Сәйәхәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Испанияның Овьедо ҡалаһындағы «Сәйәхәтсе» статуяһы

Сәйәхәт — ниндәй ҙә булһа бер биләмә (территория) йәки акватория буйлап уларҙы өйрәнеү, үҙенсәлектәре менән танышыу маҡсатында йөрөү (хәрәкәт итеү). Сәйәхәттең маҡсаттары башҡа төрлө лә булырға мөмкин. Сәйәхәт яһаусы йәки яһаған кеше сәйәхәтсе атамаһын алған.

XIX быуатҡа тиклем теге йәки был ил тураһында мәғлүмәт алыуҙың төп сығанағы нәҡ сәйәхәт булған. Уның ярҙамында Ерҙең төрлө өлөштәре хаҡында бөгөн беҙ ҡулланған белем тупланған. Сәйәхәтселәр төрлө дәүләттәрҙең тарихы һәм тәбиғәте, халҡы һәм уның күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында белешмә менән таныша ала.

Антика дәүеренән, мәҫәлән, Боронғо Греция тарихсыһы Геродоттың (б. э. т. 484 — б. э. т. 425), Искәндәр Зөлҡәрнәйҙе (Александр Македонский) хәрби походтарында оҙатып йөрөгән ғалимдарҙың сәйәхәт тасуирламалары һаҡланып ҡалған.

Хәҙерге заман сәйәхәттәре күп төрлө һәм махсус телетапшырыуҙарҙа, мәҫәлән, Үҙәк телевидениеның «Клуб путешественников» тапшырыуы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҙур сумаҙан» телепроекты[1], документаль фильмдарҙа һәм сериалдарҙа («Одноэтажная Америка») яҡтыртыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]