Мөжәддит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мөжәддит (ғәр. مجدد‎ — реформатор, яңыртыусы, яңыртыусы; рус. Муджаддид) - шәриғәтте яңыртыусы. Бер һүҙ менән әйткәндә, мөжәддит — ғалим мөжтәһид, фаҡиһ, йәғни, хәҙерге заман мәсьәләләренә шәриғәт буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге булған кеше. Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, йөҙ йыл һайын мосолмандар араһында исламды тергеҙеүсе кешеләр килеп торасаҡ. Мөжәддиттәр иҫәбенә Үмәр ибн Абдул-Ғәзиз, Мөхәммәт әш-Шафиғи, Әл-Әшғәри, Әл-Ғазали, Фәхрүддин әр-Рази, Ибн Дәҡиҡ әл-Ид, әс-Сөйөти, Әхмәт ибн Хәнбәл, имам Шәуҡани, Имам Тәҡиүддин ән-Нәбхани, имам Әбү Хәнифә, ибн Хазм һәм башҡалар индерелгән.

Сөннәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бер хәҙисендә шулай тиелә:

«Ысынлап та, Аллаһ был өммәткә (йәғни, мосолмандарға) һәр быуатта уларҙың динен яңыртыр бер мөжәддитте (ғалим мөжтәһидте) ебәрер.»Әбү Дауд 4291, әл-Хәким 4/522, ат-Табарани 6527.[1]

Ҡайһы бер хәҙистәрҙә, мөжәддиттәр Пәйғәмбәр ғаиләһенән булырға тейеш, ә икенселәрендә, мөжәддиттәр күп буласаҡ, тиелә[2].

Ислам дине тәғлимәтен тергеҙеүҙе (реформатлыҡ) Ислам ғалим-ғөләмәләре Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманындағы ислам дәғүәтен тергеҙеү тип аңлай, ул тик Ҡөрьән һәм Сөннәткә нигеҙләнгән булырға тейеш. Һуңғы пәйғәмбәр үлгәндән һуң[3] мосолмандар араһында сығанаҡтарға әйләнеп ҡайтҡан һәм яңылыҡтарға (бидғәт) ҡаршы көрәшкән кешеләр килеп сығып тора. Был кешеләрҙе мөжәддиттәр тип атайҙар.

Аллаһтан туранан-тура үәхи алған пәйғәмбәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, мөжәддиттәр пәйғәмбәрҙәрҙең традицияларын тергеҙеп, бөгөнгө дин шарттарында эш итә.

Мөжәддид ғүмере буйына үҙенең миссияһы тураһында белмәүе мөмкин. Мөжәддидтең эшмәкәрлегенә киләсәк быуындар баһа бирә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Mud̲j̲addid / Donzel, E. van // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)