Туризм
Туризм | |
Ҡайҙа өйрәнелә | tourism studies[d], sociology of tourism[d] һәм tourism management[d] |
---|---|
Тема географияһы | география туризма[d] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Туризм Викимилектә |
Тури́зм — кешеләрҙең даими йәшәгән урынынан бер йыл эсендә 24 сәғәттән 6 айға тиклем башҡа илдәргә һәм төбәктәргә сәйәхәт итеүе йәки күңел асыу, һауыҡтырыу, спорт менән шөғөлләнеү, ҡыҙыҡһыныу, дини маҡсатта, урындағы сығанаҡтан түләнмәйенсә, кәм тигәндә бер төн ҡунып ҡайтыу эшмәкәрлеге[1].
Туризм — ял итеү һәм илде өйрәнеү маҡсатында спорт элементтары менән берлектә ойошторолған сәйәхәт. Туризм менән шөғөлләнеүсе кешене турист тиҙәр.
Һуңғы йылдарҙа туризм иҡтисади-социаль өлкәлә иң табышлы тармаҡ булып иҫәпләнә. Туризм индустрияһы — сәйәхәт һәм ял өсөн етештерелгән шарттарҙы туҡтауһыҙ яңыртып тороусы күп тармаҡлы комплекс. Донъя иҡтисадының мөһим тармағы ҡайһы бер үҫеп килеүсе илдәр өсөн (Кипр, Малайзия, Таиланд һ.б.) төп иҡтисади тармаҡ булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Биржаков М. Б. Введение в туризм: Учебное пособие — СПб: Издательский дом Герда, 2004 г. — стр. 37.