Ғосман архитектураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғосман архитектураһы
Рәсем
Дәүләт  Ғосман империяһы
Алдағы early Anatolian Turkish architecture[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе архитектура Турции[d]
 Ғосман архитектураһы Викимилектә

Ғосман архитектураһы — Бурсала һәм Әдирнәлә XV-XVI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Ғосман империяһы архитектураһында Сәлжүктәрҙең,Мәмлүктәр шулай уҡ Иран, Византия архитектураһының йоғонтоһо күҙәтелә[1][2]. Истанбулды яулап алғандан һуң, төрөктәрҙә мәмлүк архитектураһы традицияларының йоғонтоһо һиҙелә башлай. Яҡынса 400 йыл буйына Византия сиркәүҙәре ғосман мәсеттәре өсөн өлгө булып хеҙмәт иткән.

Ғосмандар юғары архитектура дәрәжәһенә өлгәшәләр. Улар тарафынан үҙләштерелгән ҙур эске киңлек булдырыу техникаһы, ислам архитектураһында эстетик теүәлләштерелгән стиль булдырырға мөмкинлек бирә.

Оло Йәмиғ мәсете манараһы (Бурса)

Сәлжүк архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Сәлжук» монументаль архитектура формаһы һәм стиле, дөрөҫөн әйткәндә, үҙ белеме менән әрмән ир-аты сәнғәтенә һәм уның ижадсыларына бурыслы булған. Бынан тыш, «сәлжук» архитектураһының ҡайһы бер формалары әрмән ҡоролмалары рәүештәрен туранан-тура күрһәтә [3]..

Шаһзадә мәсете — архитектор Синандың беренсе ҙур эше

Шулай уҡ «сәлжук» ҡоролмаларын төҙөгән ҡайһы бер архитекторҙар һәм төҙөүселәрҙең әрмән булыуҙары ла билдәле. Әммә әрмән йоғонтоһонан тыш, сәлжүктәр үҙ архитектураһына фарсы архитектураһы элементтарын да ҡушалар. 11-се быуатта үк төрки- сәлжүктәр Кесе Азияның шаҡтай өлөшөн яулап, уның территорияһында бер нисә бойондороҡһоҙ әмирлек булдырған. Сәлжүктәр хакимиәте үҙҙәренән һуң был урындарҙа традицион стилдә төҙөлгән күп һанлы мавзолейҙар һәм мәҙрәсәләр ҡалдырған.

Иртә Ғосман осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIV быуат башында беренсе Ғосман бейлектәре ойошторола. Был осорҙа Ғосман сәнғәте яңы идеялар эҙләй. Ғосмандар башҡалаһында сәлжүктәр — Оло Йәмиғ (1396—1400) — беренсе сауҙәгәр мәсете төҙөгәндәр. Ҡаланы яулап алыу осоронда Истанбулда төҙөлгән Баязит II мәсете (1501—1506)иртә осорҙағы төҙөлөш тип һанала. Был осорға шулай уҡ Фатих (1470) мәсеттәрен, Мәхмүт-паша мәсетен (1464), Топҡапы һарайын (1475—1478) индерергә була.

Солтанәхмәт ҡунаҡханаһы — элекке Стамбул төрмәһе

Классик осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман архитектураһының классик осоро байтаҡ дәрәжәлә Мимар Синан эштәре менән бәйле. Синан төҙөгән мәсеттәрҙә Изге София Соборы көмбәҙенә оҡшаған көмбәҙ ҡулланылған, әммә үҙгәртелгән оло пропорциялар тәҙрәләр менән бергә йорт эсендә күберәк яҡтылыҡ өҫтәгән. Классик осор мәсеттәрендә эске ихата ла ла керетелә башлай. Классик быуаттың Ғосман архитектураһы өлгөләре Төркиәнән тыш Балҡан, Венгрия, Мысырҙа, Туниста, Алжирҙа һәм элекке Ғосман империяһының башҡа илдәрендә һаҡланған.

Һуңғы осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман империяһында архитектураның һуңғы осоро XX быуатта «йәш төрөктәр» хакимиәткә килгәс, (1908—1909 йыл) башлана. Был осор «милли архитектура ренессансы» тип атала. Был осор архитектураһында тимер-бетон, тимер, ҡорос, быяла кеүек кеүек заманса төҙөлөш технологиялары һәм материалдары ҡулланыла башлай. Башта был стиль күп милләтле Ғосман империяһының ватансыллығына һәм тарихи үҙенсәлектәренә ярҙам итеүгә йүнәлдерелгән була, ләкин Беренсе бөтә донъя һуғышы аҙағына, Төркиә Республикаһы төҙөлгәндән һуң, ул төрөк милләтселәре тарафынан төркиҙәргә ватансыллыҡ хисен индереү өсөн ҡабул ителә.

Был стилдең иң тәүге һәм иң мөһим миҫалдарының береһе — Истамбул почта хеҙмәтенең төп йорто (ингл. Istanbul Central Post Office). Анкарала ошо стилдә иң элек төҙөлгән бина — Төркиә Республикаһының Милли Йыйыны йорто (1917 йыл), унда хәҙерге ваҡытта үҙаллылыҡ өсөн һуғыш музейы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Seljuk architecture, Illustrated Dictionary of Historic Architecture, ed. Cyril M. Harris, (Dover Publications, 1977), 485.
  2. Architecture(Muhammadan), H. Saladin, Encyclopaedia of Religion and Ethics, Vol.1, Ed. James Hastings and John Alexander, (Charles Scribner’s son, 1908), 753.
  3. А. Л. Якобсон. Сельджукские отклики на темы армянский средневековой архитектуры. № 4 . стр-цы. 126-130. ISSN 0135-0536. Историко-филологический журнал (1983). Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года.