Эстәлеккә күсергә

Шәһит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Шәһит (ғәр. شَهيد‎ šahīd, күплектә شُهَداء šuhadā' (шүһәдә); ғәр. شهادة‎ šahāda шәһәҙә һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул башҡортса «шаһитлыҡ» һүҙенә тап килә). Исламда шәһитлек хөкөм эшендә шаһит булып ҡатнашыуҙы ла аңлата, Аллаһ юлында яуҙа динеңде, ватаныңды, иманыңды, ғаиләңде яҡлап ҡорбан булыусыларға ҡарата ла ҡулланыла[1]

Башҡорт телендә шәһит һәм шаһит һүҙҙәре айырыла. Шәһит һүҙе Аллаһ юлында яуҙа динеңде, ватаныңды, иманыңды, ғаиләңде яҡлап ҡорбан булыусыларға ҡарата ғына, ә шаһит — хөкөм эшендә ҡатнашыусыларға, рәсми рәүештә ниндәйҙер ваҡиғаны күреүен белдереүенә ҡарата ғына ҡулланыла[2].

Шәһиттәр башҡорт халҡында оло маҡтауға лайыҡ шәхестәр, шуға күрә башҡорт исемдәре араһында «шәһит» һүҙенән яһалғандары бар: балаға матур, мәғәнәле исем бирелергә, яҡшы сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә тейеш. Шәһит, Шәһитулла (Шәһиҙулла), Шәһиҙә. Бындай исем менән башҡорт тарихында иң билдәле шәхес — Шәһит Хоҙайбирҙин[3].

Дин өсөн йәнде фиҙа ҡылыу монотеистик диндәрҙең барыһына ла хас. Ислам да, христианлыҡ та дин өсөн үҙен ҡорбан иткәндәрҙе ҙурлай. «Шәһит» төшөнсәһе нәсраниҙарҙың «мученик» тигәненә тап килә (грек. μάρτυς, лат. martyr — шаһит)[4].

XXI быуатта «шәһит» һүҙен журналистар үҙҙәрен Ислам диненән тип иғлан иткән террорсыларға ҡарата ҡулланып, киң таратып ебәрҙеләр.

  1. Шахид(недоступная ссылка) // Религия: Энциклопедия / сост. и общ. ред. А. А. Грицанов, Г. В. Синило. — Минск: Книжный Дом, 2007.— 960 с.— (Мир энциклопедий).
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 654-се, 691-се биттәр.
  3. Т. Кусимова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2010—229 бит
  4. Мученичество, Причины гонений на христиан Болотов В. В. Лекции по истории древней Церкви. Тт. 1-4. СПб., 1907—1918. Репринт: М., 1994.