Ғәрәп әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ғәрәп әҙәбиәтенең (ғәр. الأدب العربي‎) тамырҙары Ғәрәп ярым утрауында (Аравийского полуостров) көн иткән йәмғиәттәрҙең боронғо ауыҙ-тел ижадына устную словесность родоплеменных обществ барып тоташа. Ул күсеп йөрөгән малсылар (бедуниндар) араһында тыуһа ла, (среди кочевников-скотоводов (бедуинов), земледельческих оазисов ер эштәре менән шөғөлләнергә мөмкинлек булған оазистарҙың ярымутраҡ полукочевого тормошта көн күреүселәрендә лә, ултыраҡ тормошта йәшәгән ҡала халҡы араһында ла таралыу алған була.

Ғәрәп әҙәбиәтендә төп урынды шиғриәт биләй (бишек, хеҙмәт, һунарсы йырҙары); дошманды тәнҡитләү (хиджа), маҡтау (фахр), үсекләү йыры песни-мести (cap)һәм матәм йыры йәки элегия (риса) жанрҙары, шулай уҡ мөхәббәт һәм һүрәтләү лирикаһы (насиб и васф) элементтары иртә барлыҡҡа килә. Сәсмә нәфис әҙәбиәт башланғыстары итеп ҡаралған оратор телмәре, ырыуҙар алыштары һәм башҡа иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында хикәйәттәр ҙә (Айәм әл-Ғәрәп) быуаттар төпкөлөнә китә. V—VII быуаттарҙа сәскә атыу осорон кисергән шиғриәт шиғри тел, метрика һәм эстетик идеалдар йәһәтенән артабанғы ғәрәп әҙәбиәте өсөн үҙенсәлекле эталонға әйләнеп, оҙаҡ ваҡытҡа уның тематикаһын һәм художестволы алымдарын билдәләй. Ҡасида һәм формаһыҙ (аморфный) фрагмент (кыта, мукатта) боронғо ғәрәп шиғриәтенең төп әҙәби формалары була. Уның характерлы үҙенсәлеге — монорим; һәр шиғыр, ҡағиҙә булараҡ, бер һөйләмдән тора һәм үҙ аллы мәғәнәүи һәм эстетик берәмекте тәшкил итә.

Ғәрәп риүәйәттәре исламға ҡәҙәр (V быуат аҙағы — VII быуаттың 1-се яртыһы) ижад иткән яҡынса 125 шағир исемен беҙҙең көндәргәсә еткергән. Улар араһында ҡасиданың классик тибын ҡулланған Имру аль-Кайс (500—540); Тарафа (543—569), Харис ибн Хиллиза әл-Йашкури (? — 570), Зухайр ибн Аби Сульма (530—627), Антара ибн Шаддад әл-Әбси (525—615) һәм башҡалар.

Ҡөрьән — ғәрәп телендәге тәүге яҙма ҡомартҡы булып иҫәпләнә, һәм уның йоғонтоһо артабанғы бөтә ғәрәп әҙәбиәтендә һиҙелә. Кәәб ибн Зөхәйер (? — 662), Хәсән ибн Сабит (? — 674), Абу Зүәйеб аль-Биғә әл-Джади (? — 699) был дәүерҙең бөйөк шағирҙәре булып һанала. Әл-Әхтәл (640—710), Әл-Фәрәздәк (641—732), Джәрир ибн Әтийә (653—733) Өмейәттәр һарайында Омейядов шиғыр ижад итә. Ғәрәп хәлифәтендәге эре ҡалаларҙың аристократия даирәләрендә шиғриәттең яңы күренештәре тыуа: ҡыҫҡа шиғырҙарҙағы мөхәббәт лирикаһы үҫеш ала. Мәккәнән Өмәр ибн Абу Рабиа (641 — яҡынса 712/718), Мәҙинәнән Әл-Әхүәс, Дамаск хәлифе Әл-Вәлид II ибн Йәҙид был жанрҙың сағыу вәкилдәре булып таныла.

Ғәрәбстандың бедуиндар мөхитендә идеаль йәки «узралы» (узра ырыуы атамаһынан) мөхәббәткә дан йырлаусыларҙың арҙаҡлы төркөмө (плеядаһы) тыуа. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән парҙар (Йәмил менән Бусайна, Мәжнүн менән Ләйлә, Кәйес менән Лубне) тураһында аҙағыраҡ романтик повестар ижад ителә. VIII быуат уртаһынан ғәрәптәрҙең үҙҙәре менән бергә улар баҫып алып бойһондорған халыҡтар вәкилдәре лә ғәрәп әҙәбиәтенә һиҙелерлек өлөш индерә башлай. Ғәрәп хәлифәтендә тарихи үткәндәр менән ҡыҙыҡһыныу көсәйә, тел, стиль һәм метрика теорияһы эшләнә, боронғоноң мөһим яҙма ҡомартҡылары заманса ғәрәп теленә күсерелә. Урта фарсы (пехлевий) теленән тәржемәләр прозаның артабанғы үҫешенә бигерәк тә ыңғай йоғонто яһай. Ибн әл-Мөҡәффә "Ҡәлилә һәм Димнә"не тәржемәләй. Ғәрәп шағриәтенең бер ни тиклем яңырыуы күҙәтелә, был тәү сиратта ҡасидының өҫтөнлөк алыуында сағыла — үҙ аллы темалы ҡыҫҡа нәфис шиғырҙар «яңы стилдә» (бадит) тыуҙырыла. Был «яңы стилгә» шағир Бәшшәр ибн Бурд (783 йылда вафат) нигеҙ һала.

Аббасид һарайындағы әҙиптәр төркөме мөхәббәт лирикаһын үҫтереүҙе артабан дауам итә. Улар араһынан шиғыр оҫтаһы Абу Нувас (762—815) һиҙелерлек айырылып тора. Ғәрәп хәлифәтенең тарҡалыуы әҙәбиәттең урындағы төбәктәргә күсеүенә килтерә, һәм ул Мысырҙа, Сүриәлә, Ливанда, Ираҡта һәм Иранда үҙ аллы үҫә башлай. Әбү ат-Таийб әл-Мүтәнабби (915—965) хәлифәт тарҡалған осорҙоң күренекле шағиры булып таныла. Уның маҡтау һәм сатирик ҡасидтары стиль биҙәгестәренә, нескә метафораларға, гипербола һәм сағыштырыуҙарға ныҡ бай. Сүриә шағиры һәм аҡыл эйәһе Әбул-Ала әл-Мәәрри (973—1057), ҡатмарландырылған икеләтә рифмалар индереп, шиғыр техникаһын камилләштерә.

Әбу Хәйән ат-Тәүхиди (1009 йылда вафат) һәм Әт-Танухи (940—994) X быуаттың күренекле прозаиктары булып таныла. Донъяуи әҙәбиәттә рифмалы проза киң таралыу ала. Әбү Бәкер әл-Хорезми (993 йылда вафат) бындай форманы ҡулланып, йор һүҙле «Послания» («Расаиль») яҙһа, Бәҙи аз-Заман әл-Хәмәдәни (1007 йылда вафат) үҙенсәлекле жанр — макаманы тыуҙыра.

Һан яғынан үҫеш кисереүгә ҡарамаҫтан, XI быуат уртаһынан ғәрәп әҙәбиәте тарҡалыуға дусар була: шиғриәттә мистика, ә прозала — дидактика өҫтөнлөк ала. Ибн Ғәрәби (1165—1240) һәм Мысырҙан Ибн әл-Фәрит (1182—1235) мистик шиғриәттең сағыу вәкилдәре була. Сицилиянан Ибн Йәфәр (1169 йылда вафат) тарихи новеллалар ижад итә. Сүриә әмире Усама ибн Мунҡыҙ (1095—1188) урта быуат ғәрәп әҙәбиәтендә берҙән-бер булған нәфис автобиография — «Книга назиданий»ҙы яҙа.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аль-Фахури X. История арабской литературы, пер. с араб. Т. 1—2, М., 1959—1961.
  • Крачковский И. Ю. Избранные сочинения. Т. 1—6. М.—Л., 1955—1960.
  • Фильштинский И. М. Арабская классическая литература. М., 1965.
  • Куделин А. Б. Классическая арабо-испанская поэзии. М., 1973.
  • Шидфар Б. Я. Образная система арабской классической литературы (VI—XII кн.). М., 1974.
  • Грюненбаум Г. фон. Основные черты арабо-мусульманской культуры. М., 1981.
  • Арабская литература // Казахстан. Национальная энциклопедия — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]