Михраб
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |

Ҡаһирә мәсетендә михраб
Михраб, михрап — мәсеттә имам намаҙ уҡый торған махсус уйым урын. Тауыш акустикаһы тигеҙ таралһын өсөн уйланылған. Йыш ҡына колонна һәм аркалар менән биҙәлә һәм ҡибла йүнәлешен күрһәтеп тора, бүлмә ҡабырғаһының уртаһында урынлашҡан була. Исламда михраб VIII быуат башында барлыҡҡа килә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәренда был турала аңлатма юҡ. Шулай ҙа ислам теологтары бер тауыштан яҡшы яңылыҡ(бидғәт) тип ҡабул итә.
Башҡорт әҙәбиәтендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
"Михрап" һүҙе, башҡа дини төшөнсәләр кеүек үк, башҡорт әҙәбиәтендә лә осрай, йәғни, Иҙел-Урал мосолмандары йәшәгән төбәктәрҙәге мәсеттәрҙә михраб эшләнә торған булған.
![]() |
(Сабир мулла):Зыя Камалиҙың минең михрабыма аяҡ баҫыуына, минең урыныма мулла булыуына аслан ризалығым юҡ.
|
![]() |
Башҡа мәғәнәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт телендә "михрап" һүҙе күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла, изге урын тигәнде аңлата.Мәҫән, "күңел михрабы" - күңел түре.
![]() |
Йәшерен мөхәббәттәр, изге уйҙар күңелем михрабына тулдылар.
|
![]() |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 810-сы бит
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 810-сы бит
- Михраб.[1]
- Власов В. Г. Михраб // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т. — СПб.: Азбука-классика, 2006. — Т. V. — 768 с: ил. + вкл с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Михраб представляет собой "сердце мечети" . Iran Russian Radio (8 июль 2010). Дата обращения: 27 май 2013. Архивировано 28 май 2013 года. 2013 йылдың 28 май көнөндә архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Михраб Викимилектә |
---|