Кәләм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Кәләм (ғәр. الكلام‎ — һүҙ, телмәр; рус. Кала́м) — урта быуат мосолман әҙәбиәтендә: дини-фәлсәфәүи темаға һәр төрлө фекерләү, шулай уҡ махсус мәғәнәлә — ислам догматтарына дини абруйға таянып түгел, ә аҡылға нигеҙләнгән аңлатма биреүсе секулятив дисциплина[1]. Кәләмде рационалистик теология[2] һәм ғәрәп-мосолман фәлсәфәһенең төп йүнәлештәренең береһе тип тә атайҙар[2], шул уҡ ваҡытта кәләмде мосолман ортодоксияһы тип иҫәпләргә ярамай, тип билдәләйҙәр [3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары инстанция булараҡ аҡылға мөрәжәғәт итеү — ул, бер яҡтан, кәләм менән фәлсәфәне берләштереп, уларҙың вәкилдәрен (мөтәкәллимдәр менән фәйләсуфтар) сәләфиҙәрҙән, икенсе яҡтан, мистик-суфыйҙарҙан айырып тора. Мөтәкәллимдәр менән фәлсәфә вәкилдәре араһындағы айырма шунда: тәүгеләренең фекер йөрөтөү башланғысы өсөн — исламдың норматив принциптары һәм был дингә хас проблемалар булһа, ә икенселәре өсөн аҡылдың норматив принциптары һәм философияның антик моделдәре тора. VIII быуатта формалаша[4].

XIII быуаттан кәләмдең фәлсәфә менән яҡынайыуы башлана . Мөтәкәллимдәр яғынан был яҡынайыу әш-Шәһрәстани һәм әр-Рази ижады менән, ә фәйәлсуфтар яғынан — Насир әд-Дин Туси ижады менән әҙерләнә [1].

Төп мәсьәләләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аллаһтың берлеге һәм Уның асылы, атрибуттары тураһында.
  • Ҡөрьәндең яралтылыпмы, әллә яралтылмай барлыҡҡа килгәнмелеге тураһында.
  • Ихтыяр азатлығы һәм тәҡдир.

Кәләм мәктәптәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мөғтәзилиҙәр
  • Әшғәриҙәр
  • Матуриҙар

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә ғәр. الكلام‎- кәләм һүҙенә тамырҙаш кәлимә тигән һүҙ бар. Ул шулай уҡ һүҙ тигән мәғәнәлә йөрөй[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Ибрагим, Сагадеев, 1991
  2. 2,0 2,1 Фролова Е. А., 1975
  3. Ибрагим Т. К., 1994
  4. Кругосвет
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 591-се бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кәләм // Энциклопедия «Кругосвет».