Мәржә-и тәҡлид
Мәржә-и тәҡлид (ғәр. مرجع التقليد — өлгөлө үрнәк; рус. Марджа' ат-таклид;) — шиғый дини лидерҙарының (мөжтәһидтәрҙең) юғары дини титулы. Был титул ислам хоҡуғында (Фиҡһ) һәм шәриғәт буйынса ҙур абруйлы шиғый ғөләмәләренә бирелә.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәржә-и тәҡлид теге йәки был мәсьәләләр буйынса шәриғәт һығымталарын (фәтүәләр) сығарыу хоҡуғына эйә, һәм йәмәғәттең барлыҡ ағзалары ла мәржә-и тәҡлидтең бойороҡтарын мотлаҡ үтәргә тейеш.
Жәғәфәри мәҙһәб тәғлимәтенә ярашлы, мәржә-и тәҡлид гонаһһыҙ һәм шиғыйҙарҙа тәртибе һәм ҡылыҡтары оҡшатыу өсөн өлгө булып торған йәшерен имамдың наместнигы тип һанала. Мәржә-и тәҡлид дөрөҫ булмаған эштән тыйылырға, динде яҡларға һәм Аллаһҡа абсолют буйһонорға һәләтле булырға тейеш[1].
Иран Ислам Республикаһында был исем конституция буйынса беркетелгән. Был титулды аятулла Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи, Ираҡ аятуллаһы Әбүл-Ҡасим әл-Хеүей һәм башҡа аятуллалар йөрөтә[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Колодин
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 132
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- урыҫ телендә
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марджа ат-таклид . Словарь по исламу. Авторский проект Александра Колодина. Дата обращения: 10 август 2013. Архивировано 20 июль 2013 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |