Эстәлеккә күсергә

Кәлимуллин Барый Ғибәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәлимуллин Барый Ғибәт улы
Тыуған көнө

10 апрель 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле ауылы

Вафат булған көнө

21 июль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ының
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1949

Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (10 апрель 1907 йыл21 июль 1989 йыл) — совет архитекторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976), СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһы ағза-корреспонденты (1957). БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947), РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976). СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935).

Барый Ғибәт улы Кәлимуллин 1907 йылдың 10 апрелендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.

В. В. Куйбышев исемендәге Новосибирск инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған (1935).

1935—1951 йылдарҙа «Башпрогор» тресының (хәҙер «Башкиргражданпроект» институты) ҡалалар планлаштырыу секторын етәкләй.

1951—1963 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1966 йылдан Ҡазан инженер-төҙөлөш институтында архитектура кафедраһы мөдире була.

1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институтының инженер-төҙөлөш факультетында эшләй, уның тырышлығы менән 1977 йылдан «Архитектура» һөнәре буйынса белгестәр әҙерләү башлана.

1989 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә вафат була.

Башҡортостанда архитектура, ҡала төҙөлөшө һәм халыҡ төҙөлөш сәнғәте һәм уның тарихы буйынса тәүге профессиональ тикшеренеүҙәргә нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе, 30 йылға яҡын ойошма етәксеһе.

Өфөләге 1930—1950 йылдарҙың тәүге яртыһындағы эре төҙөлөштәрҙең күбеһе Барый Кәлимуллин тарафынан йәки уның ҡатнашлығында проектланған.

Наркомлегпром (1936-37) — әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө корпусы. К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институның төп корпусы — әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты. Советтар Йорто (1950) — әлеге ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетының төп корпусы. Уның етәкселегендә һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң тәүге йылдарҙа Ишембай (1939), Баймаҡ (1941), Белорет (1947), Стәрлетамаҡ (1948) ҡалаларының генераль пландары эшләнә.

1952 йылда «Башҡортостан ҡалалары үҙәк майҙандарының архитектура-планировкалау композицияһы» темаһына кандидатлыҡ, 1976 йылда «Башҡорт халыҡ төҙөлөш сәнғәте һәм уның прогрессив традициялары» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. «Башҡорт халыҡ төҙөлөш сәнғәте» (1978) һәм унлап монография авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
  • «За отличные успехи в работе в области высшего образования» билдәһе (1957)
  • Стерлетамак. — Уфа. 1954;
  • Архитектурные памятники Башкирии. — Уфа. 1956;
  • Планировка и застройка башкирских деревень. — Уфа, 1959;
  • Салават. Планировка города. — Уфа, 1962;
  • Караван-Сарай в Оренбурге. — М., 1966;
  • Башкирское народное зодчество. — Уфа, 1978;
  • Деревянная резьба в народной архитектуре Башкирии. — Уфа, 1984.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Калимуллин Б. Г. Ленина улица, 2. Уфа:Китап, 1999, 136 с.
  • Хажиев Р. Хыял тулҡындарын эйәрләп… : [беренсе башҡ. архит. Барый Кәлимуллиндың тыуыуына — 100 йыл] / Ризван Хажиев // Башҡортостан. — 2007. — 10—11 апр.
  • Хажиев Р. Архитектор юлы : [архитектор Барый Кәлимуллин тур.] / Ризван Хажиев // Ватандаш. — 2007. — ¹ 6. — 84—119 б.