Эстәлеккә күсергә

Урта быуаттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урта быуат битенән йүнәлтелде)
Урта быуаттар
Рәсем
Урын Европа
Алдағы Древний мир[d] һәм поздняя античность[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Яңырыу, Раннее Новое время[d] һәм Великие географические открытия[d]
Башланыу датаһы 476
Тамамланыу датаһы 1500
Ҡайҙа өйрәнелә медиевистика[d], средневековая история[d] һәм средневековая археология[d]
WordLift URL data.thenextweb.com/tnw/…[1]
 Урта быуаттар Викимилектә
Урта быуаттар рус ҡулъяҙмаһында
1328 йылда Европа
Европа 1430-се йылдарҙа
Европа 1470-се йылдарҙы

Урта быуаттар (Урта быуат) — Боронғо (антик) донъя тарихынан һуң һәм Яңы заман тарихы алдынан булған тарихи дәүер.

Рәсәй һәм көнбайыш тарихсылары Урта быуаттарҙың башы тип Көнбайыш Рим империяһының V быуат аҙағында ҡолауын һанай (империяның йәшәүҙән туҡтаған датаһы тип император Ромул Августтың тәхеттән баш тартҡан көн — 476 йылдың 4 сентябре тип иҫәпләнә). Әммә ЮНЕСКО-ның «Кешелек тарихы» исемле энциклопедик баҫмала Урта быуаттар башы тип Ислам диненең барлыҡҡа килеү ваҡыты (VII быуат башы) тип һанала. Урта быуаттар аҙағы хаҡында тарихсылар араһында берҙәм фекер юҡ[2], ошондай тәҡдимдәр булған: Константинопольдың ҡолауы (1453), Американы асыу (1492), Реформацияның башланыуы (1517), Павия янындағы алыш (1525), Инглиз революцияһының башланыуы (1640), Утыҙ йыллыҡ һуғыштың тамамланыуы, Вестфаль тыныслыҡ килешеүенә һәм Аусбург килеүешенә ҡул ҡуйыу (1648), 1660-сы йылдар, 1670-сы — 1680-сы йылдар араһы, 1680-сы — 1690-сы йылдар араһы һәм башҡалар. Ҡайһылары идара итеүсе элитаның үҫеше мәғлүмәттәрендә түгел, ә ябай халыҡтың һәм Европа йәмғиәтенең Бөйөк француз инҡилабынан һуң үҙгәреүен Урта быуаттар аҙағы тип иҫәпләйҙәр. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй ғалимдары Урта быуаттар дәүеренең тамаланыуын XV уртаһы йәки аҙағы — XVI быуат башы тип һанайҙар[3].

Азия һәм Африка халыҡтарының, Америка индеецтарының тарихы Европа халыҡтарының тарихынан күп яҡтан айырыла. Һәр ҡитғаның тарихы ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле, шуға ҡарамаҫтан, ғалимдар төрлө халыҡтарҙың тарихи яҙмыштарында дөйөм һыҙаттарҙы таба һәм Көнсығыш халыҡтарҙың да үҙ Урта быуаты булған тип иҫәпләйҙәр.

Күренекле рус медиевисы Тимофей Николаевич Грановский

«Урта быуаттар» терминын (лат. ævum medium — урта быуат) тәүге тапҡыр Италия гуманисы Флавио Бьондо XV быуат уртаһында индергән. Быға тиклем Көнбайыш Рим империяһының V быуат аҙағында ҡолауынан алып Яңырыу дәүеренә тиклем осорҙо Франческо Петрарка индергән «Европа тарихының ҡараңғы быуаттары» исемле төшөнсәне ҡулланғандар. Хәҙерге заманда был төшөнсә тик VI—VIII быуат араһын аңлата.

XV—XVI быуаттар тарихи араһы артабанғы атамалар йөрөтә: media tempestas (лат. урта ваҡыт; 1469 йылдан алып), media antiquitas (лат. урта антик; 1494 йылдан алып), medium tempus (лат. урта ваҡыт; 1531 йылдан алып), saeculum medium (лат. урта быуат; 1596 йылдан алып)[4].

Шулай итеп гуманистар Антик донъя тарихын айырыусы дәүерҙе билдәләргә ниәтләгәндәр. Гуманистар тик телдең, яҙыуҙың, әҙәбиәттең һәм сәнғәттең торошона баһа биргәндәр, шунлыҡтан «уртаса» осор уларға антик донъяның ҡырағайлана барыуы, вәхшиләнеүе һәм «кухня» латины һымаҡ күренгән.

XVII быуатта «Урта быуаттар» терминын ҡулланышҡа Галл университеты Христофор Целлариус (Келлер) индерә һәм гуманистик трихотомияны башлап ебәрә. Ул донъя тарихын Антик донъя, Урта быуаттар һәм Яңы заманға бүлә. Келлер буйынса Урта быуаттар 395 йылдан алып (Рим империяһының Көнсығыш һәм Көнбайыш өлөштәргә һуңғы бүленеүе) һәм 1453 йылға тиклем (Константинополдың ҡолауы) дауам иткән[5].

«Урта быуаттар» терминының тар мәғәнәһендә тик Көнбайыш Европаға ҡарата ғына ҡулланыла. Был саҡта ошо термин махсус сәйәси, дини һәм иҡтисади тормоштоң үҙенсәлектәрен аңлата. Киң мәғәнәлә «Урта быуаттар» терминын һәр бер мәҙәниәткә ҡулланырға мөмкин, әммә был ваҡытта ул хронологик тап килеүсе, йәки киреһенсә, Европа Урта быуаттары менән хронологик тап килмәүе тарихи дәүерҙе аңлата.

Урта быуаттар шартлы рәүештә өс төп осорға бүленә[6]:

  • Иртә Урта быуаттар (V быуат аҙағы — XI быуат уртаһы).
  • Үҫешкән йәки Классик Урта быуаттар (XI быуат уртаһы — XIV быуат аҙағы).
  • Һуңғы Урта быуаттар йәки Иртә Яңы заман (XIV—XVI быуаттар).

Француз Анналдар мәктәбе вәкилдәре «оҙайлы Урта быуаттар» идеяһын күтәреп сыҡҡандар. Улар буйынса Урта быуаттар тик XVIII быуат аҙағында ғына тамамлана[7].


Географик сиктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Урта быуаттар» термины Европа Урта быуаттарына ҡарата ҡулланыла. Был осраҡта был термин дини, иҡтисади һәм сәйәси тормоштоң ҡайһы бер үҙенсәлектәрен күҙҙә тота: ер менән файҙаланыу феодаль системаһы (ер хужалары феодалдар һәм ярым бәйле крәҫтиәндәр), вассалитет системаһы (сеньор һәм Вассал мөнәсәбәттәре феодалдарын бәйләүсе), дини тормошта сиркәүҙең һис шикһеҙ өҫтөнлөк итеүе, сиркәүҙең сәйәси хакимиәте (инквизиция, сиркәү судтары, епископ-феодалдарҙың барлығы), монашлыҡ һәм рыцарлыҡ идеалдары (аскетик практиканың рухи практикаһы, йәмғиәткә альтруистик хеҙмәт итеү), урта быуаттар архитектураһы — готиканың сәскә атуы.

Киң мәғәнәлә әлеге термин теләһә ниндәй мәҙәниәткә ҡарата ҡулланылырға мөмкин, ләкин был осраҡта ул, нигеҙҙә, хронологик булыун аңлата һәм Көнбайыш Европа Урта быуаттарының югарыла һанап үтелгән үҙенсәлектәре (мәҫәлән — «Өытай урта быуаттары») булыуын күрһәтмәй, йә, киреһенсә, Европа Урта быуат билдәләре булған (нигеҙҙә феодализм), ләкин Европаның урта быуаттар хронологияһы буйынса тура килмәгән тарихи осорға күрһәтә (мәҫәлән, япон Урта быуаттары).)

Бөйөк Карлдың папалар Геласий I һәм Григорий I менән һүрәте. IX быуат.

Урта быуаттар буйынса сығанаҡтар шарлы рәүештә биш төргә бүленә:

  1. тәбиғи-географик;
  2. этнографик;
  3. матдәле сығанаҡтар;
  4. нәфис сәнғәт (архитектура, һынлы һүрәт сәнғәте, скульптура, көнкүреш әйберҙәре эшләү сәнғәте);
  5. яҙма.

Яҙма сығанаҡтар үҙ сиратында артабанғыса бүленәләр:

  1. нарратив (анналдар, хроникалар, биографиялар, шәжәрәләр, тәүәрихтар, агиографик хеҙмәттәр, ғилми һәм нәфис әҙәбиәт, эпистоляр һәйкәлдәр һәм башҡалар);
  2. документаль;
  3. ҡануни.

Инеш: Рим империяһының ахыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш Рим империяһының ҡолауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең эраның II быуатынан алып Рим империяһының ҡеүәте кәмей башлай[8]. Яйлап диңгеҙ сауҙаһы һәм ҡалалар үҫеше тарҡылыш кисерә башлай, халыҡ һаны артымы кәмей. Инфляция кеүек иҡтисади проблемалар һәм сик буйында тышҡы баҫым III быуат кризисына килтерә, ул ваҡытында императорҙар даими рәүештә ҡораллы түңкәрелеш[9] юлы менән алмашҡан. III быуат дауамында хәрби сығымдар күбеһенсә Сәсәниҙәр дәүләтенә ҡаршы тороу арҡаһында үҫә[10]. Армия ике тапкырға арта, шул уҡ ваҡытта Рим легионының тактик урынын күбеһенсә кавалерия һәм кесе һуғыш берәмлектәре ала. Ҙур сығымдар һалымды артыруҫа һәм ҡала совета ағзалыры һанын кәмеүгә килтерә. Ҡайһы берҙәре һалымды үҙ иҫәбенән түләргә тейеш була. Армияның ихтыяждары артыуы дәүләт бюрократияһын үҫеүгә килтерә, шуға күрә һалым түләүселәр беҙ һалым йыйыусыларға ҡарағанда әҙеркбеҙ тип зарлана башлай[11]. Император Диоклетиан (284-305 йылдарҙа хакимлек иткән) 286 йылда, империяны көнйатыш һәм Көнсығыш өлештәргә бүлеп, тетрахия режимын билдәләй; шул укҡ ваҡытта замандаштар уларҙы айырым дәүләт тип һанамаған, сөнки бер өлөштә ҡабул ителгән закондар башҡа өлөштәрҙә лә ғәмәлдә булған. Диоклетиан дәүләт бюрократияһын көсәйтә, һалым йыйыуҙы реформалаштыра һәм Армияне көсәйтә, был империя тарауыуын булдырмай, ләкин булған проблемаларҙ, тыуыу кәмеүҙе, тышҡа баҫымды хәл итмәй. 330 йылда, граждандар һуғышы тамамланғас, император Константин I (306-337 йылдарҙа хакимлек иткән) грек ерҙәре урынында Көнсығыш Рим империяһынең яңы баш ҡалаһы — Константинополгә][12] нигеҙ һала. IV быуатта империя территорияһына ингән граждандар һуғышы йышая. Шул уҡ ваҡытта Рим йәмғиәте яңыса үҫеш ала: байҙар һәм хәйерселәр араһында айырма арта, ҙур булмаған ҡалаларҙың роле кәмей. II быуаттан алып V быуатҡа ҡәҙәр һуҙылған христианлаштырыу шул күренештең бер өлөшө[13][14].

376 йылда Һундар баҫымы аҫтында күсеп килгән готтар ҡәбиләһе император Валентин II тарафынан (364-378 йылдарҙа идара итеүсе) Балҡан ярымутрауында Фракияның Рим провинцияһына урынлашырға рөхсәт ала. Шул уҡ ваҡытта улар ассимиляцияланмай һәм тиҙҙән Рим түрәләренең уларга һәм төп халыҡҡа тигеҙ булмаған мөнәсәбәте арҡаһында баш күтәрәләр. 377-382 йылдардҙағы гот һуғышы нәтижәһендә Валент үлтерелә, ә готтар империялә федерат хокуҡтарында ҡала. 400 йылда вестготтар Көнбайыш Рим империяһынә керә һәм тиҙҙән Италиянан ҡыҫырыҡлана, 410 йылда Рим империяһын талай. Был хәл 800 йыл эсендә беренсе тапкыр була. Халыҡтарҙың бөйөк күсеше башлана: варвар ҡәбиләләре, нигеҙҙә, алмандар, көнчығыштан Европа көнбайышҡа табан хәрәкәт итә. Мәҫәлән, 406 йылда аландар, вандалдар һәм свевдар Галлиягә керә, ә 409 йылда Испанияға франктар, алемандар һәм бургунддар керә, уларҙан һуң галлияның төньяғына, ә ангдар, сакса һәм Юталар — Британияға күсә[15]; һуңыраҡ вандалдар Гибралтар боғаҙын киҫеп үтә һәм Африканың Рим провинцияһын баҫып ала[16]. 430 йылларҙа империяға Аттила етәкселегендә Гундар (434-453) керә башлай: 442 — 447 йылдарҙа —Балканға, 451 йылда —Галлияға, 452 йылда Италияға баҫып керәләр. Гундарҙың баҫып алыу хәүефе 453 йылғаса Атилланың үлеменә һәм Гундар конфедерацияһы тарҡалыуға ҡәҙәр һаҡлана.

Варвар ҡәбиләләренең баҫып кереүе Көнбайыш Европа территорияһындә сәйәси һәм демографик хәлде бөтөнләй үҙгәртә. V быуат аҙағына ҡәҙәр Көнбайыш Рим империяһы баҫып алған ҡәбиләләрҙең дәүләт берләшмәләренә бүленә. 476 йылда Одоакр отряды башлығы көнбайыш Рим императоры Ромул августтың вазифаһын төбәнәйтә һәм юғары хакимиәт билдәләрен Византияға ебәрә, был Көнбайыш Рим империяһының тарҡалыу датаһы тип һанала. Рәсми рәүештә Одоакр Византия императоры була, әмма ысынбарлыҡта ул башҡа варвар вәкилдәре кеүек үҙалла була. Византия вандал Африкаһын (533-534 йылдарҙағы вандал һуғышы), Италияны (535-554 йылдарҙағы гот һуғыштары) һәм Испанияның көньяк-көнсығышын территорияларын контролдә тотмай.

Иртә Урта быуаттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Юстиниан I һәм Феодораның никахлашыуы. VI быуат. Равенна ҡалаһындағы Сан-Витал ҡорамындағы мозаика

Рим империяһы тарҡалғандан һуң Европа тарихының Иртә Урта быуаттар осоро яҡынса биш быуат дауам итә (яҡынса 500 йылдан алып 1000 йылға тиклем). Был осорҙа халыҡтарҙың бөйөк күсеше була: викингтар ҡәбиләләре килеп сығалар; Италияла остготтарҙың, Аквитанияла һәм Пиреней ярымутрауында вестготтарҙың короллектәре барлыҡҡа киләләр; сәскә атҡан заманында ярты Европаны күп өлөшөн биләгән Франк дәүләте төҙөлә. Төньяҡ Африка һәм Испания ғәрәп хәлифәлегенә инәләр; Британ утрауҙарында англдар, сакстар һәм кельттарҙың бәләкәй генә илдәре барлыҡҡа киләләләр; Скандинавияла, Үҙәк һәм Көнсығыш Европала дәүләттәр төҙөлә.

Халыҡтарҙың бөйөк күсеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Европа картаһы һәм халыҡтарҙың миграция юлдары

Халыҡтарҙың бөйөк күсеше — IV—VII быуаттарҙағы башлыса Рим империяһының периферияларынан уның территорияһына булған Европалағы этник миграцияларҙы дөйөмләштереүсе шартлы атама. Был процессты ете-һигеҙ быуаттар арауығын алған глобаль миграцион процессы составының өлөшө булараҡ ҡарарға мөмкин. Күсештең характерлы үҙенсәлеге булып Көнбайыш Рим империяһының йәҙрәһенә (тәүге сиратта Италия, Галлия (хәҙерге Франция), Испания һәм Дакия территорияларына) — румей һәм романизацияланған кельт халыҡтарының тығыҙ йәшәгән ерҙәргә — герман күсенеүселәре юллана. Шунлыҡтан халыҡтарҙың бөйөк күсеше герман һәм романизацияланған халыҡтар араһында ҡаршылыҡ тыуҙыра, ул ниндәйҙер мәғәнәлә хәҙерге заманға килеп еткән. Күсештә төрки, славян, фин-уғыр һәм иран ҡәбиләләре ҡатнаша.

Реконкиста ғәрәптәр менән баҫып алынмаған хәҙерге Астурияның Ковадонга районында башлана. Уның 722 йылда инициаторы булып Пелайо тора. Реконкиста алмашыусан уңыш менән барған, бының сәбәбсеһе булып христиан хакимдарының бер береһе менән һәм үҙҙәренең вассалдары менән көрәш, һәм Төньяҡ Африканан мосолмандар килеп тороуы булып торған. Христиандар бигерәк тә Аларкос янындағы алышта ҙур еңелеү кисергәндәр. 1492 йылда Реконкиста тамамлана, Фердинанд II Арагонский һәм Изабелла I Кастильская Испанияның күп өлөшөн берләштерәләр.

Византия империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Византия империяһы — Көнсығыш Рим империяһының атамаһы. Был атаманы уға Көнбайыш Европа тарихсылары биргән, византийҙар үҙҙәрен римляндар — грекса «румейҙар», ә дәүләтен — «Рим», «Румей» дәүләте тип атағандар. IV быуатта Византий ҡалаһы урынында Рим императоры Бөйөк Константин I Константинопольға нигеҙ һала.

Франк дәүләтенең 481 йылдан алып 870 йылға тиклем киңәйеүе.

Франк дәүләте — V быуаттан алып IX быуатҡа тиклем Көнбайыш һәм Үҙәк Европала булған дәүләттең шартлы атамаһы. Франк дәүләте Көнбайыш Рим империяһы территорияһында башҡа варвар короллектәре менән бер ваҡытта барлыҡҡа килгән.

Меровингылар — Франция тарихындағы тәүге франк королдәре династияһы. Был династияның королдәре V быуаттан алып VIII быуатҡа тиклем хәҙерге Франция һәм Бельгия территорияһында идара иткәндәр.

Гобеленда төшөрөлгән Гастингс янындағы алыш

Юғары урта быуат яҡынса 1000 йылдан алып 1300 йылға тиклем дауам иткән Европа тарихы дәүере. Юғары урта быуат Иртә урта быуатҡа алмашҡа килә һәм Һуңғы Урта быуаттарҙан алдынан була. Был дәүерҙең төп ҡылыҡһырлаусы тенденция булып Европа халҡының бик тиҙ артыуы күҙәтелә, был үҙ сиратында социаль, сәйәси һәм башҡа тормош сфераларында ҡырҡа үҙгәреүҙәргә килтерә.

Юғары урта быуатта Европа әүҙем сәскә ата башлай, ҡалалар үҫешәләр һәм байый. Скандинавияға христианлыҡ үтеп инә. Каролинг империяһы ике айырым дәүләткә тарҡала, һуңыраҡ уларҙың территорияһында хәҙерге Германия һәм Франция барлыҡҡа килә. Рим папаһы Фәлестинаға һәм христиан корольдәре Тәре яуҙарын ойоштора. Архитектура һәм музыкала яңы стилдәр һәм йүнәлештәр барлыҡҡа килә.

Көнсығыш Европала Боронғо рус дәүләте, Польша һәм Бөйөк Литва кенәзлеге барлыҡҡа килә. XIII быуатта монголдарҙың баҫып инеүе Көнсығыш Европаның үҫешенә тиҫкәре йоғонто яһай.

Мосолмандарҙан Фәләстән тартып алыр өсөн христиандар тәре яуҙарын ойоштора. Тәре яуҙары бөтә ҡатламдарға ла бик ҙур йоғонто яһаған. Тәре яуҙары идеяһының сәскә атыуы XII быуатҡа тура килә. XIII быуатта христиандар башҡа христиандарға, һәм тағы ла мәжүсиләргә ҡаршы бер нисә тәре яуҙарын ойоштора.

  1. https://thenextweb.com/vocabulary/middle-ages/
  2. Период настоящего Средневековья. 2011 йыл 24 август архивланған.
  3. История Средних веков. М., 2003. С. 2425.
  4. Гене Б. История и историческая культура средневекового Запада. — М., 2002. С. 11.
  5. История средних веков. — М., 2003. — С. 8.
  6. История средних веков. — М., 2003. С. 26—27.
  7. Ле Гофф Ж. Средневековый мир воображаемого 2015 йыл 22 февраль архивланған.
  8. Cunliffe, 2008, pp. 391—393
  9. Collins, 1999, pp. 3—5
  10. Heather, 2006, p. 111
  11. Brown, 1989, pp. 24—25
  12. Collins, 1999, p. 24
  13. Brown, 1989, pp. 65—68
  14. Brown, 1989, pp. 82—94
  15. Collins, 1999, p. 80
  16. James, 2009, p. 67—68
  • Кенигсбергер Г. Средневековая Европа. — М.: Весь Мир, 1987. — 374 с. — ISBN 5-7777-0091-8.
  • Гуревич А. Я., Харитонович Д. Э. История средних веков. — 2-е изд. — М.: МБА, 2008. — 320 с. — (Humanitas). — ISBN 978-5-902445-19-7.
  • Гуревич А. Я. Средневековье как тип культуры // Антропология культуры. — М.: ОГИ, 2002. — В. 1. — С. 39-55.
  • Егер О. Всемирная история. Средние века / 3-е изд. испр. и доп. — М.: АСТ, 2006. — 607 с. — ISBN 5-17-029373-9.
  • История средних веков / Под ред. С. П. Карпова. В 2-х тт. — 4-е изд. — М.: Издательство Московского университета, «Высшая школа», 2003. — ISBN 5-211-04818-0.
  • Косминский Е. А. Историография средних веков. V век — середина XIX века. Лекции / Под ред. Сказкина С. Д., Гутновой Е. В., Левицкого Я. А., Сапрыкина Ю. М.. — М.: Издательство Московского университета, 1963. — 432 с.
  • Ле Гофф Ж. Рождение Европы = L`Europe est-elle née au Moyen Age? — СПб.: Alexandria, 2007. — 398 с. — (Становление Европы). — ISBN 978-5-903445-04-2.
  • Ле Гофф Ж. Средневековый мир воображаемого / Пер. с фр., общ. ред. С. К. Цатуровой. — М.: Прогресс, 2001. — 440 с. — ISBN 5-01-004673-3.
  • Ле Гофф Ж. Цивилизация средневекового Запада / Пер. с фр., общ. ред. Ю. Л. Бессмертного; Послесл. А. Я. Гуревича. — М.: Издательская группа Прогресс, Прогресс-Академия, 1992. — С. 376. — ISBN 5-01-00-3617-7.
  • Люблинская А. Д. Источниковедение средних веков. — Л.: Издательство ЛГУ, 1955.
  • Пиков Г. Г. Средние века в исторической науке.
  • Словарь средневековой культуры / Отв. ред. А. Я. Гуревич. — М.: РОССПЭН, 2003. — ISBN 5-8243-0410-6.
  • Хёйзинга Й. Осень средневековья / Отв. ред. С. С. Аверинцев. — М.: Наука, 1988. — С. 544. — ISBN 5-02-008934-6.