Ислам фәлсәфәһе
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ислам фәлсәфәһе – ислам дине тәғлимәтендә булған Шәреҡ аҡыл эйәләре тарафынан, башлыса ғәрәп телендә (һирәгерәк фарсы телендә) Урта быуаттарҙа ижад ителгән, фәлсәфәүи әҫәрҙәр. Һуңраҡ мосолман илдәренең милли телдәрендә (төрөк, урд, һ.б.) Йыш ҡына ислам фәлсәфәһе аңлатмаһына урта быуаттарҙа йәшәгән, ислам дине тәғлимәттәре тәьҫирен алған, башлыса ғәрәп телендә ижад итеүсе йәһүд фәйләсүфтәренең эштәрелә инеп китә. Хәҙерге мосолман фәйләсүфтәре башлыса инглиз телендә ижад итәләр, сөнки уларҙың эштәре инглиз теле менән таныш булған ғәрәп илдәрендә йәшәүсе ғәрәп элитаһына, Пакистанда (унда инглиз теле официаль тел булып тора) һәм Көнбайыш илдәрендә йәшәүсе мосолман диаспораһына, йүнәлтелгән.
Бөгөнгө көндә, ислам фәлсәфәһе Көнбайыш цивилизацияһы һәм фәлсәфәһе йоғонтоһо аҫтында бер ни тиклем үҙгәрештәр кисерҙе. Был аңлатма аҫтында “ғәрәп фәлсәфәһе” термины бер үҙе генә ҡулланылмай. Шулай уҡ “ислам фәлсәфәһе”, “ғәрәп-мосолман фәлсәфәһе”, “ Ғәрәп Шәреғе фәлсәфәһе” һ.б. терминдар ҡулланыла.
Мосолман илдәрендә ислам дине доктринаһы мотлаҡ булғанлыҡтан, был илдәрҙә фәлсәфәнең традицион йүнәлештәренең ислам теологияһы менән ҡушылдыҡтары (гибридтары) барлыҡҡа килде (М. Ҡәддәфиҙең сәйәси концепцияһы, А. Соруштың “ислам демократияһының” сәйәси-эпистемологик концепцияһы һ.б.) Шулай уҡ бөгөнгө кондә ғәрәп телендәге фәлсәфә Иран фәлсәфәһенә ярайһыуҡ тәьҫир итә, шулай булыуға ҡарамаҫтан – кире тенденция күҙәтелмәй – иран фәйләсүфтәренәң эштәре ғәрәп донъяһында киң билдәле түгел.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ислам фәлсәфәһенең үҫешендә өс төп этапты айырырға була: - Классик йәки Урта быуаттар (VII – XV б.б.) - Һуңғы Урта быуаттар (XVI – XIX б.б.) - Бөгөнгө мәле ( XIX быуаттың икенсе яртыһы– XXI б.б.) Ғәрәп фәлсәфәһенең барлыҡҡа килеүе ҡәләмдең (рациональ дини тәғлимәт) тәүге шәхестәренең эштәре менән бәйле. Улар кешенең азат ирке һәм Алаһы тәғәләнең сифаттары (атрибуттары) тураһында яҙа башлап, дин тәғлимәттәренең сиктәренә һыймаған концепциялар булдыралар.
Төп проблемалары һәп концепциялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күренекле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урта быуаттар һәм Яңы ваҡыт:[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибн Рәшит (Авероэс)
- Әбүғәлисина (Авиценна)
- Әл - Фәрәби (Аль - Фараби)
- Ғүмәр Хәйәм (Омар Хайям)
Хәҙерге торошо:
- Ғүмәр Хәлит (Мысыр)
- Ғәли Шәриғәт (Иран)
- Гейдар Йәмил (Рәсәй)
- Ибраһим Тәүфиҡ (Рәсәй)
- Мөхәмәт Иҡбәл (Пакистан)
- Ғәбүл Ала Мәүдүди (Пакистан)
- Ғәбдүлкәрим Соруш (Иран - АҠШ)
- Исмәғил әл- Фәруҡи (Палестина - АҠШ)
- Сәйет Хөсөйен Наср (Иран - АҠШ)
- Фазлур Рәхмән (Пакистан - АҠШ)
- Мортаза Мотаһһар (Иран)
- Муса әл- Саҙр (Иран - Ливан)
- Әкбар Сәләхетдин Әхмәт ( АҠШ)
- Фәтхулла Гөлен (Төркиә)
- Илшат Насыров (Рәсәй)
Әҙәбиәт:[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
http://www.bibliard.ru/vcd-1269-1-2048/goodsinfo.html
http://dissland.com/catalog/fenomen_mislitelya_gnoseologicheskiy_analiz_transtsendentalnoy_sub_ektivnosti.html 2018 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
http://iph.ras.ru/uplfile/smirnov/pdfbooks/nas_09.pdf
http://iph.ras.ru/uplfile/smirnov/pdfbooks/nas_09.pdf
http://iph.ras.ru/uplfile/smirnov/mysl/perevod/1/iaizbr_1.pdf
http://smirnov.iph.ras.ru/win/publictn/istarph/textbook/annot.htm