Арка
Арка —дуға рәүешендә эшләнгән стенала (тәҙрәләрҙә, ҡапҡаларҙа, ишектәрҙә) йәки терәктәр араһында уйым йәки архитектур ҡоролма. Күп осраҡта арка стенала тәҙрә, ишек уйымдары өсөн эшләнә. Эсе материал менән тултырылған аркалар ҙа осрай. Бындай аркаларҙың маҡсаты — стенаның ныҡлығын арттырыу, аҫта ятҡан ҡатламға ауырлыҡ әҙерәк төшһөн өсөн эшләнә. Архитекторҙар төҙөлөш материалдарының ныҡлығын иҫәпләй белмәгән ваҡытта уҡ, был архитектура алымы билдәле булған.
Арка төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ярымтүңәрәк арка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ярымтүңәрәк арка — түңәрәктең яртыһы формаһындағы арка, түңәрәктең үҙәге менән арканың таяныу урына бер кимәлдә урынлаша.
Йәйә арка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәйә арка – сирек түңәрәк формаһындағы арка. Боронғо Римдә бындай аркаларҙы тәҙрә уйымдарына ҡуйғандар.
Уҡ арка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көнсығышта аркалар ҡыҫылып, бер-береһе менән киҫешеп уҡ аркаға әйләнә.
![]() |
Арка Викимилектә |
---|