Эстәлеккә күсергә

Мусалла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мусалла
Намаҙғоһ мәсете. Сәмәрҡәнд
Босниялағы мусалла

Мусалла (ғәр. المصلى‎ — ғибәҙәт ҡылыу урыны; намаҙғоһ, намаҙғы; (таж. Намозгоҳ) — башта мәсеттең синонимы, һуңынан — ҡала ситендәге байрам мәсете.

Мусаллала, ҡала ситендәге байрам мәсете булараҡ, Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамдарында доға уҡыу һәм ҡорбан салыу ойошторола[1].

Байрам намаҙын мусаллала уҡыу традицияһы Урта Азияла XX быуат башына тиклем булған, ә башҡа илдәрҙә (мәҫәлән, Иранда) был традиция яйлап һүнә бара[2].

Ғәҙәттә, намаҙғоһ ҡырсынташ йәки ҡом һибелгән тура мөйөшлө асыҡ урындан ғибәрәт, ҡибла яҡ ҡабырғаһында михраб урынлаштырыла.

Архитектура күҙлегенән ҡарағанда, муссалла мәсеттең асыҡ тибына (йәмәғәт менән ғибәҙәт ҡылыу урыны) ҡарай, композицион тибы — ғәҙәттә, михраб, мөнбәр, ә ҡайһы бер осраҡта манараһы булған, кәртәләп алынған майҙан.

Ғибәҙәт ҡылыу ҡоролмаларының был төрө ислам донъяһында киң таралыу алған. Мәҫәлән, ислам таралған төньяҡ территорияларҙа мусаллаға Болғарҙағы Кесе Манара комплексын индерергә була (Татарстан).

Киңерәк мәғәнәлә мусалла — ғөмүмән ғибәҙәт залы, шул иҫәптән мәсеттә урынлашҡаны ла.

  • Намаҙғоһ мәсете — Бохара байрам мәсете.
  • Намаҙғоһ мәсете — Сәмәрҡәнд байрам мәсете.
  • Большаков О. Г. Мусалла // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 174. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Нильсен В. А. Бухарский намазгох. Ташкент, 1950.
  • Мечети средневековой Казани / Нияз Халит. — Казань: Татар.кн.изд-во, 2011. — 183 с. : илл. — ISBN 978-5-298-02032-9.