Хүжәт әл-ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хүжәт әл-ислам (ғәр. حجة الإسلام‎ — исламды иҫбатлау) шиғыйҙарҙың аятулла һәм бөйөк аятулла менән рәттән дини титулдарының береһе, рангыһы аятулланан түбәнерәк, яҡынса христиан динендәге епископка тап килә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта был титул юғары мөжтәһидтәргә генә бирелә, әммә 1920-се йылдар уртаһынан, юғары мөжтәһидтәр араһында аятулла титулы таралыу менән, урта кимәлдәге ислам ғалимдары өсөн ҡулланыла башлай[1].

Хүжәт әл-ислам титулын алыу өсөн Һауза юғары дини белем биреү курсын үтергә кәрәк, ул фиҡһ, кәләм, хәҙис, тәфсир, философия һәм ғәрәп әҙәбиәтен өйрәнеүҙе үҙ эсенә алған. Был фәндәрҙе үҙләштергәндән һуң студентҡа хүжәт әл-ислам титулы бирелә, һәм ул мөжтәһид була ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү Хәмит әл-Ғазали — сөнни дин белгесе һәм философ. Сөнниҙәрҙән хүжәт әл-ислам тигән почетлы титул ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]