандең яҙмаларын уҡып, һуңынан , Ин Чжэн уны төрмәгә ебәргәненә бик үкенгән)

Ин Чжэн һәм Ли Сы көнсығышта һуғыштар алып бара һәм еңә. Хаким еңеү хаҡына бар ысулдарҙы — ришүәт, шымсылыҡ һ.б. — кәңәшселәренең фекерҙәрен дә файҙалана. Ли Сы беренсе урында була.

Ҡытайҙың берләшеүе (б. э. т. 230—221 йй.).[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сражающиеся царства в 260 году до н. э.

Ҡытай Цинь тоҡомо ҡулы аҫтына туплана башлай. Дәүләттең ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы бюрократияһы була.

32 йылда ул үҙе тыуған кенәзлекте яулай. Чжэн бер-бер артлы 6 дәүләтте яулап ала. 39 йәшендә Чжэн тарихта беренсе тапҡыр тотош Ҡытайҙы бергә туплай, Цинь Шихуан тигән тәхет исеме ала, Цинь династияһына баш һала һәм үҙен уның тәүге хакимы тип иғлан итә.

Үлеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул 210 йылда Чжифу утрауына диңгеҙ юлы менән барғанда үлеп ҡала. Үлгән көнө 210 йылдың 10 сентябре тип һанала[7][8]. Ул терегөмөш ҡушылған үлемһеҙлек дарыуын эсеп үлә[9].

Император көтмәгәндә үлеп ҡалғас, Чжао Гао һәм Ли Сы ике айлап уның үлемен йәшерә. Үлеме асылғас, элекке династиялар империя байлығын таларға тотона, 206 йылда императорҙың вариҫтары тотош ҡырып бөтөрөлә.

Кәшәнәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Цинь Шихуанди ҡәберендәге бронза аттар

Императорҙы ерләр урын тере сағында уҡ башлана. Ул мөһабәтлеге менән таң ҡалдыра. Кәшәнәне 700 оҫта эшләй. Периметры — 6 км.

Ҡорған 1974 йылда ғына табылған.Әле өйрәнелеп бөтмәгән[10].

Цинь Шихуан кәшәнәһе ҡытай ҡомартҡыларынан беренсе булып ЮНЕСКО-ның Донъя мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән.

Цинь Шихуанди тураһында фильмдар һәм опералар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1962 япон фильм төшөрөлгән «The Great Wall» (в оригинале япон. 秦・始皇帝, Shin shikōtei — «Цинь Шихуанди» в японском произношении). Синтаро Кацу имеператор ролендә.
  • В 1986 году на гонконгском телеканале ATV был снят и показан 63-серийный сериал Emperor Qin Shi Huang /Rise of the Great Wall (один из крупнейших проектов канала) о молодости Ин Чжэна (будущего императора Цинь Шихуана) с Тони Лиу (инг.)баш. в главной роли.
  • В 1996 году в Гонконге Жу Сяовэнем /Zhou Xiaowen/ был снят фильм «Тень императора» с участием Гэ Ю.
  • По мотивам истории объединения Китая Чэнь Кайгэ в 1999 году снял фильм «Император и убийца», достаточно точно следующий канве «Ши цзи».
  • В 2002 году Чжан Имоу снял на эту тему самый дорогой фильм в истории китайского кино — «Герой».
  • В 2008 году роль Цинь Шихуана в голливудском блокбастере «Мумия: Гробница императора драконов» сыграл Джет Ли.
  • В 2006 году на сцене Метрополитен-оперы (Нью-Йорк) состоялась премьера оперы «Первый император» (композитор — Тань Дунь, режиссёр — Чжан Имоу). Партию императора спел Пласидо Доминго.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сыма Цянь. Исторические записки. Т.7, глава 85, стр. 296—297.
  2. The Annals of Lü Buwei. — Stanford University Press, 2001. — ISBN 978-0-8047-3354-0. p. 9
  3. Сыма Цянь. Исторические записки. Т.7, глава 85, стр. 298.
  4. Zheng Bai Qu 2007 йыл 8 апрель архивланған.
  5. 5,0 5,1 Сыма Цянь. Исторические записки. Т.7, глава 85, стр. 298—300.
  6. 6,0 6,1 Сыма Цянь. Исторические записки. Т.2, глава 6, стр. 55-56.
  7. O’Hagan Muqian Luo, Paul. (2006). 讀名人小傳學英文: famous people . 寂天文化. publishing. ISBN 986-184-045-1, ISBN 978-986-184-045-1. p16.
  8. Xinhuanet.com. «Xinhuanet.com中國考古簡訊:秦始皇去世地沙丘平臺遺跡尚存. Retrieved on 2009-01-28.
  9. Wright, David Curtis. The History of China. — Greenwood Publishing Group, 2001. — P. 49. — ISBN 0-313-30940-X.
  10. ЖИЗНЬ: Найдена дорога на небо

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сыма Цянь. Исторические записки. Перевод Р. В. Вяткина. т. 2 (гл. 6 «Основные записи [о деяниях] Цинь Ши-хуана»)
  • Сыма Цянь. Исторические записки. Перевод Р. В. Вяткина. т. 7 (гл. 85 «Жизнеописание Люй Бувэя»)
  • Сыма Цянь. Исторические записки. Перевод Р. В. Вяткина. т. 8 (гл.86 «Жизнеописания мстителей: жизнеописание Цзин Кэ»)
  • Сыма Цянь. Исторические записки. Перевод Р. В. Вяткина. т. 8 (гл. 87 «Жизнеописание Ли Сы»)
  • Переломов Л. С. . Империя Цинь — первое централизованное государство в Китае (221—202 гг. до н. э.) // Академия наук СССР. Институт народов Азии. — М.:
  • Ульянов, М. Ю. Цинь Шихуан и его армия — Восточная коллекция, 2007, с. 20-38.
Династия Цинь

Предшественник:
Чжуансян-ван
Ван царства Цинь
ок. 246 — 221 до н. э.
1-й Хуан-ди Китая
ок. 221 — 210 до н. э.

Преемник:
Эр Ши Хуан-ди